Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә

 Бәхет - матур ғаилә йөҙөндә
Ирҙе ир, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән Зөлхизә һәм Илнур Әхмәтшиндар ғаиләһенә нигеҙ һалыныуға 8 йыл. Был йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға, һәр нәмәне уртаҡ уйлап, кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген, ике яҡ туғандарҙы ла үҙеңдеке кеүек ҡабул итергә өйрәнеүҙән тыш, тәүге хистәрен һаҡлап, ҡәҙерләп йәшәгән матур йәш ғаиләләрҙең береһе улар.
Аҙналы ауылы егете Илнур Рәфил улы бөгөнгө көндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында музыканан уҡыта. Гимназияла этно-түңәрәк алып бара һәм «Етегән» йыр ансамбленә етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Хор дирижеры» бүлегендә белемен камиллаштырыуҙы дауам итә. Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылында тыуып үҫкән Зөлхизә Әбүзәр ҡыҙы ҡаланың хәрби комиссариатында мобилизация бүлеге етәксеһе ярҙамсыһы булып эшләргә лә, ғаиләһен тәмле аштар, бәлештәр менән һыйларға ла өлгөрә.
Халыҡтың «Малайға тәрбиә биреп - ил, ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең» тигән әйтемендәгеләй, был ғаиләлә киләсәктә ил тәрбиәләр ете йәшлек Ғәзиз һәм милләт тәрбиәләр өс йәшлек Әминә үҫә. Улдары I класта уҡыһа, ҡыҙҙары балалар баҡсаһына йөрөй. Әхмәтшиндар айына бер тапҡыр пиццерияға барып ял итеүҙе ғаилә традицияһы итеп алған. Бигерәк тә, был көндө балалар көтөп ала. Бынан тыш, Салауат Юлаев командаһының иң әүҙем көйәрмәндәре Илнур Рәфил улы һәм кескәй Ғәзиз Әхмәтшиндар хоккей ҡарарға ярата. Магнитогорск ҡалаһының боҙ аренаһында үткән матчтарға йыш йөрөйҙәр.
- «Шәжәрә»не бѳтә байрамдарҙан иң ѳҫтѳнѳ тип иҫәпләйем. Киләсәктә Әхмәтшиндарҙың ошондай байра- мын йыл һайын үткәреп тороуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Был байрамды үткәреү ырыу тарихының йылъяҙмаһы булған шәжәрәне һаҡлау, быуындан-быуынға күсәгилешлекте дауам итеүҙән туҡтатмау, һәр кем үҙенең тамырҙарын, ете быуын туғанын белһен ѳсѳн кәрәк, - ти ғаилә башлығы Илнур.
Балаларына башҡорт рухын һеңдереп, милли йолаларға таянып үҫтерергә тырышҡан, алдарына яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәгән Әхмәтшиндарҙың татыу, берҙәм ғаиләһенә (һүрәттә) һоҡланып, бар ниәттәренең тормошҡа ашыуын, үҙҙәренә именлек, бәрәкәт теләйбеҙ.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий