Миҙалға тап төшөрмәй

Миҙалға тап төшөрмәй
Республикала Ғаилә йылына арналған сираттағы мәҙәни сараны Нура китапханаһы китапханасыһы Фәниә Ғиззәтуллина үткәрҙе. Кисәгә быйыл “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған әсәләр - Айһылыу Ғилман ҡыҙы Ротовская һәм Әлиә Минәхәт ҡыҙы Ершовалар саҡырылды.
Айһылыу Ротовская Нура ауылында почтальон булып эшләй. Уңған хужабикә гөрләтеп донъяһын да ҡарарға өлгөрә. Әлбиттә, уға уң ҡулдары - балалары һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Итәғәтле, тырыш, ярҙамсыл балалар үҫтерә Ротовскийҙар. Оло ҡыҙҙары Аделина ауылда үткәрелгән бер концерттан ситтә ҡалмай, ул матур бейей. Улдары Владик драма түңәрәгендә шөғөлләнә. Ғөмүмән, балалар ауыл биләмәһендә үткән бар сараларҙа ла актив ҡатнаша. Ҡатнаш ғаиләлә үҫеүҙәренә ҡарамаҫтан, ике телде лә үҙ иткәндәр. Спортта ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Айһылыу Ғилман ҡыҙы үҙе күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкәс, балаларын да эшһөйәр, тырыш, ихлас итеп тәрбиәләй. Улар өйҙәге, хужалыҡ эштәрен дә еренә еткереп башҡара.
Миҙалға тап төшөрмәй Әлиә Минәхәт ҡыҙы ла күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Үҙе лә күп балалы әсә. Биш балаһын - 4 ҡыҙын һәм улын ҡурсаҡтай итеп кейендереп, бер сараны ла ҡалдырмай, ауыл тормошонда ҡайнайҙар. Бер концерт та ҡыҙы Ликаның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Игеҙәк ҡыҙҙары - Валерия менән Вероника шиғыр һөйләргә, йырларға ярата. Әлиә үҙе лә мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнаша.
Ғөмүмән, был ике ҡыйыу ҡатын ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, ҡош- ҡортон, малын ишләп тота, йәшелсә- емеш үҫтерә. Әлиә йыл һайын үҫентеләр үҫтереп һата. Ғаиләгә лә килем, үҙенә лә йыуаныс. Мәктәптә лә уңған эшсене ихтирам итәләр.
“Әсәлек даны” миҙалы алған әсәләр байрамға балалары менән килде. Ғаиләләрҙе Нура ауыл хакимиәте башлығы Надежда Александровна Фәйрүзова, мәктәп директоры Юлиә Риф ҡыҙы Агеевалар ҡотланы. Матур, аҡыллы, эшһөйәр, мәктәптә лә яҡшы билдәләргә уҡыған балалар тәрбиәләгән әсәләргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Ғаиләнең именлеге, изгелеге, әсәйҙең роле тураһында ауыл китапханасыһы Фәниә Абдрахман ҡыҙы Ғиззәтуллина, ҡунаҡтар һөйләне, яҡшы ғаиләләрҙең уңышҡа өлгәшеү серен әйтеп киттеләр. Сараның икенсе өлөшөндә балалар сығыш яһаны, викторинала ҡатнашты. Кисә йыр-шиғыр менән үрелеп барҙы. Байрам шиғыр һәм “Ташлама, әсәй, доғаңдан!” йыры менән тамамланды. Фәһемле кисә ауылыбыҙҙағы йәш әсәләргә лә үрнәк булыр, сөнки Ротовскийҙар һәм Ершовтар ғаилә мөнәсәбәттәрен алға ҡуйып йәшәй. Уңған ханымдар артабан да “Әсәлек даны” миҙалына тап төшөрмәҫтәр.
Рәйлә ВӘЛИЕВА,
ветерандар советы рәйесе.
Нура ауылы.
Эльвира Хәмзина фотолары.

Оставить комментарий