Матур йәшәү сере - сабырлыҡта

Элек-электән әсәй-ѳләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя кѳтѳп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет! Шѳкѳр, шундай парҙар бихисап хәҙер. Әле бер, әле икенсе ауылда алтын, гәүһәр туйҙар үтә.

Халыҡ-ара ғаилә кѳнѳндә Рысыҡай ауылы мәҙәниәт йортонда 50-шәр, 55, 63 йыл бергә татыу ғүмер иткән дүрт ғаиләне тәбрикләү тантанаһы булды.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Люциә Шайморатова, Земфира Мәхмүтова, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәлимә Әфләтунова етәкселегендә совет ағзалары Рәсимә Хәмитова, Нәзирә Хафизова, Нурия Бадалова, Айһылыу Әүбәкирова матур сара әҙерләне.
Ауылдың абруйлы ағинәйе Зѳбәйлә Фәхретдин ҡыҙы, аҡһаҡалы Сәйфетдин Мортаза улы Әүбәкировтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 63 йыл. Ветерандарҙың иңенә ниндәй генә ауыр эш йѳкмәтелмәһен, уны намыҫлы башҡарғандар: әрҙәнә ҡырҡҡандар, завод эшсеһе, иҫәпсе, келәт мѳдире, ферма мѳдире, ер һѳрѳү, тырматыу һ.б. Хеҙмәт ветерандары илебеҙгә именлек теләп, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләр шатлығын татып, туған-тыумасаларын ҡурсалап йәшәйҙәр.
Һәр Еңеү яҙында Президенттарыбыҙ ебәргән ҡотлау хаттарын һѳйѳнѳп уҡыйҙар.

Мәрфуға Һарун ҡыҙы һәм Ҡунаҡбай Моратша улы Әүбәкировтарҙың тормош ҡороуҙарына 55 йыл. Алты балаға ғүмер, тәрбиә биреп, әлеге кѳндә 28 ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрле булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр. Ҡунаҡбай ағай 45 йыл малсылыҡта эшләй. Әүбәкировтар күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Донъялары гѳлт итеп тора. Мәрфуға апай ҡул эштәренә оҫта: селтәрҙәр, кофталар, ултырғыс япмалары бәйләй. Милли кейем - һаҡал баҫа.
Бибинур Фазыл ҡыҙы һәм Мохтар Хәйретдин улы Латиповтарҙың ғаилә усағы 1961 йылда тоҡанған. Береһе механизатор, икенсеһе һауынсы булып эшләп, алты балаға ғүмер биреп, уҡытып, уларға бер-бер артлы туйҙар яһап, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ауылдың мәшһүр ҡурайсылары Талип, Мѳбәрәк, Мәғзүм ағайҙары менән бергә Мохтар ағай ҙа Мәскәү, Ленинград сәхнәләрендә ҡурай уйнау бәхетен татый. Латиповтар йыр-моңға ғашиҡ ғаилә.
Сания Абдулла ҡыҙы һәм Мѳҡсин Абзал улы Хилаевтар 52 йылдан ашыу бергә ғүмер итә. Икеһе лә заманына күрә ауырлығын да, юҡлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә кисерә. Мѳҡсин ағай 43 йыл эш дәүеренең 36 йылын трактор кабинаһында үткәргән. Сания апай колхозда тѳрлѳ эштә эшләгән.
Сарала һәр ғаиләгә арнап ҡотлау телмәрҙәре әйтелде, уларҙы Нәзирә Хафизова, Рәсимә Хәмитова, Азалия Асылбаева моңло йырҙары, Розалина Асылбаева, Земфира Мәхмүтова, Люциә Шайморатова күңелле бейеүҙәре менән биҙәне.

Бәхетле парҙарҙы Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгиз Мусин, район Советы депутаты Малхази Каджаиа ҡотлап, бүләктәр тапшырҙылар. Тәмле сәй эскәндә лә ололар йәшлек йылдары хәтирәләрен һүтеп, күңелле әңгәмәләште. Байрамдың спонсоры Малхази Хутаевич Каджаиаға, хакимиәт башлығына рәхмәттәр әйтеп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләнеләр.
- Ошондай юбилей кисәләре артабан да дауам итәсәк. Бѳтә ғаиләләр ҙә маҡтауға, ололауға лайыҡ. Тормошта бит иң мѳһиме ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Матур, тырыш, бәхетле ғаилә генә йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә, килер быуынға үрнәк булып тора. Тыныс, матур йәшәүҙең сере - сабырлыҡта, - тип һѳйләне Хәлимә Әфләтунова. - Рысыҡайҙарҙың мәртәбәһен бѳгѳнгѳ уңған, татыу йәшәгән аҡһаҡал, ағинәйҙәр күтәрә.
- Бәләкәй генә ауылда ла талантлы йәштәр күп икән. Концертты рәхәтләнеп ҡарап, тыңлап ултырҙым. Бик оҡшаны, - тине Малхази Каджаиа.
Хәтирәләргә бай, күркәм саралар, әлбиттә, дауам итәсәк. Һәр хәлдә, рысыҡайҙар байрам үткәрә белә. Ниндәй генә тантана булһа ла, бергәләшеп, кәңәшләшеп, бына тигән итеп ойоштора, күңелле итеп алып баралар.
Бәхетле ғаилә парҙарына артабан да сәләмәтлек, оҙон һәм бәхетле ғүмер юлы насип булһын.

Ф. Вәлиуллина.
Оставить комментарий