Ныҡлы ғаилә – ил терәге

Беҙҙең Асы ауылында 50 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләргә арнап ҙур байрам үткәреү һәм Президент бүләген тапшырыу матур бер йолаға әйләнде.
Юҡҡа ғына халҡыбыҙҙа “Ир кеше - ил тотҡаһы”, “Яҡшы ҡатын - донъя тотҡаһы” тигән бик тәрән мәғәнәле, аҡыллы фекер ятҡан мәҡәлдәр килеп сыҡмағандыр, сѳнки борондан күп балалы, татыу ғаиләләр милләттең нигеҙен, киләсәген, илебеҙҙең кѳсѳн билдәләп торған.

Асы ауылында ил таянысы булырҙай татыу ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе - Харрасовтар ғаиләһе. Март айында Асы мәҙәниәт йортонда Гѳлгѳнә һәм Дамир Харрасовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу айҡанлы ҙур байрам кисәһе булды.
Гѳлгѳнә апай Мулдаҡай ауылынан килен булып тѳшкән. Күп йәштәргә ѳлгѳ булырҙай ғаилә. Улар биш балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп, бѳгѳнгѳ кѳндә 10 ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай һәм ѳләсәй. Әле лә гѳрләтеп донъя кѳтѳргә лә, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ла, ауылда үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға ла ѳлгѳрәләр. “Атайҙан алтау тыуһын, алтыһы ла ата юлын ҡыуһын” тигәндәй, Дамир ағайҙың дүрт улы ла башлы-күҙле булып, ѳй һалып, бала-сағалы булып, матур итеп донъя кѳтәләр, тырышып эшләйҙәр.

Ҡыҙҙары Гѳлфиә хәҙер инде үҙе ѳләсәй.
Гѳлгѳнә апай менән Дамир ағай ғүмер буйы сәхнәнән тѳшмәне. Гѳлгѳнә апай әле лә моңло тауышы менән байрам кисәләрен биҙәй. Уның башҡарыуындағы йырҙарҙы халыҡ һәр ваҡыт яратып тыңлай. Үҙҙәренең юбилей кисәһендә лә бер нисә йыр йырлап, йәм ѳҫтәп ебәрҙе.
Йәмилә Сәлимйәнованың юбилярҙарға арнап уҡыған шиғырҙары йѳрәктәргә үтеп инде. “Кейәү” менән “Кәләш”кә ғаилә тормоштарына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һорауҙар ҙа бирелде. Күршелә генә йәшәгән Фәриҙә Ноғаманованың уларҙың ғаилә тарихына ҡағылышлы ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙы һѳйләүе тамашасыларҙы тетрәндерҙе. Гѳлгѳнә апай һәм Дамир Харрасовтар тѳрлѳ ауыр яҙмыш һынауҙарына дусар булып та, күп михнәттәр күреп тә, бирешмәй, еңеп сығалар.
Ауылдаштар был матур парға әллә күпме йылы һүҙҙәр, теләктәр әйтте.
Гѳлгѳнә апайға “ағинәй” билдәһе итеп, ап-аҡтан яулыҡ ябындырҙылар. Дамир ағай ҙа, аҡһаҡал булып, нағышлы теүәтәй алды. “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары уларға бағышлап таҡмаҡтар әйтте һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Кисәнең иң матур ѳлѳшѳ - балаларының сәхнәгә сығып ҡотлауҙары булғандыр.

Кисә Фәриҙә Ноғаманованың, Ғәлиә Сәлимованың, Фәнүзә Ҡаһарманованың, III класс уҡыусыһы Әлиә Мѳҙәрисованың моңло йырҙары һәм йәш бейеүсе Нәргиз Сафинаның бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Тантаналы рәүештә Президент бүләге тапшырылды.
Рафаил Сәлихов һәм Рафаэль Сѳләймәновтар кисәне музыкаль яҡтан биҙәнеләр. Кисә сәй табыны менән тамамланды. Харрасовтар ғаиләһенә Хоҙай Тәғәләнән именлек, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡтарын күреп, изгелектәреп татып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын, тип теләйек.
Фәнүзә Ғарипова.
Асы.
Оставить комментарий