Ғүмерҙәре йыр кеүек

Уҙған йома Инйәр мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара Ғаилә кѳнѳн билдәләнеләр. Инйәрҙә йәшәгән Герой-Әсә Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы менән урмансы Хәким Мырҙабай улы Мѳхәмәҙиевтәрҙең бергә йәшәүҙәренә 58 һәм уларҙың 75, 80 йәшлек юбилейҙарына арналған сараны халыҡ театры режиссеры Сәғилә Сѳләймән ҡыҙы Мырҙағәлина менән Нурулла Мѳхѳтдин улы Миһранов үткәрҙе.

Маныштыла тыуып үҫкән Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы Миһранова йәшләй генә етем ҡалып, күп ауырлыҡтар кисерә. Ноҡатта күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Хәким Мырҙабай улына ла бик иртә үҙаллы тормош юлына баҫырға тура килә. Ѳйләнешеп, 1955 йылдан бирле һоҡланғыс ғүмер кисергән бәхетле парҙың йәшәү сере ябай - бер-береңә ихтирам һәм хѳрмәт, түҙемлек, сабырлыҡ, икең бер булып ғаилә йѳгѳн тартыу. Шулай булмаһа, 10 балаға ғүмер, матур тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра алырҙар инеме ни!? Икеһе лә тырыш, уңған һәм оҫта ҡуллы юбилярҙар бѳгѳнгѳ кѳндә лә гѳрләтеп донъя кѳтә. Хәким Мырҙабай улының намыҫлы фиҙаҡәр хеҙмәт емеше булып күкрәген орден-миҙалдар биҙәй. Герой-Әсә Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙының иңенә балаларҙы ҡарау, хужалыҡ эштәрен алып барыу ята. Шуға ла юбилярҙарҙы ҡотлаған балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең генә түгел, килен-кейәүҙәренең дә йѳрәккә үтеп инерлек һүҙҙәре ағинәй менән аҡһаҡалға иң ҙур баһа булып тора.

Юбилярҙарҙы Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Азаматов, 2-се Инйәр мәктәбе директоры Рәфил Иҙрисов, ошо уҡ мәктәптән Наилә Кималова, Мѳнирә Сәлимйәнова, Инйәр ветерандар советы рәйесе Насир Әлибаев, ветерандар советы ағзалары Нурулла Миһранов, Нурғәле Хәлилов, Сәғилә Мырҙағәлина ҡотлап бүләктәр тапшырҙы. Моңло йырҙар, шиғырҙар һәм бейеүҙәр был байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Бигерәк тә музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, юбилярҙарҙың бүләһе Салауат Хисмәтуллин менән Эльвина Яҡупованың, Рияна Мохтарованың бейеүҙәре, музыка мәктәбе хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Илнур Ҡәләмовтың йыры кѳслѳ алҡыштарға күмелде.
Тѳрлѳ яҡтарҙан килгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һәм туғандар ҙа талантлы булып сыҡты.
Ябайлыҡта - бѳйѳклѳк, тип дѳрѳҫ әйткәндәр. Һүҙгә һаран, үтә лә ябай һәм баҫалҡы юбилярҙарҙың ғүмер юлы ысын мәғәнәһендә маҡтауға лайыҡ. Бѳтә балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә һәм бүлә-бүләсәрҙәрегеҙгә йәшәү ѳлгѳһѳ булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерегеҙ.

З. Сѳләймәнова.
Оставить комментарий