Улар - Ботайҙың күрке

Ботайҙа йәшәгән Разия һәм Фәрит Ирғәлиндарҙың тормош ҡороп йәшәүҙәренә 50 йыл үтеп тә киткән. Алтын кѳҙҙәренә аяҡ баҫҡан юбилярҙар 4 улын һәм 1ҡыҙын үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Әле лә уларға атай йортоноң йылыһын ѳләшеп, терәк-таяныс булып ғүмер итәләр. Ошондай ҙур тантана айҡанлы Ирғәлиндар менән әңгәмә ҡорҙом.

- Бик һирәктәр генә тиң ҡартайып, алтын юбилейға етә. Һеҙ - шулар араһында. Ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ?

- Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмергә риза булып, үҙебеҙгә һаулыҡ теләп, балаларға бәлә һалмай йәшәүебеҙгә рәхмәтлемен. Үҙем насар булһам да, аралашҡан кешеләрем һәйбәт, - тип кѳлә Фәрит ағай.
Аллаға шѳкѳр, балалар үҫте, һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Ҙурайып бѳткән ейән-ейәнсәрҙәр бар. Тормошома риза булып, барына шатланып йѳрѳйѳм. Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең кеүек тиң ҡартайһын. Иҫләй ҡалһаң, ауылда мин белгәндән 3-4 кенә ғаилә 50 йыл бергә йәшәүҙәрен байрам итә алған икән. Йыр һүҙҙәре менән әйткәндә, «Иҫәнбеҙ беҙ, йәшәйбеҙ беҙ, Аллаға шѳкѳр».

- Ғаилә ҡорған саҡта үтә йәш, ҡарт егет менән ҡыҙ ҙа булмағанһығыҙ. Һеҙҙе нимә ҡауыштырҙы: мѳхәббәтме, дуҫлыҡмы, әллә димләнеләрме?

- Үҙебеҙҙә лә ҡыҙҙар бар ине ул саҡта, тик уларҙың етешһеҙ яҡтарын бигерәк күп беләм кеүек, ә Разия таныш түгел, бар яҡтан камил күренде, шуға ѳйләндем.

- Мине Фәүзиә еңгә димләне. Улар донъя кѳтѳргә сәмселдәр, донъяң бѳтѳн булыр, тине ул, - тип һүҙгә ҡушыла Разия апай. - Фәүзиә Ирғәлина (Ғәлина) Фәрит ағайҙың ике туған апаһы, Аҙнағол ауылы килене, Ишбулат Ғәлин менән башланғыс класс уҡытыусылары ине. 1960 йылдарҙа Ботайҙа йәшәнеләр.

- Бәхетле тип иҫәпләгән мәлдәрегеҙ күп булғандыр, ә шулай ҙа иң ҡәҙерле, онотолмаҫ ваҡиға бармы һәм ниндәй?

- Донъя бит ул - шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла эйәреп йѳрѳй. Тәүге балабыҙ Юлдаш, 4 малайҙан һуң Гѳлфиә тыуған кѳндәр һәр саҡ хәтерҙә.
Гѳлфиә ҡыҙыбыҙ һыуға янғас, 3 ай дауаханала яттыҡ. Үлер, тигәйнеләр. Уның йүнәлеп сығыуы, уландарымдың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуы, тәүге ейәнем Рәвил тыуыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 йәшендә генә мәрхүм булып ҡалды.

- Һеҙ Рәхимә инәй менән 39 йыл бергә йәшәнегеҙ. «Бер ҡаҙанға ике тәкә башы” нисек һыйҙы? Килен тѳшѳргәндә уға 56 йәш булған.

- Ҡәйнәмдән ҡурҡыңҡырай инем. Кѳслѳ ҡатын ине ул. Әйткәнен тыңлап, ололап йәшәп киттем. Ѳйҙә юҡтан тауыш сығарманы, ситтәгеһен мин ишетмәнем. Элек бит балаға ике ай ҙа булмай ҡала, эшкә сыҡтыҡ. Бѳтә балаларҙы ла ул ҡарашты. Ул яҡтан тыныс булдым.

- Таныш түгел тѳпкѳл ауылға кисен ҡараңғыла (декабрь) килеп индегеҙ инде, моғайын. Ул саҡта Белореттан «классный» тип йѳрѳтѳлгән пассажир поезы киске туғыҙҙарҙа ғына килә ине. Ботайға 3-4 саҡрым тағы тәпәйләргә. Кемгә тѳбәп килдегеҙ, берәйһе ҡаршыланымы?

- Интернатта тәрбиәсе булып эшләгән Рәшит Хәйруллин хәрби хеҙмәткә алынған, кеше юҡ. Шунан Ишбулат ағай, барыбер берәйһен табып килтерәм, тип, ҡалаға киткән дә Аҙнағолға һуғылған. Ә мин, эш хаҡы түләмәйҙәр, тип, ҡаланан эштән сығып ҡайтҡайным. Ишбулат ағай атайымдың ике туған ҡустыһы. Ул хәлде аңлатты, мин риза булдым, сѳнки хыялым - уҡытыусы булыу ине. Улар мине үҙҙәрендә йәшәтте.

- Тәүге тапҡыр осрашҡан мәлегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?

- Иртәгәһенә кискә табан, юҡ йомошто бар итеп, еҙнә, пленка алып килмәнеңме, тип, Фәрит килеп инде.
Һине күрергә килгән ул, пленка һылтау ғына, тип, кѳлѳшѳп ҡалды ағайым менән еңгәм.

- Фәрит ағайҙың сәскә бүләк иткәне булдымы?

- Ю-у-у-уҡ, мин үҙем - бүләк! (Фәрит ағай кѳлә).

- Ҡый, тип, мин ултыртҡанды йолҡоп ырғытып бѳтә. Ә шулай ҙа ике мәртәбә бүләк алып ҡайтты - плащ һәм япон яулығы, - ти Разия апай.
Ирмен тигән ир ағас ултыртырға, ѳй һалырға, малай үҫтерергә тейеш, тиҙәр. Фәрит ағай ике тапҡыр ҙур ѳйѳн дә, бәләкәй ѳйѳн дә һалған. Улдарына, ҡыҙына ла ѳй тѳҙѳнѳ. Ауылда уның ҡулы теймәгән ѳй юҡтыр. 2012 йылдағы ауыл байрамында уның йорто тәрбиәле, матур, тѳҙѳк йорттар рәтендә булды. Урмансы булып эшләгән ваҡытында ағасты ла күп ултыртты. 4 улы ла үҙе кеүек оҫта ҡуллы булып танылған.
1962 йылда килен булып тѳшкән ерендә таштай батҡан Разия апай интернатта тәрбиәсе, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ауылда күптән инде үҙ кешегә әйләнгән. Элекке уҡыусылары, мине Разия апай ѳйрәтте, шуға беләм, тип тора икән, был үҙе ҙур баһа түгелме ни?
Киләсәктә лә пар аҡҡоштарҙай матур ғүмер кисерегеҙ, хѳрмәтле Разия һәм Фәрит Ирғәлиндар!
М.Тѳхвәтуллина.
Ботай.
Оставить комментарий