Ғүмерҙәре йыр кеүек 24-05-2013, 09:05 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ғүмерҙәре йыр кеүек

Уҙған йома Инйәр мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара Ғаилә кѳнѳн билдәләнеләр. Инйәрҙә йәшәгән Герой-Әсә Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы менән урмансы Хәким Мырҙабай улы Мѳхәмәҙиевтәрҙең бергә йәшәүҙәренә 58 һәм уларҙың 75, 80 йәшлек юбилейҙарына арналған сараны халыҡ театры режиссеры Сәғилә Сѳләймән ҡыҙы Мырҙағәлина менән Нурулла Мѳхѳтдин улы Миһранов үткәрҙе....
Ныҡлы  ғаилә – ил  терәге 24-05-2013, 08:43 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ныҡлы ғаилә – ил терәге

Беҙҙең Асы ауылында 50 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләргә арнап ҙур байрам үткәреү һәм Президент бүләген тапшырыу матур бер йолаға әйләнде. Юҡҡа ғына халҡыбыҙҙа “Ир кеше - ил тотҡаһы”, “Яҡшы ҡатын - донъя тотҡаһы” тигән бик тәрән мәғәнәле, аҡыллы фекер ятҡан мәҡәлдәр килеп сыҡмағандыр, сѳнки борондан күп балалы, татыу ғаиләләр милләттең нигеҙен, киләсәген, илебеҙҙең кѳсѳн билдәләп торған....
Матур йәшәү сере - сабырлыҡта 24-05-2013, 08:39 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матур йәшәү сере - сабырлыҡта

Элек-электән әсәй-ѳләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя кѳтѳп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет! Шѳкѳр, шундай парҙар бихисап хәҙер. Әле бер, әле икенсе ауылда алтын, гәүһәр туйҙар үтә....
Яңы йылға аяҡ баҫҡанда 28-12-2012, 14:04 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда

Анна тырышып-тырмашып башҡорт телен ѳйрәнә, ә атаһы уға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ғѳмүмән, Шобуховтар ғаиләһендә ниндәйҙер тәбиғилек, ихласлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ мѳхите хѳкѳм һѳрә. Был йортта бесәйҙәр, ике эт, баһадир һәм ғорур тутыйғош ғаилә ағзалары менән гармонияла йәшәй....
Ике уңған йәрәшһә,  бәхет барыр йәнәшә 25-12-2012, 08:42 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә

Кешенең яҙмышы маңлайына яҙылған тип дѳрѳҫ әйтәләрҙер. Толпарҙа тыуып үҫкән Шәрифә Дәрүиш ҡыҙы Ноғайғолова менән Иҫке Тайышта тыуып үҫкән Рафаэль Сәлих улы Кинйәбулатов ҡасандыр бер ғаилә булып Белоретта ғүмер кисереүҙәре тураһында ике ятып бер тѳштәренә лә кергәне булмағандыр....
Бар  беҙҙә шундай  ҒАИЛӘЛӘР 25-12-2012, 08:38 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Бар беҙҙә шундай ҒАИЛӘЛӘР

“Ауыл матур Таһир-Зѳһрәләр менән”, тип йырҙа йырланғанса, һәр бер ауылдың үҙ таһирҙары, зѳһрәләре лә бар. Тормоштан йәм табып йәшәгәндәрҙе яратам. Ҡайһы берәүҙәр кеүек туҡтауһыҙ зарланып, юҡҡа-барға күңел тѳшѳрѳп, башҡаларҙың да кәйефен ҡырып йѳрѳгәндәр менән бер һуҡмаҡтан йѳрѳүе ауыр. Уйлаһаң, кѳнитмешең, кешеләр менән аралашыуың да, тормошҡа ҡарашың да - барыһы ла үҙеңдән генә тора....
Бер алманың ике яртыһы... 10-12-2012, 16:07 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Бер алманың ике яртыһы...

Йомғаҡтың устағы ѳлѳшѳ ҙурайған һайын, орсоҡтағыһы кәмей барған кеүек, аҡыл, зиһен, тормош тәжрибәһе, олпатлыҡ ѳҫтәлгән һайын, бала саҡтар, йәшлек йылдарынан тик матур хәтирәләр, балаларҙың һѳйѳнѳстәренә йыуаныу күберәк урын биләйҙер күңел түрендә. 50 йыл донъя йѳгѳн бергәләп тартҡан, ал таңдарҙы, кѳндәрҙең изгеһен, тормоштоң һикәлтәләрен дә уртаҡ бүлешеп йәшәгән юбилярҙар - Хәнифә Йосоп ҡыҙы һәм Әҡсән Шафиҡ улы Ялалетдиновтар тураһында һүҙебеҙ....
УЛАР хѳрмәткә лайыҡ 28-11-2012, 14:25 / Ғаиләм-ҡәлғәм

УЛАР хѳрмәткә лайыҡ

Оло йәшкә етеп тә, дәрт-дарманы, алға ынтылышы, фекер сослоғо менән йәштәргә үрнәк булырлыҡ кешеләр бар һәр ауылда. Беҙҙең Абҙаҡ ауылы ла ошондай абруйлы кешеләрҙән мәхрүм түгел. Бергә йәшәүҙәренең 51-се кѳҙѳн ҡаршы алған Хәбирә Йәрмѳхәмәт ҡыҙы һәм Әүәл Зәбир улы Ғайсиндар нәҡ шундайҙарҙан. Улар икеһе лә һуғыш йылдары балалары. Әүәл ағайҙың атаһы Зәбир Динислам улы Ғайсин да, Хәбирә апайҙың атаһы Йәрмѳхәмәт Йомағужа улы Йомағужин да балаларының тыныслығы ѳсѳн һуғышта баш һалғандар....