БИЛДӘЛЕ ДИН ӘҺЕЛЕ ИҘЕЛ БАШЫНДА

Рәсәйҙең баш мѳфтѳйѳ Шәйех-әл-Ислам Таджуддиндың һәм милләттәштәребеҙҙең, диндәштәребеҙҙең саҡырыуы буйынса бѳтә донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәт Башҡортостанға килде.

Алдан иғлан ителгәнсә, ул алты кѳнлѳк сәфәрендә әүлиәләребеҙгә зыярат ҡылып, мәсеттәребеҙҙә намаҙға баҫып, Аллаһ ризалығына аят-сүрәләр, илебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙға бәрәкәт килһен, милләтебеҙ иманға ҡайтһын, республикабыҙҙа, Рәсәйҙә, бѳтә донъяла тыныслыҡ булһын, тип, доғалар уҡыны. Мехмет хәҙрәт сәфәрендә Белорет ерен дә урап үтмәне. Сәфәр планына ярашлы, башҡорт халҡының бѳйѳк ата-бабаларының береһе - Шәғәле Шаҡман ерләнгән Ҡаһарман ауылына инде. Хѳрмәтле ҡунаҡты ауыл халҡы мәсет эргәһендә икмәк-бал менән ҡаршы алды. “Арғымаҡ” этно-рок тѳркѳмѳ егеттәре дини йырҙар башҡарҙы. Ҡурайсылар Мѳхәмәт Түлебаев, Әсҡәт Хәйернуров ҡурай тартты. Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәт ҡаһармандарҙың ҡунаҡсыллығын ихлас ҡабул итте. Ауыл мәсетенә инеп доға ҡылып сыҡҡандан һуң бѳтәһе лә мәктәпкә юлланды. Мәктәптең спорт залында бѳтә ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ѳсѳн абын ҡоролғайны. Унда сит ил ҡунағы ҡаһармандар менән бер табын артында сәй эсте.
- Аллаһы Тәғәлә бѳтәһенән дә риза. Һыуыҡ тип торманығыҙ, сабырлыҡ менән кѳттѳгѳҙ. Һеҙ бәхетле халыҡ. Бындай бәхеткә бѳтәһе лә ирешә алмай, был ҙур бер ниғмәт. Аллаһы Тәғәлә биргән тәғлимәт бѳтәһенә лә түгел, әҙ генә кешеләргә бирелә. Бында иң мѳһим нәмә - иман. Кем үҙенең хәленән риза икән, уға бирелә. Үҙ хәленә риза булмай йѳрѳһә, Аллаһы Тәғәлә: “Миңә үсегеп йѳрѳй”, - тип ҡабул итмәй. Тормош ҡыҫҡа ғына. Хоҙай һеҙгә бѳтә нәмәне биргән, матур ерҙә йәшәйһегеҙ. Һәр кѳн намаҙ
ҡылығыҙ. Кеше, кѳнѳнә ике тапҡыр ғына булһа ла, намаҙ ҡылырға тейеш, ул саҡта Аллаһы Тәғәлә һеҙгә яҡшы ҡарар, эштәрегеҙ уңыр. Бѳгѳнгѳ йыйыныбыҙ хәйерлегә булһын. Һеҙгә муллыҡ, бәрәкәт килһен. Ауырыуҙар, күҙ тейеүҙәр алыҫ торһон. Балалар тәүфиҡлы булып үҫһен. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе аҡылдан, имандан яҙлыҡтырмаһын, - тине Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәт. Артабан сәфәр ҡылыусылар Үрге Әүжән ауылы аша үтеп, Исмаҡай ауылы эргәһендәге Урал батырыбыҙға (ғ.с) зыярат ҡылды. Унда ла хѳрмәтле ҡунаҡтарҙы әҙерләнеп кѳтѳп торалар ине. Диндәштәребеҙ Ѳфѳ, Ҡазан, Бѳрйән, Әбйәлил, Учалы һәм башҡа район-ҡалаларҙан Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәтте күрергә килгән. Мехмет хәҙрәт Урал батыр ҡәбере тип йѳрѳтѳлгән урынды ҡарап, үҙенең фатихаһын бирҙе һәм бында башҡорт халҡының бѳйѳк кешеһе ятыуын дѳрѳҫләне. Тѳшкѳ намаҙ уҡығандан һуң ул халыҡ менән аралашты. Оло ҡунаҡтарҙы хѳрмәтләп табын ҡоролғайны. Уны әҙерләүҙә Белорет, Әбйәлил райондарының дин әһелдәре, айырым кешеләре ҙур ѳлѳш индергән. Ҡорбан ашын һәр кем ауыҙ итте. Был сәфәргә килгәндәр оло ҡунаҡ менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, йәшәүгә дәрт, ышаныс алып таралышты. Күптәрҙе “Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәт ниңә Башҡортостанға килә?” тигән һорау ҡыҙыҡһындыралыр. Хѳрмәтле ҡунаҡтың әсәһе Әминә Башҡортостанда тыуған. Әминәгә ѳс кенә йәш булғанда атаһы тыуған яҡтары менән хушлашып, иманын һаҡлар ѳсѳн Сүриә тарафына юлланырға мәжбүр була. Күп йылдар үткәс, уның ейәне - Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәткә олатаһының тыуған ерен күрергә насип итте.

Учалы районы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенән Мансур хәҙрәт:
- Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәт аша Башҡортостанға ҡот ҡайта. Ул иман нуры ѳләшә, эштәребеҙгә уңыш килтерә. Халҡыбыҙ уның доғаһы менән намаҙға тора. Уның менән аралашҡандан һуң күп халыҡ насар ғәҙәттәрен ташлай. Кисә Әүлиә тауында 500-ҙән ашыу кеше йыйылды. Ул күп балаларҙы ѳшкѳрҙѳ, доғалар ҡылды. Уның беҙгә килеүе - Башҡортостанға Хоҙай бүләге.
Р.Мусина.
Оставить комментарий