ТӘҮБӘ ИТЕҮЕ МѲҺИМ

"Беҙҙең ауыл муллаһы элек хәмерҙән айырыла алмай йәшәне, хәҙер Ҡѳрьән уҡып йѳрѳй... Ундай кешеләр дин тарата аламы?"
Мәүлит хәҙрәт МѲХӘМӘТЙӘНОВ:
- Әлеге һорауға яуап бирер алдынан шуны әйтке килә, ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре ихластан дин тотаһы урынға, башҡаларҙың ғәйебен эҙләп, күңел тынысландыралар, ахырыһы... Иң беренсе сиратта, шуны иҫкә тѳшѳрәйек, изге Ҡѳрьән Кәрим Ислам диненә, һидиәт юлына кемдәрҙе саҡыра һуң? Ҡѳрьән Кәрим аҙашҡан, һаташҡан бәндәләрҙе тура юлға саҡыра. Аллаһы Тәғәлә иман килтерергә ѳндәй. Шулай булғас, кемдер ҡасандыр тура юлдан тайпылып, аҙашып йѳрѳгән икән, ә хәҙер иманға килеп, мәхәлләлә Ислам диненә ѳндәүҙә етәкләп барыусы булмағанлыҡтан, имамсылыҡ вазифаһын башҡарырға батырсылыҡ иткән икән, уға йәмһеҙ ҡараш менән ҡарау дѳрѳҫ түгел. Беҙ улар ѳсѳн шатланып: "Әлхәмдүлилләһ, был бәндәләр ҙә тура юлға күнделәр", - тип һѳйѳнѳргә тейешбеҙ. Бындай зарланыусыларға: "Һин үҙең дин юлына баҫтыңмы һуң, намаҙ уҡыйһыңмы?" - тип һораһаң, "Юҡ әлегә", - тиҙәр. Шулай булғас, йәғни тәүбәгә килеп, намаҙ уҡыусы дәрәжәһенә етмәгәс, башҡаларҙы нисек ғәйепләргә мѳмкин? Берәүгә Аллаһы Тәғәләнән шундай ғибрәт насип булған икән, беҙ уның элекке тормошона иғтибар бирергә тейеш түгел. Кешенең элекке
гонаһтарына ихластан тәүбә итеүе һәм ҡабат яҙыҡ юлға әйләнеп ҡайтмауы мѳһим. Сәхәбәләр араһында ла бындай миҫалдар бар. Мәҫәлән, Ғүмәр (р.ғ.) иманға килгәнсе күп гонаһтар ҡылған булған, хатта иҫерек хәлдә пәйғәмбәрҙәребеҙ Мѳхәммәт ғәләйһис-сәләмде үлтерергә тип сығып киткән. Әммә ул тәүбә итеп, иман юлына баҫып, Ислам диненә ҙур хеҙмәттәр күрһәтә. Беҙ хәҙрәт Ғүмәрҙе (р.ғ.) шелтәләй, "уға бындай дәрәжә тейеш түгел", тип әйтә алмайбыҙ. Был дѳрѳҫ булмаҫ ине. Шулай уҡ тәүбә итеп, дингә килеүселәрҙе лә элекке эштәре ѳсѳн ғүмер буйына әрләү, батырыу, ғәйепләү дѳрѳҫ ғәмәл түгел.
Оставить комментарий