Ҡорбан сала беләһеңме?

Ҡорбан салыу — ул билдәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә рухыбыҙ менән яҡынайыу, бының ѳсѳн ҡуш тояҡлы малды шәриғәт ѳйрәткән юл менән салыу. Ҡорбан салыуҙың иң беренсе маҡсаты - Аллаһының ризалығын алыу ѳсѳн уның әмерен үтәү, мосолмандарҙың тәҡүәлеген (динилеген) арттырыу, байрам кѳндәрендә ҡорбан ите һәм бүләктәр таратып, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, күршеләр араһында яҡшы мѳнәсәбәттәр булдырыу.

Шәриғәтебеҙҙә фарыз, вәжиб, нәҙер, ғаҡиҡа, вәлимә һәм нәфел ҡорбандары киң таралған. Әгәр ҙә мосолман кешеһе, бай йә иһә фәҡир булыуына ҡарамаҫтан, ҡорбан айы еткәс: "Мин ҡорбан салам", - тип Аллаһы Тәғәләгә вәғәҙә иткән, нәҙер әйткән булһа, ҡорбанын салыу вәжиб була. Ҡорбанды һәр мосолман - аҡылы камил, бәлиғ йәштә, ирекле булһа, (әсир, ҡол, хѳкѳм ителгән түгел), тейешле байлығы булған иманлы кеше үҙе һәм яҡындары ѳсѳн сала. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) сѳннәте буйынса ҡорбан салыу тәртибе бар. Ҡорбан байрамына бер нисә кѳн ҡалғас, малды айырым таҙа урында тоторға, йѳнѳн ҡырҡмаҫҡа, һаумаҫҡа кәңәш ителә. Ҡорбан салаһы кешенең алдан ғѳсѳллѳ булыуы шарт. Малды һуйыр алдынан бысаҡты үткерләп ҡуйыу зарур. Малды ҡиблаға ҡаратып, һул яғына ятҡыралар.

Ҡаны һәйбәт аҡһын ѳсѳн ҡорбанлыҡ малды салғанда ике алғы, бер аҫта ҡалған артҡы аяғын ғына бәйләргә кәрәк. Ҡаны аҡһын ѳсѳн соҡор ҙа ҡаҙыла. Ҡаны ағып бѳткәс, "Ихлас" сүрәһен уҡыйҙар. Ҡорбан малының һѳйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа итеү хаҡында Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙистәрендә ишаралар юҡ: был ҡорбан салдырыусының ихтыярында. Әгәр ҙә хужалыҡта эт, бесәйҙәр булһа, уларға ашатыу хәйерле, улар юҡ икән, күмеп ҡуйыу яҡшы. Итен ѳс ѳлѳшкә бүлеп, бер ѳлѳшѳн меҫкендәргә таратырға, бер ѳлѳшѳн дуҫ-иштәрҙе, туғандарҙы саҡырып ашатырға, бер ѳлѳшѳн үҙ ғаиләңә ҡалдырырға, тиреһен саҙаҡа итеп бирергә кәрәк. Ғаҡиҡа ҡорбанының мәғәнәһе - бала тыуғандан һуң 7-14 кѳнѳндә (мѳмкинлек булмаһа, тыуған кѳнѳн билдәләгәндә), сабый һау- сәләмәт үҫһен тигән ниәт менән һарыҡ һуйыу.

Ир бала тыуһа, ике һарыҡ, ә ҡыҙ бала тыуһа, бер һарыҡ салына. Ғаҡиҡа ҡорбанының һѳйәктәрен һындырырға ҡушмайҙар. Һѳйәктәре быуынынан ғына айырылып ҙур килеш бешерелә, ташланмай, ергә күмелә. Ғаиләһе ишле кешеләр ғаҡиҡа ҡорбанын үҙҙәре генә ашай ала, ләкин туғандар, күршеләр, ҡоҙа- ҡоҙағыйҙар менән ашау сауаплыраҡ. Ниндәй ҙә булһа эштең, хәлдең хәйерле барып сығыуына ѳмѳт итеп һуйылған ҡорбанды нәҙер ҡорбаны тиҙәр. Никах уҡығандан һуң, туй мәжлесендә салына торған ҡорбанға вәлимә ҡорбаны тиелә. Алған ҡатыныңа ниндәй генә мәһәр бирһәң дә, туй мәжлесендә Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу ниәте менән ҡорбан салып, күршеләреңде, туғандарыңды һѳйѳндѳрѳп, уларҙың ризалыҡтарын алһаң - ғаиләңдә йәшәү бәрәкәте булыр. Нәфел ҡорбанын мосолмандар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында сала ала. Был ҡунаҡ килгәндә салына торған ҡорбан, йәки ҡорбан итеп салып, балалар, туғандар һәм башҡалар менән бүлешеп ашай торған ҡорбан.
Ҡорбан салғандан һуң түбәндәге доғаны уҡырға кәрәк: "Эй, Аллам, был ҡорбанды минән, үҙеңдең һѳйѳклѳ Мѳхәммәтеңдән үә дуҫың Ибраһимдан (ғ.с.) ҡабул иткән кеүек, ҡабул ит".
Оставить комментарий