МӘСЕТ - РУХИ ЙОРТОБОҘ

Шығай ауыл хакимиәте 2003 йылдың 8 Март байрамы кѳнѳ үҙенең яңы бинаһын туйланы. Был
социаль-мәҙәни үҙәктә почта, китапхана, полиция участкаһы, АТС, мәҙәниәт йорто, ФАП урынлашты. Элек фельдшерлыҡ пункты урынлашҡан бинаны хакимиәт башлығы Р.С. Шәрәфетдинов инициативаһы менән мәсеткә әйләндерҙек.

Олоғайған һуғыш ветераны, ауыл хәҙрәте Мәһәҙи ағай Әбсәләмов үҙ бурыстарын күсеп килгән Дим хажиға тапшырҙы. Киноаппараттың тауыш кѳсәйткесен урынлаштырғас, Дим хажи ауылға аҙан тауыштарын яңғыратты, йома намаҙҙары үткәрә башланы. Шығай ауылына иман килде, ауыл һауаһы таҙарғандай, һулыштар иркенәйгәндәй тойолдо. Ләкин бер йыл үткәс, Дим хажиҙы Ѳфѳ мәсетенә алдылар. Шунан һуң Шығай мәсетендә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан рѳхсәтһеҙ, үҙҙәрен мулла тип атаған бер нисә кеше дини саралар үткәрҙе. Шығай мәсетендә бѳгѳнгәсә дин тотоусыларҙы үҙе артынан әйҙәгән мулла юҡ. Быға күп кенә сәбәптәр бар. Электр сымдарын кабелгә алыштырыусы «БашЭнерго» хеҙмәткәрҙәре электр энергияһын бѳтѳнләй ѳҙҙѳ, сѳнки мәсет документтары юлланмаған. Мәсетте йылытыу системаһы эшләнмәгән. Был йәһәттән тѳрлѳ тәҡдимдәр бар: йома һайын утын менән йылытыу; туңмай торған шыйыҡлыҡ менән эшләгән батареялар ҡуйып, йома кѳндәрендә һәм дини байрамдарҙа ғына йылытыу. Мәсет йорто, ФАП күскәнгә 11 йыл үтеү сәбәпле, туҙа башланы. Ямғыр, ҡар манаралағы майҙансыҡ аша мәсет түбәһенә тѳшә һәм серетә.

Дингә битараф булмағандар, оло кешеләр йыйылып, Динә Рәсүл ҡыҙы Канафинаны мәсеттең старостаһы (диндә ундай вазифа бармы икән, белмәйем), ә Алмабикә Әлипбай ҡыҙы Ғәлиуллинаны казначейы итеп һайланы. Мәсеткә электр уты тоташтырмайынса, йылытыу системаһын яйға һалмайынса, бер ниндәй мулла-хәҙрәт килмәйәсәк, тигән һығымтаға килде йыйылыш. Белорет ҡалаһындағы «Жәмиғ» мәсете имам-хатибы Исмәғил хәҙрәт Мѳхәмәтйәнов ебәргән уҡымышлы йәш муллалар килеп аҙна ла тормай, кире китте. Ошо кѳндәрҙә, Ҡорбан байрамына әҙерлек йѳҙѳнән, пенсионерҙар ирле-ҡатынлы Динә Рәсүл ҡыҙы һәм Хәниф Хәсән улы Канафиндар мәсетте ремонтлар ѳсѳн профнастил, буяу, башҡа кәрәк- ярағын алып бирҙе. Ѳмә яһап, мәсет башын профнастилға алыштырҙыҡ. Был эштә ауыл депутаттары Хәбир Шиһапов, Флүр Мѳхәмәтдинов әүҙемлек күрһәтте.

Йәш депутат Флүр Мѳхәмәтдин улы тураһында айырым әйтеп үтеү кәрәктер. 5000 һум аҡса биреүҙән тыш, ѳс намаҙлыҡ бүләк итте. Ѳмәләрҙә һәр ваҡыт халыҡты ойоштороп, алдан йѳрѳй. Бик ярҙамсыл, асыҡ күңелле кеше. Эшҡыуар Зәбир Шәйәхмәтов - 4000 һум аҡса, Хѳсәйендән эшҡыуар Рауил Иҫәнғужин таҡта бирҙе. Ағалы-ҡустылы Динар менән Данир Мостафиндар, Рәмил һәм Рәсих Ғәлиуллиндар, Илмир Шиһапов, Илнур Нурмѳхәмәтов, Азамат Ғизитдинов, Сафур Хәтиуллин бейек ҡыйыҡ башында ике кѳн буйы эшләне. Шығай халҡы әүҙемлек күрһәтеп, мәсет йортоноң тышын таҡта менән ҡапланы. Хәҙер буяп, электр энергияһын үткәреп, йылытыу системаһын эшләһә, Ѳфѳгә барып документтарын еренә еткереп ҡуйһа, бәлки, ситтән килгән хәҙрәттәр ҙә ауылда ҡалыр, Шығайға рухи ҡот ҡуныр, тигән ѳмѳттә ҡалам.
Инсаф КАНАФИН, ауыл старостаһы.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий