Рәсәй халҡы берҙәмлеге менән кѳслѳ

Диндәр диалогы һәм милли берҙәмлек - йәмғиәттәге патриотизмдың нигеҙе
25 мартта Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса дәүләт власы органдарының традицион конфессиялар менән кәңәшмәһе үтте.

“Диндәр диалогы һәм милли берҙәмлек - йәмғиәттәге патриотизмдың нигеҙе” тип аталған форумда республика етәкселәре, традицион конфессиялар, милли берекмәләр һәм йәмәғәт структуралары, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы, Фе- дераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, уҡыу йорттары һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, журналистар ҡатнашты. Шулай уҡ форумда Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил, Бѳрйән, Күгәрсен райондары, Учалы, Белорет ҡала- райондары вәкилдәре, дәүләт-конфессия мәсьәләләре буйынса комиссия етәкселәре, дин әһелдәре үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мѳнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Петрович Пятков, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов, Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархаты Баш- ҡортостан митрополияһының Салауат епархияһы идарасыһы Салауат һәм Күмертау Епископы Николай, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының экстремизмға ҡаршы тороу буйынса үҙәге начальнигы Алик Малик улы Миняшаровтың сығыштарын тыңланы. Диалогта ҡатнашыусылар сығыштарын милләт- ара дуҫлыҡты нығытыуға, йәштәрҙе патриотизм рухында тәрбиәләүгә, экстремизмға һәм терроризмға юл ҡуймаҫҡа, үҙебеҙҙең ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе, традицион динебеҙҙе нығытыу ѳҫтѳндә эшләргә кәрәклеге тураһында һѳйләшеү алып барҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Владимирович МИХАЙЛОВ сығышын Рәсәй мосолмандарының тарихи традицияларға тоғро ҡалып, Рус православие сиркәүе һәм башҡа диндәр менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап, уларҙы йәш быуынға изге ниәттә еткерергә тырыша, тип башлап ебәрҙе. Ислам дине - Рәсәй тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ватанды данлаусылар, илгә лайыҡлы хеҙмәт иткән дәүләт, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, яугирҙәр араһында мосолмандар ҙа, христиандар ҙа күп. Бөйөк Ватан һуғышында ла тѳрлѳ милләт халҡы еңеүгә тос өлөш индерҙе.

- Былар барыһы ла беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ һәм беҙ уны изге күреп һаҡларға, һуғыш яландарында ла,
тыныс хеҙмәттә лә бергә булған атай-олатайҙарыбыҙ иҫтәлеге итеп ҡарарға бурыслыбыҙ. Улар бер ҡасан да иптәштәрен милләтенә, ниндәй дин тотоуына ҡарап айырмаған, бер- береһенә ҡарата ихтирамды баһалай белгән, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә кисергән, - тине ул һәм диалогҡа йыйылған дин әһелдәрен үҫеп килгән быуынды үҙ-ара ихтирам, илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә саҡырҙы. Бигерәк тә йәштәргә һәм балаларға дөрөҫ дини тәғлимәт биреүгә иғтибар һәм көстө йүнәлтергә кәрәклеген, дин буйынса белемле кадрҙар әҙерләүҙең көнүҙәк мәсьәлә булғанлығын белдерҙе.

Тәлғәт ТАЖЕТДИН, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Шәйхелислам, Баш мөфтөй:
► Ислам рәсми рәүештә дәүләт кимәлендә Рәсәйҙең традицион диндәренең береһе булып танылған.
Рәсәй, күпселек халҡы православие христиандары булһа ла, бөтә донъяға, Европаға дингә тигеҙ ҡараш өлгөһө күрһәткән. Төрлө милләт кешеләренең дөйөм тырышлығы менән бөйөк дәүләт барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ, һәр этнос үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған. Ҡайһы бер ҡара көстәр Рәсәйҙе тарҡатыу маҡсатында беҙҙең ил биләмәһендә этник-ара ыҙғыштар ҡуптармаҡсы була. Радикалдар төрлө ағымдарҙы индерергә маташа. Әммә Рәсәй халҡы һәр ваҡытта ла берҙәм булды һәм милләт-ара ыҙғышҡа юл ҡуймаясаҡ. Рәсәй тарихына байҡау яһаһаҡ, атай-олатайҙарыбыҙ араһында милли һәм дини бүленеш булмауына, бер-береһенә оло ихтирам, ярҙам күрһәтеүенә, шунлыҡтан ауыр һуғыш юлдарын бергәләп үтеп, еңеүҙәр яулауына һоҡланабыҙ.

Айнур Нурғәле улы АРСЛАНОВ, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары:
► Ислам барлыҡ кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға, үҙ- ара дуҫ йәшәргә саҡыра. Ҡѳрьән дә бик күп аяттар мөнәсәбәттәрҙе ғәҙеллек, дуҫлык һәм игелеклек нигеҙендә төҙѳргә өндәй. Ислам дөрѳҫлѳккә-ғәҙеллеккә һәм тыныслыҡҡа саҡыра, кешенең азатлығын һәм намыҫын яҡлай. Ислам мосолмандарға башҡа дин вәкилдәренә ҡарата ғәҙел һәм илтифатлы булырға, уларҙың хоҡуҡтарын, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен хөрмәт итергә саҡыра. Ислам бер-береңә ҡарата түҙем, сабыр булырға өйрәтә. Беҙ ҙә, ошо назаратҡа ҡараған йәштәр, үҙебеҙҙең иңебеҙгә һалынған бурысты аңлап, йәштәр араһында милләт-ара низағтар булдырмаҫ ѳсѳн аңлатыу эштәре алып барабыҙ һәм уларҙы насар ҡылыҡтарҙан йолоп ҡалыу ѳсѳн бар кѳсѳбѳҙҙе һалабыҙ. Йәштәр араһында тѳрлѳ конкурстар, спорт ярыштары, бәйгеләр ойошторабыҙ. Уларҙы изге эштәргә йәлеп итергә тырышабыҙ.

Нурмѳхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛА, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мѳфтѳй:
► Халыҡтың иманға ҡайтыуы тормошобоҙҙо үҙгәрткәндәй бул- һа ла, икенсе яҡтан, дингә ышыҡланып, яман эштәрен башҡарған, ҡурҡыныс идеологияны алып барған төркөмдәр ҙә барлыҡҡа килде... Традицион диндән ситкә тайпылған йәштәрҙе күрергә теләмәүҙән мәсьәлә хәл ителмәйәсәк. Йәштәрҙең ҡайһыһы аңлап, ә күптәре, төшөнөп тә етмәйенсә, хәүефле дини ағымдарға эйәрә. Шуға күрә иң әһәмиәтлеһе - мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе ошо тоҙаҡтан һаҡлап ҡалыу. Традицион динебеҙҙә уҡытыусы мөғәллимдәрҙең әҙерлекле булыуы мөһим. Дини ғилем биреүгә яуаплы ҡарарға кәрәк, осраҡлы кешеләрҙең уҡытыуын, курстар үткәреүен мотлаҡ туҡтатмаһаҡ, яҡшыға алып бармаҫ. Әлеге ваҡытта Иман йорттарын традицион юлда булған йәш имамдар менән тәьмин итеү кисектергеһеҙ мәсьәлә. Икенсе ағымға эйәргән йәштәр араһында аңлатыу эштәрен әүҙем алып барырға кәрәк. Үҙебеҙҙең телдә тәрән йөкмәткеле күләмле дини китаптар әҙерләү ҙә күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки хәҙер йәштәр күпләп дингә килә. Улар дин йолаһын үтәүгә генә түгел, уның асылына төшөнөргә, был тәғлимәтте ныҡлап өйрәнеп, йәшәү рәүеше итеп алырға теләй. Дини етәксе уҡымышлы, юғары мәҙәниәтле, ғилемле, тәжрибәле һәм бөтә яҡлап аңлы булырға тейеш.

Румил Тәлғәт улы АҘНАБАЕВ, Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
► “Телен һаҡлаған халыҡ — илен һаҡлаған халыҡ” тигән мәҡәл бар. Беҙ күп милләтле Башҡортостан ерендә йәшәйбеҙ. Башҡорт ҡоролтайы рәйесе булараҡ, тәү сиратта мине мәктәпкә беренсе класҡа килгән башҡорт балаларын башҡорт телендә уҡытмау мәсь- әләһе борсой. Үҙ телендә һѳйләшә белмәгән баланы бер нисек тә патриот итеп тәрбиәләп булмай. Тыуған илгә, ергә, телгә һѳйѳү, милләтең менән ғорур-ланыу туған тел аша ғына бирелә. Бѳгѳн мин йәштәргә илһөйәрлек тойғоһо ҡандан күсә, тип әйтер инем. Шуның ѳсѳн балаларығыҙҙы туған телегеҙҙә уҡытырға ты-рышығыҙ. Башҡорт телен яҡшы белгән бала сит телдәрҙе лә яҡшы үҙләштерә, иманлы, инсафлы була.

Наркис Фәдис улы АЛМАҠАЕВ, Башҡортостан Республикаһы прокурорының Федераль именлек, милләт-ара мѳнәсәбәттәр һәм экстремизмға ҡаршы тороу закондары үтәлешен күҙәтеү буйынса ѳлкән ярҙамсыһы:
► Милләт-ара мѳнәсәбәттәр - иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе. Әгәр ҙә был мәсьәләләрҙе урындағы власть кешеләре ишетергә теләмәһә, күрмәһә, был милли һәм дини нигеҙҙә ауыр конфликттарға килтерә, халыҡ был проблемаларҙы үҙе, законһыҙ ысулдар менән хәл итергә маташып ҡарай. Йыш ҡына конфликттар кѳндәлек тормошта тыуа, әгәр инде унда тѳрлѳ милләт вәкилдәре ҡатнашһа, экстремистар уны үҙҙәренең яуыз сәйәси маҡсаттарына ѳлгәшеү ѳсѳн этник-ара кѳсѳргәнеште кѳсәйтеү юҫығында файҙалана, ә киң мәғлүмәт саралары һәм Интернет уны эләктереп алып тарата һәм бының менән хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә. Һуңғы ваҡытта Интернет аша милләт-ара низағ тыуҙырған йәштәр менән эш алып барылды. Ҡайһылары закон тарафынан яуапҡа тарттырылды. Бындай күренештәр Белоретта ла булды.

Виктор Александрович ПЧЕЛИНЦЕВ, “Башҡортостан рустары Соборы” тѳбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты рәйесе:
► Милләт-ара мөнәсәбәттәр башлыса дәүләт сәйәсәте аша яйға һалынһа, Рәсәйҙә конфессиялар
араһындағы диалог күп быуаттар дауамында донъяның ике төп диненең йәнәшә йәшәүе нигеҙендә ҡоролоп килде. Бер динде тотоусылар үҙҙәренең иманы һәм үҙаңы ярҙамында башҡа динде аңларға һәм хөрмәт итергә тырышты. Был конфессиональ диалог өсѳн дә, мөнәсәбәттәрҙәге асыҡлыҡ өсѳн дә яңы шарттар тыуҙыра. Беҙҙең тѳбәктә халыҡтар араһындағы диалог һәр ваҡыт йәшәп килә. Башҡортостанда төрлѳ конфессия вәкилдәре араһындағы мөнәсәбәттәр шул ҡәҙәр гармониялы һәм айыҡ аҡылға нигеҙләнгән идеялар менән һуғарылған, улар был мѳхиткә уйлап табылған проблемаларҙың үтеп инеүенә ҡаршы үҙенсәлекле бер иммунитет булдырҙы. Шуға күрә Башҡортостанда ислам-христиан мөнәсәбәттәренең хрис- тианлыҡтың үҙ конфессияһы эсендәге мөнәсәбәттәргә ҡарағанда ла нығыраҡ булыуы ғәжәп түгелдер. Һис шикһеҙ, милләттәргә, дингә ҡағылған диалог тыныслыҡ һәм татыулыҡ сәйәсәтен дауам иттереүҙә яңы мѳмкинлектәр асасаҡ.

Һѳйләшеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһының да сығыштары глобалләшә барған донъя шарттарында халыҡ-ара тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу, милли мәҙәниәтте, телдәрҙе яҡлау һәм һаҡлау, милли мѳнәсәбәттәрҙең тѳрлѳ аспекттарын кѳйләү тураһында булды. Милләт-ара мѳнәсәбәттәрҙең нигеҙе булып киләсәктә лә ышаныс, асыҡлыҡ, бер-береңә ихтирам, диалог һәм ижад ҡалырға тейеш. Форумда шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил имам- хатибтары ла сығыш яһаны. Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында эшләп килгән мәсет, сиркәүҙәрҙе рәсми теркәү, документтарҙы тәртипкә килтереү, дини эштәрҙе әүҙемләштереү кеүек мәсьәләләр тураһында ла сығыштар тыңланды. Йәмәғәт эшендә актив ҡатнашҡан дин әһелдәренә бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
С. МИНҺАЖИТДИНОВА.
Оставить комментарий