"Берҙәм булғанда тормош алға барасаҡ"

"Берҙәм булғанда тормош алға барасаҡ"
Район имамдары семинар-кәңәшмәгә йыйылды

Миллионлаған мосолман йәшәгән илебеҙҙә традицион Ислам динен экстремизмдан айырыу мәсьәләһе дәүләт һәм йәмғиәт берҙәмлеге өсөн мөһим булып ҡала. Ислам ҡиммәттәрен хөрмәт иткән, шул уҡ ваҡытта башҡа диндәргә лә ихтирам менән ҡараған кеше генә ысын мосолман була ала. Республикалағы ислам ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ сифаттары менән айырыла.
Йәштәр, ауыл ерендә йәшәүселәр араһында әхлаҡһыҙлыҡтың, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының, алкоголизмдың артыуы, бы- уат сирҙәренең тағы ла күбәйеүенә юл ҡуймау, хәлдән килгәнсе ярҙам итеү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләште семинар-кәңәшмәлә район имамдары. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район-ҡаланың имам-мөхтәсибе Мәүлит Мөхәмәтйәнов һәм имам-хатиптар ҡатнашты.
Йәштәр, ауыл ерендә йәшәүселәр араһында әхлаҡһыҙлыҡтың, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының, алкоголизмдың артыуы, быуат сирҙәренең тағы ла күбәйеүенә юл ҡуймау, хәлдән килгәнсе ярҙам итеү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләште семинар-кәңәшмәлә район имамдары. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район-ҡаланың имам-мөхтәсибе Мәүлит Мөхәмәтйәнов һәм имам-хатиптар ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмә ҡаланың мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, тарихи- крайҙы өйрәнеү музейына сәйәхәтенән башланды. Илгиз Сафый улы менән дини делегацияны тәүгеләрҙән булып Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ҡаршы алдылар. Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова ҡунаҡтарҙы белем усағы, мәктәп музейы менән таныштырҙы, улар III-IV класс уҡыусылары менән аралашты, һорауҙар бирҙе. Балалар ҙа дин әһелдәренә аят-сүрәләре уҡыны, “Урал батыр” эпосын һөйләне, йырҙар йырлап оҙатып ҡалды. Әйткәндәй, гимназияла күптән инде ғәрәп теле индерелгән, балалар ҙа фәнде теләп өйрәнә.
Тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында ҡунаҡтар район- ҡалабыҙҙың бай тарихы, йәшәйеше менән танышты. Ә ҡаланың Психотерапевтик үҙәгендә имамдарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар күп булды. Мөдир вазифаһын башҡарыусы Флүрә Ғилметдинова үҙәктең эше менән таныштырҙы, имам-хәҙрәттәр оло йәштәге пациенттарҙың релаксация мәлен ҡараны. Республика райондарында тәүгеләрҙән булып асылған был үҙәккә ике генә йыл, шул арала үҙәктең үҙ пациенттары барлыҡҡа килде. Лицей-интернатта дин әһелдәрен ҡурай-ҡумыҙҙа уйнап, сәксәк менән ҡаршы алдылар. Мәғариф усағы хужабикәһе Гөлнара Зәйнетдинова лицей, ятаҡхана менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар технология кластарын, бай йөкмәткеле музейҙы ҡараны, уҡыусыларҙың бейеү түңәрәгендә булды, балалар үҙҙәре лә өҙҙөрә баҫып бейеп күрһәтте. ]
“Аҡ мәсет”тә өйлә намаҙын уҡығандан һуң, муниципаль район хакимиәтендә семинар-кәңәшмә дауам итте, сараға ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡушылды. Йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, тәртип боҙоуҙар менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙә йәмәғәтселектең роле, урындағы үҙидаралыҡ органдарының руханиҙар менән хеҙмәттәшлеге тураһында, мәсеттәр төҙөү, ерҙәрен рәсмиләштереү, Уставтарын яңыртыу кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Дин әһелдәре лә ауылдарҙа мосолман байрамдарының ни- сек үтеүе, халыҡ менән нисек эшләүҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
- Рәсәй Федерацияһында, бигерәк тә һуңғы ике тиҫтә йылдар дауамында, илдең һәр гражданына дин тотоу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Республикала, район хакимиәтендә лә уңайлыҡтар булдырылған. Муниципаль район хакимиәтендә 2010 йылдан Конфессия-ара совет эшләп килә. Совет составына төр- лө дин, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ойошмалар етәкселәре ингән. Хәл итәһе мәсьәләләр күп, әлбиттә. Бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсет, сиркәү ерҙәре хосусилаштырылмаған. Эш яйлап ҡына алға бара. Мәсеттәр төҙөү, дин әһелдәренең тейешле белеме булмауы, уларҙың да район тормошонан йыраҡ тороуын күҙ уңында тотоп, ошондай кәңәшмә үткәрергә ҡарар иттек. Имамдарҙың күбеһе ҡалалағы учреждениеларҙың ҡайҙа урынлашҡанын, уларҙың тәғәйенләнешен дә белмәй, шуға ла төрлө ойошмалар менән таныштырырға тырыштыҡ, улар быға бик рәхмәтле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары булып тора, тормошта үҙен таба алмаған кешеләр байтаҡ. Бына был ваҡытта традицион медицина һәм дин әһелдәренең һүҙе ярҙамға киләсәк. Ниндәй генә дин булмаһын, берҙәм, дуҫ булғанда беҙҙең тормош алға барасаҡ, - тине Илгиз Сафый улы Теләүбаев кәңәшмәне йомғаҡлап.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Наталья БАТРАКОВА фотоһы.

Оставить комментарий