ИМАН НУРЫ ҠУНҒАН КҮҢЕЛДӘР

ИМАН НУРЫ ҠУНҒАН КҮҢЕЛДӘРОшо көндәрҙә Учалы районының Ҡобағош ауылында Мәсғүт Билал улы Билалов исемендәге призға изге Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы булып үтте.
Унда Өфө, Белорет ҡалаларынан һәм Йылайыр, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән райондарынан килгән балалар ҡатнашты. Тәүге тапҡыр ойошторолған ҙур сарала 5-тән 15 йәшкә тиклемге 27 бала Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу буйынса белемдәрен һынап ҡараны.
Учалы район-ҡала мөхтәсибе Дим Закиров изге сарала ҡатнашырға йөрьәт иткән балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, конкурсҡа фатиха бирҙе. Унан һуң һүҙ Баймаҡ районынан килгән ахун Хәмзә хәҙрәт Хафизовҡа, Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсын ойоштороусы Мәүлит Ямалетдиновҡа, Миндәк ауыл биләмәһе ауыл Советы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмәмәтоваға бирелде.
Сатура Минһажитдинованың материалын гәзиттең 61-се һанында уҡығыҙ.
Оставить комментарий