Кипр ҡунағы - Белоретта

Үткән аҙнала ислам динен һәм суфыйсылыҡты пропагандалаусы Шәйех Мѳхәммәт Нәҙим әл Хаккани Учалы һәм Белорет райондарында булып, изге әүлиәләр, ишандар ҡәберенә доға ҡылды, халыҡ менән осрашып, үҙенең фатихаһын бирҙе. Эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән, яуызлыҡтан һәм бысраҡлыҡтан арынырға, дингә ҡайтырға ѳндәгән оло ҡунаҡты Белорет, Әбйәлил, Учалы һәм Бѳрйән райондарының дин әһелдәре оҙатып йѳрѳнѳ.

Белореттың «Жәмиғ» мәсетендә йыйылған халыҡ был кѳндѳ намаҙҙар уҡыны, ҡорбан салды, барса халыҡ былау менән һыйланды, мәсет тѳҙѳлѳшѳнә хәйер-саҙаҡа һалды. Шулай уҡ Шәйех Мѳхәммәт Нәҙим әл Хакканиҙың «Нәҡшбәндә тәриҡәте суфыйҙары вазифалары» тигән китаптары һатылды. Ә инде оҙаҡ кѳтѳү сәғәттәрен Роберт Юлдашев менән «Арғымаҡ» этнотѳркѳмѳ артистарының ҡурай моңдары һәм йырҙары биҙәне. Кипр ҡунағы яңы мәсеткә һәм йыйылған халыҡҡа үҙенең фатихаһын биргәндән һуң Маныштыға юлланды.
Оставить комментарий