Шешә тѳбѳ шеш булыр

Иҫереп ҡайтҡан ире ҡатынын, балаларын йәберләгән, күҙ тѳптәре күгәреп шешенгән ҡатыны күршеләренә күренергә оялып, урамға сыҡмай,- тип элек бѳтә ауылға эскесе ирҙең холҡо тураһында ғәжәпләнеп һѳйләһәләр, хәҙер был күренеш бер кемде лә аптырауға һалмай. Хәмер ҡоллоғонда яфа сигеүселәр артҡандан-арта ғына. Ире менән бер рәттән ҡатыны ла, хатта үҫмер балалары ла эсергә әүәҫләнеп бѳткән ғаиләләр бар.

Донъя кимәлендә юғары асыштар хаҡында һүҙ барғанда, тәү ҡарамаҡҡа, ниндәйҙер ябай кешелек мәсьәләһе, эскелектең сәскә атыуы, йәмғиәтебеҙҙең, тормошобоҙҙоң йоғошло бер сире кеүек бар ысынбарлыҡты сағылдырып тора. Кешеләр тормош матурлығынан йәм тапмай, ни ѳсѳндѳр яһалма бәхеткә ынтыла. Донъя мәшәҡәтенән ҡасыпмылыр инде, алкоголле эсемлектәр тәьҫирендә уянған яһалма хис-тойғолар арбаһында йәшәүҙе хуп күрә.
Рәсәйҙә эскелек элек-электән килә тип баралар. Шуға ҡарамаҫтан, эскелек менән мауығыу гонаһ һаналған. Алкоголизм сиренә дусар булыуҙың тәүге хәүефле сигналы - кешенең эсеүгә контролен юғалтыуы, икенсе кѳнгә баш тѳҙәтеүе. Ә спиртлы эсемлекһеҙ үҙен насар тойоуы, эсмәйенсә тора алмауы - быныһы инде һуңғы стадия. Эйе, әҙ миҡдарҙағы алкоголь кәйефте күтәреп ебәргәндәй була, ҡыйыулыҡ ѳҫтәй, тәнде ойота. Самаһыҙ ҡулланылған эсемлектең йоғонтоһонан - кешенең йәшәүгә ынтылышы һүнә, аңы юйыла, ихтыяр кѳсѳ һына.

Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың, йәштәрҙең эсеүе йәмғиәттә хәүеф тыуҙыра. Бәләкәй ҡалаларҙа, бигерәк тә ауылдарҙа был ныҡлап күҙгә ташлана. Милләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың оло бәхетһеҙлегенә ҡаршы, ѳй шарттарында әҙерләнгән спиртлы эсемлектәр һатыу ғәҙәткә инеп китте.
Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, ғаиләләге аңлашыл-маусанлыҡ, яңғыҙлыҡ тойғоһон ваҡытлыса баҫыр ѳсѳн генә шешәгә тотоноу - эсеүгә ылығыуҙың уңайлы ысулы.
Ә инде кешенең үҙ теләге, ризалығы, тормошҡа ынтылышы булмаһа, уны алама ғәҙәттән тыйып, ѳгѳт-нәсихәт биреп кенә туҡтатып булмай. Бында ғәйеп ѳйҙән спирт, кѳмѳшкә һатыусыларҙа ла бар. Ундайҙар туғандарының, ауылдаштарының һаулығында аҡса эшләй. Үҙҙәренең алама ҡылығын: “Беҙҙең дә матур йәшәге килә, эш юҡ. Балаларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Бер кемдең дә ауыҙына йығып ҡоймайбыҙ, нисек йәшәүҙе, һәр кем үҙе хәл итә”, - тип аҡланырға тырыша. Уларҙың был яуабы, хәмер һатыуҙан башҡа аҡса табыу юлдары юҡмы ни тигән ғәжәпләнеү тыуҙыра. Ҡѳрьәндә лә байлыҡ артынан ҡыумаҫҡа кәңәш ителә. Кеше һаулығына зыян килтереп аҡса эшләүҙең ни тиклем ҙур гонаһ булыуын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Ә инде әсәлек капиталын тотоноп, эсеп бѳтѳрѳүселәрҙе күргәндә, ирекһеҙҙән, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигән мәҡәлде иҫкә тѳшѳрәһең. Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ уйламаһаҡ, балаларыбыҙҙы ҡайғыртмаһаҡ, был турала бер кем дә артыҡ борсолоп тормаясаҡ. Балаларыбыҙ - беҙҙең киләсәк. Тормошто хәмергә алыштырырҙан алда, уларҙың матур киләсәге ѳсѳн нигеҙ булдырырға тырышайыҡ

Беҙҙең халыҡ ҡына эсә тип әйтеп булмай, әлбиттә. Был проблема күп милләткә хас. Башҡорт булараҡ, мин тәү сиратта үҙебеҙең халыҡ ѳсѳн кѳйѳнәм. Шуныһы ҡыуаныслы, Аллаға шѳкѳр, сәләмәт тормош алып барған, башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ ғаиләләр ҙә етерлек. Нәҡ шундай ғаиләләрҙә дин дә һанлана, иманлы тормошҡа ла ҙур урын бирелә. Балалар кесе йәштән намаҙға баҫа, сүрәләр ѳйрәнә. Бындай ғаиләләр һәр ауылда тиерлек бар. Бына шундайҙарға һоҡланып, уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып, насар ғәҙәттәрһеҙ генә йәшәү ни тора! Бының ѳсѳн бары тик теләк кенә кәрәк. Ә инде изге уйҙа йѳрѳүселәргә Аллаһы Тәғәлә үҙе үк ярҙамын биреп торасаҡ. Дин юлына баҫыусыларҙың күбәйеүен, ҡала мәсетендә аҙнаһына ике тапкыр дини дәрестәр биргән Әминә апай Килдийәрова ла дәлилләй. Балаларҙың иманлы, дѳрѳҫ юл һайлауы ҡыуаныс уята.
Йәшел йылан менән сирләүселәрҙе дауалаған табиптар әйтеүенсә, эскегә һалышыуға тѳрлѳ сәбәптәр тәьҫир итә. Әгәр ир кеше икән, бѳтә ғәйепте уға ғына япһарып ҡуйыу ҙа дѳрѳҫ булмаясаҡ. Уның ошо юлға тѳшѳүенә эргә-тирәһендәге кешеләр, мѳхит тә сәбәпсе булыуы мѳмкин.
Шуныһы үкенесле, эскегә бирелгән кеше үҙе генә зыян күрмәйәсәк. Уның ата-әсәһе, балалары, ҡатыны йә ире, туғандары ла кѳсѳргәнешле йәшәү рәүешенә дусар буласаҡ.

Эсергә яратҡан кешегә бер кем дә ҡарауылсы була алмай. Бындай кеше яйлап ҡына аң кимәлен юғалта барыуын да һиҙмәйәсәк. Мейеләге һәр нейрон ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә, ә организмға эләккән спирт иһә ошо нейрондар менән йылдар буйы тупланған аң-белемде лә юҡҡа сығарасаҡ.
Хәмерҙең зарарынан башҡа файҙаһы булмауын барыһы ла яҡшы белә. Шуға күрә лә, әҙәм балаһын һәләк итеүсе, иман нурын юғалтып, күңелгә ҡаралыҡ килтереүсе бындай ағыуҙан йырағыраҡ йѳрѳү хәйерле. Һәр ҡунаҡта, табында батшалыҡ итеүсе иҫерткес эсемлектәр - харам!
Пәйғәмбәр әйткән: “Аллаһы Тәғәлә ләғнәт ҡылды хәмерҙе эсеүсегә, эсереүсегә, һатыусыға, һатып алыусыға, сығарыусыға, килтереүсегә”.
Замана, тормош ҡиммәттәре үҙгәрә бара, яңыра. Тик, хәмер афәтенең кѳсәйеүе генә күнелгә шом һәм ҡурҡыу һала. Ошо ҡотолғоһоҙ яуызлыҡтан һәр кем үҙен, балаларын ҡурсып ҡалған хәлдә генә киләсәккә тыныс һәм тулы ышаныс менән ҡарай алабыҙ. Айыҡ аҡыл, сәләмәт тормош ҡына кешегә бәхет бирәсәк!
Сәйфулла Ғайсин.
Белорет.
Оставить комментарий