Ғәмәлдәребеҙ изге, эштәребеҙ ихлас булһын

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Мосолман донъя-һында ѳс изге ай билдәләп үтелә: Рәжәп айы - Аллаһы сәбхәнәкә Тәғәлә айы, Шәғбан - пәйғәмбәребеҙ Мѳхәммәт с.ғ. с айы, Рамазан - ѳммәт йәки бѳтә халыҡ айы. “Әгәр ҙә белһәгеҙ ошо айҙарҙың ҡиммәтен, ҡалған туғыҙ ай ҙа шулай булһын, тип үтенер инегеҙ”, - тигән Аллаһы Тәғәлә. Әлхәмдулилла, изге Миғраж кисе булған Рәжәп айы ла үтеп китте, Шәғбан айы башланды. Ошо айҙа бик мѳһим Бәра әт кисе бар.

Шәғбан айының 14-нән 15-енә ҡараған был кистә мѳьмин-ҡолдарҙың бер йыллыҡ ғәмәл дәфтәребеҙ Хоҙайға тапшырылып, яңыһы бирелә. Был изге кѳндѳ ураҙа тотоп, иртәнге ҡояш ҡалҡҡансы ғибәҙәттә үткәрергә тейешбеҙ. Кисен Ҡѳрьән уҡып, доғалар ҡылырға, намаҙ уҡырға кәрәк, тәүбә итеп, гонаһтар ярлыҡауын һорарға тейеш-беҙ. “Ризыҡ һораусыларға - ризыҡ, ауырыуҙарына - шифа, бәләлеләрен - бәләнән ҡотҡарам, ҡайғы-хәсрәтлеләргә - тыныслыҡ бирәм. Гонаһтары ѳсѳн ғәфү үтенеүселәрҙе - ғәфү итәм. Ниндәй генә теләктәре булмаһын, һораһындар, ҡабул итәм, үтәйем”, - тигән Аллаһы Тәғәлә. Ошо тѳндә һәр кем үҙенең үткән бер йыл ғүмеренә байҡау яһарға тейеш: нисек йәшәнек, изге эштәребеҙ күпме, ата-әсә, туғандар менән мѳнәсәбәт нисек, рәнйетмәнекме, мәрхүмдәрҙе иҫкә алабыҙмы? Һәр ҡылған ғәмәлебеҙ изге, эштәребеҙ ихлас булһа, Аллаһ рәхмәте, Аллаһ ризалығы ѳсѳн тип үтәлһә, ғүмеребеҙ бушҡа үтмәҫ. Хоҙай үҙе тәкәбберлектән, боҙоҡлоҡтарҙан йыраҡ итһен.

Ошо изге айҙа гонаһтарҙан арыныу кисенә ҡарай 23 -30 июндә “Ихлас” мәсетендә Ѳфѳлә Бѳтә Рәсәй Ислам әхлағы мәктәбендә уҡыуҙар ойошторола.
Бѳтә Рәсәй мосолмандар мәктәбенең ойошторолоуына 3 йыл, унда Башҡор-тостандың һәр ҡалаһынан, районынан ҡатын-ҡыҙҙар белем ала. Уҡыуҙар ҡышҡы, яҙғы, йәйге каникул мәлендә үтә, унда тѳрлѳ йәштәге, тѳрлѳ һѳнәр эйәләре уҡый. Уҡыу буш, ашау мәсет иҫәбенә, йәшәү мәсеттә.
8-937-331-05-82 теле-фоны аша белешмә алырға була.

Бишектән алып ләхеткә тиклем белем ал, тигән пәйғәмбәребеҙ. Еңел, бәрә-кәтле ғилем алып, динебеҙҙе халҡыбыҙға, балаларыбыҙға еткерһәк, сауаплы булырбыҙ.
Эй, Раббым! Бѳтә ер шарындағы мосолмандарға именлек бир, халҡыбыҙға иманға килергә ярҙам ит, хәйерле тәрбиә, күркәм холоҡ бир, тип доға ҡылайыҡ. Доға - ҡоралдан да кѳслѳ! Ҡылған доғаларыбыҙ йәннәттә ҡала, бигерәк тә сабый балаларҙың ҡылған доғалары ҡабул була. Изге Бәра әт кисендә лә доғаларыбыҙ ҡабул ҡылһын ине.

Нажия БАЙЫМОВА.
Ҡаһарман.
Оставить комментарий