Иман нуры һүрелмәһен

1917 йылғы революциянан һуң мәсеттәрҙе, әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен емерһәләр ҙә, Ислам динен халыҡ хәтеренән юйып ташлай алманылар. Һуңғы 20 йыл эсендә илебеҙҙә, республикабыҙҙа бихисап мәсеттәр асылды.

Халыҡтың, мосолмандарҙың тырышлығы, берҙәмлеге, эшҡыуарҙарҙың, дәүләт ойошмаларының ярҙамы менән күпме мәсеттәр тергеҙелде. Манышты ауылында иман йорто тѳҙѳлѳүгә бер нисә йыл үтеп тә китте. Тәүге ваҡытта мәсеткә йѳрѳүселәр һанаулы ғына ине, әммә йыл һайын улар һаны ла арта бара. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре, йома намаҙҙары уҡыла. Ҡыш кѳндәре генә, һыуыҡ булыу сәбәпле, мәсет бикле тора. 2011 йылдан алып дини белем биреү, Ҡѳрьән сүрәләрен ѳйрәтеү дәрестәре ойошторолған. Дини белем алырға теләүселәр йыл һайын арта бара. Сәләмәт тормош алып барған ғаиләләр ҙә ишәйә. Уҡыусылар араһында 20 йәштән алып 72 йәшкә тиклемге йорт хужабикәләре, ашнаҡсылар, уҡытыусылар, тимер юл эшселәре бар.

Күрше Сәфәрғолдан 4 кеше йѳрѳп уҡыйбыҙ. Арабыҙҙа изге намаҙға баҫҡандары бар. Остазыбыҙ Мәскәү яҡтарынан килгән филология фәндәре кандидаты, ислам диненең тәриҡәт юлын һайлаусы игелекле Наилә абыстайға һәм уның хәләл ефете Али хажиға рәхмәтлебеҙ. Али хажи ир-егеттәрҙе һәм балаларҙы уҡыта. Уларҙың изге маҡсаты - шәриғәтте, Ислам әхлағын белгән кешеләр тәрбиәләү. Был изге юлдан йѳрѳүсе кешеләрҙең үҙ эштәренә шул тиклем мѳкиббән бирелеүҙәре һоҡландыра. Балалары - Әмин менән Амаль да игелеклеләр, Манышты мәктәбендә башҡорт телендә белем алалар, башҡорт йолаларын үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, дини белемгә эйәләр. Улар Инйәрҙә лә теләүселәргә дини белем бирә.
Быйылғы уҡыу дәрестәрен тамамлап, мәсеттә йома сәйе үткәрелде, ѳйлә намаҙы уҡылды. Али хажи, Мѳхәммәт мулла, Инйәрҙән килгән Раян мулла зикер әйттеләр. Али хажи иман йортона килгән халыҡҡа рәхмәт әйтте, ошо йортта алған нурҙы, тәрбиәне онотмай, бер-берегеҙгә итәғәтле, мәрхәмәтле булырға, дошманлыҡтан, аҙғынлыҡтан арынып, иманлы, иғтибарлы булырға, хәҙерге тыныслыҡҡа, именлеккә шѳкѳр итеп йәшәргә ѳндәне. Зикер аҙағында Әүеш тауы итәгендәге Әүлиә шишмәһенән алып ҡайтҡан шифалы һыуҙан ауыҙ иттерҙе.
Аллаһы Тәғәлә уларға сауаптарын насип итһә ине!
Хѳснә Әхмәтйәнова,
хеҙмәт ветераны.
Сәфәрғол.
Оставить комментарий