9 июлдән Рамазан айы башлана

Үҙ ҡолдарының гонаһтарын ярлыҡап ҡына тороу ѳсѳн Аллаһ игелекле миҙгелдәр, кисәләр, кѳндәр, айҙар, бар иткән дә: “Был ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, ололоғон аңлап, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауымды һорағыҙ. Мин һеҙҙе ғәфү итермен”, - тигән. Изге Рамазан айы – Ураҙа кѳндәре нәҡ шундай айҙың береһе.
Тәндең зиҡәте - ураҙа. Ураҙа ғибәҙәте, Рамазан айы - тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа ѳйрәнеү, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә ѳйрәнеү мәҙрәсәһе.

Ураҙаның тѳп маҡсаты кешеләрҙең күңелендә - игелек, тәнендә - сәләмәтлек, йәнендә - рухи камиллыҡ тәрбиәләү. Ураҙа - тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара игелекле булырға әйҙәп кенә тороусы оло бер ғибәҙәт. Ураҙа тотҡанда Рамазан айындағы кисә һәм кѳндәрҙе ғибәҙәт менән тыныс тәбиғәтле, киң күңелле булып йәшәргә кәрәк. Рамазан айы бик тә мѳбәрәк ай. Уның тәүге ун кѳнѳ - рәхмәт, урталағы ун кѳнѳ - мәғрифәт йәки гонаһтарҙың ярлыҡауына, аҙаҡҡы ун кѳнѳ - Йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған кѳндәр.

Шуның ѳсѳн дә ихласлыҡ һәм пак күңел менән һеҙ ураҙа тотоу ѳсѳн кѳс, Ҡѳрьән уҡып барыу ѳсѳн теләк һәм ҡеүәт һорағыҙ. Был изге айҙа, айҙың күркәм был кѳндәрендә Аллаһтың ярлыҡауын алып ҡала алған кеше - бәхетле кеше. Фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға хәйер-саҙаҡа ѳләшегеҙ, ҡарттарға ҡарата изгелекле, кескәйҙәргә миһырбанлы, һѳйкѳмлѳ һәм хәстәрлекле булығыҙ! Ҡәрҙәштәрегеҙ менән араларҙы нығытығыҙ, телегеҙҙе гонаһлы һүҙҙәрҙән һаҡлағыҙ. Аллаһ тарафынан ҡарарға ярамай тип бойоролған нәмәгә күҙ һалып йѳрѳмәгеҙ, ҡолаҡтарығыҙ ишетмәҫкә тейешле нәмәне тыңлап тормағыҙ.

“Ураҙа, намаҙ һәм саҙаҡанан да яҡшыраҡ бер нәмә тураһында хәбәр итәйек. Ул - халыҡтар араһында татыулыҡты һаҡлап тота белеү. Бер милләт эсендә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ булмаһа, һѳҙѳмтәһе - һәләкәт”, - тигән пәйғәмбәр.
Оставить комментарий