Собханғол мәсетенең яҙмышы

XIX-XX быуаттарҙа Белорет районының Собханғол (Рәүәт) ауылына Ғафури районынан Петруха (Петр булғандыр инде) етәкселегендә 5-6 кешенән торған тѳҙѳүселәр бригадаһы килгән. Улар үҙҙәре менән тѳҙѳлѳш материалдары алып килгән. Эшселәр бер нисә йыл буйы ятып, байҙар заказы буйынса күп кенә йорттар эшләгән. Башын үҙҙәре ярған таҡта менән япҡандар. Тәҙрәләрҙең рамдарын ике ҡат итеп эшләгәндәр, ә ҡапҡастарын, иҙәндәрен, ишектәрен тѳрлѳ тѳҫкә буяғандар. 1895 йылда бик матур мәсет тѳҙѳгәндәр. Мәсет юҡ саҡта Верхнеуралдан Малай исемле мулла килгән.

Мәсет тѳҙѳлгәс, Бүләк улы Хәмит мулла булған. Уның тураһында, ѳс ҡатыны бар ине, йѳҙ йәшкә тиклем йәшәне, тип һѳйләйҙәр. 75 йәшендә үҙе әҙерләгән ҡәбер ташы әле лә зыяратта тора. Хәмиттең заттары Инйәр тѳбәгендәге бѳтә ауылдарға тиерлек таралған. Яңы тѳҙѳлгән мәсеттә Хәмиттән һуң Шәрәй ауылынан Сахау исемле кеше, унан һуң Ибраһим һәм Әхтәр мулла булған. Заманында Әхтәр мулла мәсеттә дини уҡыуҙар ойошторған.
Утыҙынсы йылдарҙа совет Хѳкүмәте муллаларҙың эшен туҡтатып, ҡулға ала башлаған. Ахун Ғиниәт Буранғолов ауылдарға сыҡҡанда йәйен тарантас, ҡышын кашауай сана ектереп, дуғаға ҡуш ҡыңғырау таҡтырып, күсер ултыртып йѳрѳгән. Репрессиянан ҡотолоу ѳсѳн тѳрлѳ юлдар эҙләгән.
Ул документ табып, Соб-ханғолға уҡытыусы булып килә. Муллалығын ташлап, совет Хѳкүмәтенә тоғро хеҙмәт иткәнлеген күрһәтеү ѳсѳн, тѳрлѳ хәйләләр уйлап сығара. Совет власы ѳсѳн кѳрәшкән кешеләр тураһында яҙылған пьесаларҙы балаларға, йәштәргә ѳйрәтеп күрше ауылдарға йѳрѳтә. Ләкин был эштәре лә уны 1937 йылғы репрессиянан ҡотҡара алмай. Ул ҡаты ауырып китә. Ҡатыны Минзифа муллалар, сихырсылар килтереп ѳшкѳртә, ҡот ҡойҙорта, күп бетеүҙәр яҙҙырып муйынына таға. Береһе лә ярҙам итмәй, ҡарт үлеп китә.
1931 йылда коммунистарға комсомолецтар ярҙамы менән мәсеттең манараһын ҡолатырға ҡушалар.
Май айы ине. Атайым Нуриәхмәт менән тары сәсергә китеп барабыҙ. Мәсет янына кешеләр йыйылған. Манараның 8 таяуын балта менән тумыралар. Манара осона арҡан таҡҡандар. Атайым дини кеше ине. Мин манараның ҡолауын күрергә теләмәйем, тиҙерәк китеп ҡалайыҡ, тине. Беҙ кискә табан ҡайтып килгәндә, манара йығылып сайралған ине. Таяуҙарын ҡырҡып бѳткәс тә манара йығылмағас, арҡан менән тартып, йыҡҡандар, тип һѳйләнеләр. Манара йығылғас, мәсет бинаһы мәктәп тә, клуб та булды. Кѳндѳҙ балалар, кисен ликбезда ололар уҡый. Кѳн һайын уйындар ойошторола. Уйында тѳрлѳ таҡмаҡтар сығарып йырлайҙар ине.
Атайым Нуриәхмәт Хәмит мулланың ейәне булған. Ул Үтәш мәҙрәсәһендә уҡыған, ләкин уҡып бѳтә алмаған. Олатайым, Хәбиәхмәт малға йыла ташырға кәрәк, тип алып ҡайтҡан да ҡабат ебәрмәгән. Шулай ҙа ул заманына күрә ғилемле булған. Ауыл кешеләре уның янына килеп, боронғо китаптар, гәзиттәр уҡыттырып, тыңлап ултырырҙар ине. Атайым отҡор, зиһенле, зирәк булды. Ғәрәпсә, латинса, русса уҡый, яҙа ине. Ул 17 йыл лесник булған. Урман хужалығының Инйәр ойошмаһында тѳрлѳ эштәрҙә эшләгән, һунарсы ла булған. Атайымдың ҡустыһы Муса ағай Үтәш мәҙрәсәһен тамамлаған. Ул Ҡол Ғәлиҙең Ҡисса и Йософ дастанын ҡулдан-ҡулға күсереп яҙып, китап итеп сығарған. Китап беҙҙә 50-се йылдарҙа ла бар ине. Муса ағай беренсе Герман һуғышынан ҡайта алмаған. 1960 йылдарҙа Собханғол ауылы перспективаһыҙ ауыл иҫәбенә инеп, юҡҡа сыҡты. Кешеләр яңы ғына һалынған ѳйҙәрен Архангел, Ҡырмыҫҡалы районына һатып, тѳрлѳһѳ-тѳрлѳ яҡҡа таралды. Мәсет бинаһы бер аҙ һунарсылар йорто булып торҙо. Аҙаҡ уны ла һатып ебәргәндәр.
Вәлиәхмәт Хәбиәхмәтов.
Белорет.
Оставить комментарий