Дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары ҡаралды

Үткән аҙнала хакимиәт йортонда дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары буйынса комиссия ултырышы булды. Унда комиссия ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм дин әһелдәре ҡатнашты.
Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев йыйылышты асып, комиссия ағзалары менән таныштырҙы һәм дәүләт менән дини ойошмалар араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләһен күтәрҙе. “Жәмиғ” мәсетенең имам хатибы Исмәғил хәҙрәткә һүҙ бирелде. Ул тәүҙә район-ҡала буйынса дини эшмәкәрлеккә күҙәтеү яһаны. Милләт-ара нигеҙҙәге низағтарға юл ҡуймаҫҡа, экстремистарҙан һаҡ булырға өндәне. Шулай уҡ ауыл мәсеттәрендә имамдар етешмәүен, күп кенә мәсеттәрҙең документ нигеҙендә теркәлмәгәнлеген әйтте.

Дин әһелдәренең эш һүлпәнлеге, районда 30-ҙан ашыу мәсет эшләүенә ҡарамаҫтан, ултырышҡа имамдарҙың бик аҙ килеүенең сәбәбен асыҡларға тырыштылар. Район буйынса дини ойошмаларҙың етәксеһе Исмәғил хәҙрәт: "Имамдар эш хаҡы алмай, бөтә ергә лә үҙ иҫәптәренә йөрөргә тура килә. Шуға күрә беҙ уларҙан йыйылышҡа, мотлаҡ рәүештә, килеүҙе лә талап итә алмайбыҙ, " - тигән яуап ҡайтарҙы.
Ҡала-район буйынса ни бары 9 дини ойошма ғына теркәлгән, ә ҡалғандары ни сәбәптәндер ошо көнгәсә теркәлмәгән. Был йәһәттән эш насар тора. Дин әһелдәре берҙәм түгел. Дини конфессиялар вәкилдәренең ҡала-район һәм урындағы хакимиәт менән берлектә, кәңәшләшеп эшләгәндә был өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеү күпкә еңелләшәсәк, әлбиттә. Асы, Инйәр ауылы хәкимиәте башлыҡтары документ юллау буйынса фекер уртаҡлашып, хакимиәт менән берлектә эшләү кәрәклеген белдерҙе. Әлеге ваҡытта дини йорттар төҙөргә теләүселәр алдында документ юллау, йәғни төҙөлөшкә рөхсәт алыу һәм уны законға ярашлы теркәү оло ҡаршылыҡҡа әйләнә, сѳнки муллалар, имамдар ҡайҙа мѳрәжәғәт итергә белмәй. Документтар ҙа дѳрѳҫ тѳҙѳлмәй икән. Ошо проблеманы булдырмау сараһын күреү өсөн нисек итеп документтарҙы дөрөҫ юллау ысулдарын аңлатып үттеләр.

Ултырыштың икенсе яртыһында дини йорттар төҙөүгә рөхсәт һоралған ғаризалар ҡаралды. Инйәр биләмәһендә сиркәү төҙөү буйынса ғариза ҡәнәғәтләндерелде. Ә инде Ботай ауылында мәсет төҙөргә ер бүлеүҙе һорап яҙылған ғаризаның документ нигеҙендә тѳҙѳлмәүе арҡаһында, ер биреүҙе ҡарау кисектереп торолдо. Артабан, ҡаланың яңы мосолман зыяраты янында тѳҙѳлгән намаҙ йорто ерен законлаштырыу буйынса яҙылған ғариза ҡаралды. Ул йорт имам хатиптың тырышлығы менән 2010 йылда төҙөлә. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр менән ваҡытында теркәлмәй. Шуға күрә, был һорау буйынса әлегә аныҡ ҡына ҡарарға килә алманылар. Әммә киләсәктә мәсьәләне хәл итергә тырышырбыҙ, сөнки ул халыҡ өсөн кәрәк һәм бындай намаҙ йорттары эшләргә тейеш тигән фекер әйтелде. Барлыҡ дин йорттары һәм уларға бирелгән ер юридик яҡтан теркәлгән булырға тейеш. Ошонан сығып, нисек итеп законлаштырыу һорауҙары аңлатылды. Ғөмүмән, ошондай проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн һәр кем белгестәр, юристар менән кәңәшләшергә тейеш. Ай һайын муниципаль район хакимиәтенең юрисы халыҡҡа бушлай консультация биреүҙе ойоштора. Был юлы ул 22 ноябрҙә үтәсәк. Гәзиттә был турала алдан хәбәр ителәсәк. Теләүселәр рәхим итегеҙ.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий