Асыла – Мәүлит байрамы

Үткән шәмбе Асы ауылында Мәүлит байрамы уҙҙы. Байрамда ауыл халҡынан тыш, райондың башҡа ауылдрында йәшәүселәр, күрше Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан, Өфө ҡалаһынан бик күп дин әһелдәре, ислам диненә битараф булмаған кешеләр йыйылды.

Байрамға йыйылыусылар тормошобоҙҙа йышайған алама ғәҙәттәрҙе, кире күренештәрҙе бөтөрөү хаҡында һөйләште. Халыҡ араһында танылыу тапҡан абруйлы дин әһелдәре ваххабиттарҙан һаҡ булырға, традицион ислам динен башҡа диндәр менән бутамаҫҡа, йәш быуынға кесе саҡтан диндең нескәлектәрен аңлатырға саҡырҙы. Байрамға йыйылыусылар зикер әйтеп, өйлә намаҙын уҡығас, ҡорбан ашына йыйылды. Улар быйыл ҡорбан салдырыусы Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы Сәлимйәноваға, Гүзәл Хәмит ҡыҙы Йосоповаға, Хәким Мостафа улы Ғәббәсовҡа, Фират Юлдыбай улы Ҡунаҡбаевҡа, табын әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Радик Әүәл улы Әхмәтовҡа, Азат Рәфил улы Абдрахмановҡа, Рафиҡ Рафаил улы Нурмѳхәмәтовҡа, “Асы” шифаханаһына, клуб, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ауыл халҡына үҙ фатихаһын биреп, рәхмәт белдерҙе.

Асы ауылында ислам диненең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге, айыҡ, матур тормош алып барыуҙағы әһәмиәтенә ҙур иғтибар бирелә. Ошо йәһәттән ауылда төрлө дини саралар, байрамдар йыш уҙғарыла. Ауыл хакимиәте башлығы Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы Сәлимйәнова тырышлығы менән Мәүлит байрамы ла быйыл икенсе тапҡырға үткәрелә. Мәүлит байрамына йыйылыусы ҡунаҡтар хакимиәт башлығының был башланғысын юғары баһаланы һәм башҡа етәкселәр ҙә ислам диненә шулай иғтибарлы булһа ине, тигән теләк белдерҙе.

Ҡорбан ашынан һуң республикала билдәле булған «Арғымаҡ» төркөмө һәм башҡа танылған артистар концерт ҡуйҙы.
Асы, Берештамаҡ, Йѳйәк, Ғәбдүк ауылы халҡы Хәмзә хажи Ғәлләмовҡа ла йорт-ер именлеге, бәлә-ҡазалар булмаһын тип ҡорбан салдырыуына оло рәхмәтен белдерә һәм уға ҡылған изгелеге ѳсѳн оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләй.
Э. Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий