Мең айҙан да изгерәк Рамазан

Мосолмандар ѳсѳн иң ҡәҙерле һәм етди һаналған Рамазан айы тамамлана
Етди һәм мѳһим ай ул Рамазан. Динебеҙгә битараф булмағандар үҙ ҡолдарына ҙур шәфҡәтлек, рәхимлек, йомартлыҡ күрһәткән Раббыбыҙға рәхмәтен белдереп, ай буйына намаҙ, аяттар уҡыны, ураҙа тотто.

Ә инде тыйылған ғәмәлдәрҙән йырағыраҡ тороп, ураҙа тотоуҙың төп маҡсаты – Аллаһы Тәғәләгә ышанысты нығытыу, йәшәү рәүешеңә, өҫтөнлөклө һанаған нәмәләргә икенсе күҙлектән ҡарау, уларҙы ҡайтанан баһалау, рухи үҫеш кисереү һәм физик яҡтан таҙарыныу, үҙең өсөн ысын тормош ҡиммәттәрен билдәләү.

Рамазан айында мең айҙан да изгерәк бер матур тѳн дә бар. Был төндә мосолмандар янына фәрештәләр төшѳп, изге ғәмәлдәр башҡара һәм кешеләрҙең теләгән теләктәренә, доғаларына, башҡарған ғәмәлдәренә ҡарап, артабанғы яҙмышын билдәләй. Ҡалабыҙ мосолмандары ла «Жәмиғ» мәсетендә Ҡәҙер кисен билдәләне. Был кѳндә мәсет башҡа кѳндәргә ҡарағанда ла нығыраҡ гѳрләне. Йѳҙҙән ашыу хаҡ мосолман бѳтә күңеленән теләктәр теләне, Хоҙайҙан бәхет, изге ғәмәлдәренең тормошҡа ашыуын һораны. Улар нәҡ ошо төндә хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеү, аяҙ күгебеҙ, тыныс иртәләребеҙ ѳсѳн Ҡѳрьән сүрәләре уҡыны, вәғәз тыңланы, зекер әйтте.

Гүзәл Хисмәтуллина:
Тыуғандан алып, дин юлындамын, тиһәм дә хата булмаҫ, моғайын. Бала саҡта дини нескәлектәрҙе белеп бѳтмәһәм дә, күңелем менән һәр саҡта ла Хоҙай менән булдым. Өләсәйем дини кеше ине, белгәндәрен беҙгә лә аңлатып, ѳйрәтеп барҙы. Ҙурая килә, Ислам диненең асылын, ураҙа тотоуҙың етдилеген тағы ла нығыраҡ аңлай тѳштѳм. Шуға күрә бер йыл элек дингә ныҡлап баҫтым. Биш намаҙымды ла, иң изге ғәмәлдәрҙең береһе булараҡ, ҙур теләк менән уҡыйым. Былтыр ураҙа тота башланым. Теге йылды 9 кѳн тотһам, быйыл бер кѳндѳ лә ҡалдырманым. Дингә ныҡлап ылығыуыма, уны тѳптәнерәк ѳйрәнергә тормош иптәшем ярҙам итте. Шуға күрә, һәр кемдең дә тормошта дѳрѳҫ юл һайларға, изге эштәр башҡарырға ярҙам иткән шундай кешеләре булһын ине, тип теләйем. Бѳтә күңеле менән Аллаһы Тәғәләгә ышанып, уның биргәненә шѳкѳр итеп, иманлы йәшәгәндәргә ураҙа тотоу бер ҡыйынлыҡ та килтермәй. Ураҙа ваҡытында күңел тыныслығы табаһың, борсоулы уйҙарың юғала, ихтыяр кѳсѳ нығына, нәфсене тыйырға, теүәллеккә ѳйрәнәһең.
Оставить комментарий