Дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары ҡаралды 12-11-2013, 11:12 / Иман

Дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары ҡаралды

Үткән аҙнала хакимиәт йортонда дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары буйынса комиссия ултырышы булды. Унда комиссия ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм дин әһелдәре ҡатнашты. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев йыйылышты асып, комиссия ағзалары менән таныштырҙы һәм дәүләт менән дини ойошмалар араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләһен күтәрҙе. “Жәмиғ” мәсетенең имам хатибы Исмәғил хәҙрәткә һүҙ бирелде. Ул тәүҙә район-ҡала буйынса дини эшмәкәрлеккә күҙәтеү яһаны. Милләт-ара нигеҙҙәге низағтарға юл ҡуймаҫҡа, экстремистарҙан һаҡ булырға өндәне. Шулай уҡ ауыл...
Собханғол  мәсетенең  яҙмышы 28-10-2013, 10:30 / Иман

Собханғол мәсетенең яҙмышы

XIX-XX быуаттарҙа Белорет районының Собханғол (Рәүәт) ауылына Ғафури районынан Петруха (Петр булғандыр инде) етәкселегендә 5-6 кешенән торған тѳҙѳүселәр бригадаһы килгән. Улар үҙҙәре менән тѳҙѳлѳш материалдары алып килгән. Эшселәр бер нисә йыл буйы ятып, байҙар заказы буйынса күп кенә йорттар эшләгән. Башын үҙҙәре ярған таҡта менән япҡандар. Тәҙрәләрҙең рамдарын ике ҡат итеп эшләгәндәр, ә ҡапҡастарын, иҙәндәрен, ишектәрен тѳрлѳ тѳҫкә буяғандар. 1895 йылда бик матур мәсет тѳҙѳгәндәр. Мәсет юҡ саҡта Верхнеуралдан Малай исемле мулла килгән....
Ауылдаштарыма ҡарап ҡыуанам 22-10-2013, 12:21 / Иман

Ауылдаштарыма ҡарап ҡыуанам

Бирҙеғол ауылында 1937 йылға тиклем мәсет булған. Аҙаҡтан манараһын ҡолатып, мәктәпкә әйләндергәндәр. Ул мәктәптә мин дә уҡыным. Тора-бара был йорт та юҡҡа сыҡты. Тик ауыл кешеләренең иманы ғына һүрелмәне. Совет осоронда ла ураҙа тотоусылар күп булды. Мин белгәндән генә Йомадил, Сәитгәрәй, Сәлимгәрәй, Исмәғил хәҙрәттәр ауылдаштарын Ислам тәғлимәттәренә ѳйрәтте. Ауылыбыҙ мәсетһеҙ ҡалманы, собхан алла, Ѳфѳлә билдәле шәхес, профессор, ауылдашыбыҙ Планета Павловна Козлова (беҙҙең ѳсѳн Нурания ханым) мәсеткә нигеҙ һалырға ниәт итте. Тѳҙѳлѳштә бѳтә ауыл халҡы ҡатнашты, хатта күрше ауылдарҙан килеп...
Белоретта – яңы мәсет 19-08-2013, 13:55 / Иман

Белоретта – яңы мәсет

Ҡаланың Октябрьский биҫтәһе халҡы ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе. Ураҙа ғәйетен яңы мәсет бинаһында тыңлап һөйөндө улар. Рәсми рәүештә асылыуға ла күп ҡалманы: йылылыҡ үткәреп, бер аҙ эске эштәрҙе тамамларға ғына ҡалған....
9 июлдән Рамазан айы башлана 9-07-2013, 11:43 / Иман

9 июлдән Рамазан айы башлана

Үҙ ҡолдарының гонаһтарын ярлыҡап ҡына тороу ѳсѳн Аллаһ игелекле миҙгелдәр, кисәләр, кѳндәр, айҙар, бар иткән дә: “Был ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, ололоғон аңлап, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауымды һорағыҙ. Мин һеҙҙе ғәфү итермен”, - тигән. Изге Рамазан айы – Ураҙа кѳндәре нәҡ шундай айҙың береһе. Тәндең зиҡәте - ураҙа. Ураҙа ғибәҙәте, Рамазан айы - тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа ѳйрәнеү, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә ѳйрәнеү мәҙрәсәһе....
Иман нуры һүрелмәһен 25-06-2013, 11:36 / Иман

Иман нуры һүрелмәһен

1917 йылғы революциянан һуң мәсеттәрҙе, әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен емерһәләр ҙә, Ислам динен халыҡ хәтеренән юйып ташлай алманылар. Һуңғы 20 йыл эсендә илебеҙҙә, республикабыҙҙа бихисап мәсеттәр асылды....
Ғәмәлдәребеҙ изге, эштәребеҙ ихлас булһын 25-06-2013, 11:35 / Иман

Ғәмәлдәребеҙ изге, эштәребеҙ ихлас булһын

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Мосолман донъя-һында ѳс изге ай билдәләп үтелә: Рәжәп айы - Аллаһы сәбхәнәкә Тәғәлә айы, Шәғбан - пәйғәмбәребеҙ Мѳхәммәт с.ғ. с айы, Рамазан - ѳммәт йәки бѳтә халыҡ айы. “Әгәр ҙә белһәгеҙ ошо айҙарҙың ҡиммәтен, ҡалған туғыҙ ай ҙа шулай булһын, тип үтенер инегеҙ”, - тигән Аллаһы Тәғәлә. Әлхәмдулилла, изге Миғраж кисе булған Рәжәп айы ла үтеп китте, Шәғбан айы башланды. Ошо айҙа бик мѳһим Бәра әт кисе бар....
Гәзит аша хеҙмәттәшлек итәйек! 25-06-2013, 11:34 / Иман

Гәзит аша хеҙмәттәшлек итәйек!

Мѳхтәрәм ғәзиз дин ҡәрҙәштәребеҙ! Һѳйѳклѳ пәйғәмбәребеҙ Мѳхәммәт (с.ғ.в) үҙенең бер хәҙисендә: «Дин - ул нәсихәт»,- тигән. Уны таратырға, халыҡҡа тѳрлѳ саралар менән еткерергә тырышырға кәрәк....
Шешә тѳбѳ шеш булыр 31-05-2013, 11:29 / Иман

Шешә тѳбѳ шеш булыр

Иҫереп ҡайтҡан ире ҡатынын, балаларын йәберләгән, күҙ тѳптәре күгәреп шешенгән ҡатыны күршеләренә күренергә оялып, урамға сыҡмай,- тип элек бѳтә ауылға эскесе ирҙең холҡо тураһында ғәжәпләнеп һѳйләһәләр, хәҙер был күренеш бер кемде лә аптырауға һалмай. Хәмер ҡоллоғонда яфа сигеүселәр артҡандан-арта ғына. Ире менән бер рәттән ҡатыны ла, хатта үҫмер балалары ла эсергә әүәҫләнеп бѳткән ғаиләләр бар....
Зәйнулла ишанға  ҙур сәйәхәт 28-05-2013, 11:00 / Иман

Зәйнулла ишанға ҙур сәйәхәт

«Зәйнулла ишан мәсетенең алдында ағас ултыртыу тантанаhы тамамланды hәм ҡунактар машиналарына тарала башланы. Шәйехтең ярҙамсыһы шул ваҡытта мине халык араhынан сығарып: «Ханым, эйдэгез, Шейх Мехметка барабыз»,- тине. Һаҡсылар аша үтеп машинаның артҡы креслоhында ултырған шәйех эргәhенә барып баҫтыҡ. Шәйех миңә асык йѳҙѳ менән ҡараны ла, түш кеҫәһенән ҡәләмгә оҡшаган балауыҙ тѳҫѳндәге таяҡсаһын алып минең hул яурыныма hалды. Ток hуҡҡандай булып тәнем зымбырҙап китте, ҡалтыраныу табаныма тиклем етте. Күҙемә йәштәр тығылды. Рәхмәт hүҙҙәрен әйттем дә, ситкә тайпылдым. «Шейх Сезгә баракат бирде»,...