Кипр ҡунағы - Белоретта 20-05-2013, 16:26 / Иман

Кипр ҡунағы - Белоретта

Үткән аҙнала ислам динен һәм суфыйсылыҡты пропагандалаусы Шәйех Мѳхәммәт Нәҙим әл Хаккани Учалы һәм Белорет райондарында булып, изге әүлиәләр, ишандар ҡәберенә доға ҡылды, халыҡ менән осрашып, үҙенең фатихаһын бирҙе. Эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән, яуызлыҡтан һәм бысраҡлыҡтан арынырға, дингә ҡайтырға ѳндәгән оло ҡунаҡты Белорет, Әбйәлил, Учалы һәм Бѳрйән райондарының дин әһелдәре оҙатып йѳрѳнѳ....
Ботайҙар ѳмәгә сыҡты 17-05-2013, 17:00 / Иман

Ботайҙар ѳмәгә сыҡты

Май байрамдары алдынан ботайҙар мѳхәрририәткә шылтыратып, мәсеткә бура бурауҙары тураһындағы ҡыуаныстары менән уртаҡлашты....
Һынауҙар тураһында 12-04-2013, 16:16 / Иман

Һынауҙар тураһында

Был донъяла булған бѳтә нәмә лә Аллаһы Тәғәләнең ҡѳҙрәте һәм тәҡдиренән тора. Кешегә һәм, ғѳмүмән, бѳтә кешелеккә килгән ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар әҙәм балаһын һынау йә иһә уның ҡылған яҙыҡ ғәмәлдәре ѳсѳн яза итеп ебәрелә....
Әхмәрҙә лә мәсет ҡалҡыр 5-02-2013, 15:50 / Иман

Әхмәрҙә лә мәсет ҡалҡыр

Үткән аҙнала Әхмәр ауылы халҡы ауыл мәҙәниәт йортонда имам-хәҙрәт Хәмзә хажи Искәндәр улы Ғәлләмов менән осрашты. Ҡала-районыбыҙҙа динде таратыуға күп кѳс һалған яҡташыбыҙҙың ауылыбыҙға килеүенең тѳп маҡсаты - мәсет тѳҙѳтѳү. Әңгәмә барышында Хәмзә ағай мәсет ѳсѳн бурсанан башы ябылған 7х9 бура бүләк итеүен әйтеп ҡыуандырҙы. Йыйылыштан һуң ауыл аҡһаҡалдары, Әзекәй ауыл Советы депутаттары Хәмзә ағай менән бергәләшеп мәсеткә урын билдәләне. Эшҡыуарҙар, атап әйткәндә, Зариф Сәлимйән улы Вәлиев, Рим Сәлих улы Абдуллин, Мостафа Усман улы Хәйруллин, ғѳмүмән, ауыл халҡы был изге эштә һәр яҡлап...
Иман  таратыусы ФӘТИХ 21-01-2013, 09:58 / Иман

Иман таратыусы ФӘТИХ

Илебеҙҙә, әкренләп булһа ла, Ислам дине үҫеш ала, мәсеттәр тѳҙѳлә, иманға ҡайтыусылар арта, мәктәптә лә, бер сәғәт булһа ла, дәрестәр индерелде. Дин: «Яҡшы ҡарттар булмаған ерҙә, яҡшы йәштәр ҙә булмай» тип ѳйрәтә. Изге Ҡѳрьән менән саф, камил аҡыллы кешеләр генә вәғәзләнер, ти китап. Ошондай ғилемле, мәғрифәтле кеше тураһында һүҙем. Фәтих Фәтҡуллин хәҙрәт сығышы менән Исмаҡай ауылынан. Әле Межгорье ҡалаһында йәшәй. Имам хаж ҡылған, биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Ул Межгорьела, Исмаҡайҙа мәсет һалдырған. Асыҡ йѳҙлѳ, изге күңелле, йомарт кеше....
Мәсет тѳҙѳү - халыҡ эше 26-11-2012, 14:38 / Иман

Мәсет тѳҙѳү - халыҡ эше

Ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге мәсеттең Ҡорбан байрамына асылыуына ѳмѳт итеүебеҙ бушҡа булып сыҡты. Исмаһам, ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ һәм яҡтылыҡ системаһын эшләп ѳлгѳртѳргә кәрәк ине....
АҘНАЛЫЛА мәсет асылды 29-10-2012, 14:32 / Иман

АҘНАЛЫЛА мәсет асылды

25 октябрь - Ҡорбан ғәйетендә Аҙналы һәм Ҡаҙыш ауылы халҡы икеләтә шатлыҡлы тойғолар кисерҙе. Ниһайәт, Аҙналыла ла эстән дә, тыштан да балҡып торған мәсет асылды. Салауат Юлаев урамының уртаһында ултырған мәсет янына милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, күрше-тирә ауылдарҙан һәм ҡаланан ҡунаҡтар иртә менән ағыла башланы. Әхмәрҙән Рамазан мулла, ағинәй менән аҡһаҡал Сәмсихан һәм Ғәббәс Хәмзиндар, Әлфиә Дәүләтова етәкселегендәге «Наза» фольклор ансамбле инәйҙәре, Ҡаҙыштан ағинәй Хәжәр Мѳхәмәҙиева, Әминә Әбүталипова, Сәлимә Суфиянова, Зәйтүнә менән Булат Сафиуллиндар һәм башҡалар ...
БАЙРАМ КѲНДӘРЕБЕҘ МѲБӘРӘК БУЛҺЫН! 22-10-2012, 16:09 / Иман

БАЙРАМ КѲНДӘРЕБЕҘ МѲБӘРӘК БУЛҺЫН!

Меңдәрсә ҡулдарҙың күккә күтәрелеп, меңдәрсә телдәрҙә доғалар яңғырап торған изге кѳн. Мосолман - Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә - изгелек, ғәмәлендә - игелек, күңелендә - иман нуры, тип ѳйрәтә дин. Диндең был хѳкѳмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, хаж сәфәрендә йѳрѳгән ҡәрҙәштәребеҙ Исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, хажға барыр мѳмкинлеге булмағандар ғәйет кѳнѳн мәсет юлында, мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр улар - ҡиблаһыҙ булған Ҡәғбәтулланың бер ѳлѳшѳ....
Хыялдарҙы  тормошҡа  ашырып… 22-10-2012, 16:07 / Иман

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып…

«Хыялланырға кәрәк. Әгәр яҡшылар хаҡында ғына хыялланһаң, Аллаһ хатта арттырып бирә. Мин ѳмѳтләнгәндәремдән күберәк алдым», - ти Дания Әғзәмова һүҙен башлап. Барыһы ла ҡоро теләк кенә булып ҡалмаһын ѳсѳн үҙе лә тырыша. Фантазияға бай ҡыҙ М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт һәм графика факультетына уҡырға инә. «Университетта мин шуға ѳйрәндем: һин нимәне яҡшы эшләй беләһең - шуны эшләргә тейешһең. Бәләкәйҙән тѳрлѳ кѳнсығыш орнаменттар, семәрҙәр менән ҡыҙыҡһына инем. Сәнғәт һәм графика факультетына уҡырға ингәс иһә бала саҡтағы ҡыҙыҡһыныуымды онотоп...
Исламдың нигеҙе - хѳрмәт итеү 4-10-2012, 14:06 / Иман

Исламдың нигеҙе - хѳрмәт итеү

Тыуымдан ҡалмаған, үлемдән ҡалмай, тиҙәр. Кеше баҡыйлыҡҡа күсә. Ошо һүҙҙәрҙе яҙыуы еңелерәктер, ә һәр кешегә ҡағылған мәлдә үлем оло ҡайғы, хәсрәт, күҙ йәштәре эйәртеп килә. Кеше яҡынын юғалта... Мәңгелеккә... Бигерәк тә әле гѳрләтеп йәшәр саҡта тѳрлѳ сәбәптәр менән фанилыҡтан киткәндәр ѳсѳн яҡындары, балалары, йә иһә ата-әсә ныҡ ѳҙгѳләнә, албырғап ҡала, оло ҡайғы уларҙың аңын томалай. Ошо саҡта кем ярҙамға килә һуң уға, хәлен еңеләйтә? Уйлаһаң, Аллаһы Тәғәләнән ҡала мулла, тип әйтер кемдер. Йәшерәктәр иһә, психолог, тип уйлар. Яҡындар, туғандар, дуҫтар хәлеңә инер, тиер берәүҙәр. Был,...