Иҫтәлекле каникул

Беҙ, Манышты мәктә-бенең башланғыс класс уҡыусылары, яҙғы каникулды иҫтә ҡалырлыҡ итеп файҙалы үткәрҙек.

Үҙебеҙҙең класс етәкселәре Рәйлә Сафа ҡыҙы Мѳлѳкова, Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова, Гѳлназ Закир ҡыҙы Сафуанова менән ике тапҡыр Асы ауылына барып ҡайттыҡ. Ҡышҡы каникулда конькиҙа йѳрѳнѳк, батутта шыуҙыҡ, Ә был юлы бѳйѳк яҡташыбыҙ, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мѳбәрәков музейына юлландыҡ. Унда беҙҙе мѳләйем йѳҙлѳ Айһылыу Шәриф ҡыҙы Ғарипова ҡаршы алды һәм музей тормошо, Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы тарафынан әҙерләнгән экспонаттар менән таныштырҙы. Ошондай бай һәм йѳкмәткеле экспонаттар ѳсѳн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Айһылыу апай беҙҙе мәшһүр артисыбыҙҙың тормош юлы, ирешелгән маҡсаттары, уйналған ролдәре менән таныштырҙы һәм бик күп мәғлүмәт бирҙе. Беҙ ҙур билдәлелек яулаған яҡташыбыҙ менән ғорурланып, уның музейында һәм һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға тѳштѳк. Айһылыу апайға ҙур рәхмәттәр әйтеп, шундай бай тәьҫораттар менән ҡайтып киттек.

Радмир Ғәлиәкбәров,
Манышты мәктәбе уҡыусыһы.
Оставить комментарий