Сәсән телле уҡытыусы

Март аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тѳбәк-ара «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013» конкурсы уҙҙы.

Ырымбур, Һамар ѳлкәләренән һәм башҡа бик күп ҡалаларҙан 56 уҡытыусы иң-иңдәрҙең береһе булыу ѳсѳн кѳсѳргәнешле бәйгелә ҡатнашты. Унда беҙҙең ҡала намыҫын Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гѳлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлихова яҡланы һәм «Сәсән телле уҡытыусы» номинацияһында еңеп, лауреат булды. 28 йыл бала күңеленә әсә теленең нескәлектәрен һеңдергән уҡытыусы үҙенең дѳрѳҫ юлдан барыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Уның уҡыусылары тѳрлѳ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп тора.
- Был конкурстан ҙур тәжрибә туплап, артабан да инновацион алымдар ҡулланып, киләсәк быуын стандарттарына яраҡлашып эшләргә дәртләнеп, илһамланып ҡайттым,- ти Гѳлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлихова.
Беҙ уны лауреат булыуы менән ҡотлайбыҙ, артабан да яңы үрҙәргә үрләп, ижади эшләүен теләйбеҙ.
З.Сѳләймәнова.
Һүрәттә: Гѳлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлихова бүләкләү тантанаһында.
Оставить комментарий