Баланы туған теленән мәхрүм итмәгеҙ!

Халҡыбыҙҙың “Баланы бишектән ѳйрәт” тигән әйтеме бар. Уның мәғәнәһен түбәндәгесә аңларға мѳмкин: ата-әсә үҙ сабыйын сәңгелдәктән үк яҡын кешеләренә, милләтенә, теленә һәм иленә ҡарата һѳйѳү тәрбиәләүе ул.

Әйткәндәй, әсә телен ҡәҙерләү, уны һаҡлау йолаһын ҡалала йәшәүсе байтаҡ башҡорт ғаиләләре лә дауам итә. Ләкин был йәһәттән кѳйѳнѳсѳ лә бар. Азамат, Айбулат, Айһылыу һәм башҡа матур башҡорт исемдәрен йѳрѳткән баланың туған телендә бер ауыҙ һүҙ белмәүе аяныслы. Әлбиттә, бында сабый түгел, ә ата-әсә ғәйепле, сѳнки улар үҙ халҡының яҡты киләсәгенә битараф. Милли рух, аң кимәле түбән. Шуға ла балаларын да ошондай түбәнселеккә этәрәләр.

Республикабыҙҙа башҡорт теле дәүләт теле булып һанала. Уны балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә ѳйрәтеү буйынса күп эш алып барыла. Әммә был йүнәлештә тотҡарлыҡтар ҙа бар. Һүҙ юҡ, уҡытыусылар, тәрбиәселәр әсә телендә мѳмкин тиклем балаларға тәрбиә бирергә тырыша. Башҡорт телендә күп кенә саралар үткәрелә. Ләкин башҡорт балаларының күбеһе үҙ телен яҡшы белмәй. Йәнә күңелде ѳйкәгән бер күренеш: балаһын иртәнсәк баҡсаға алып килгән ата-әсә сабыйына үҙ телендә түгел, ә сит телдә ѳндәшеүҙе хуп күрә, сѳнки мәктәпкә уҡырға тѳшкәс, балаһының урыҫ телен ауыр үҙләштереүҙән ҡурҡа. Минеңсә, был хата күренеш. Ҡала шарттарында йәшәгән башҡорт балаһы барыбер рус телен ѳйрәнмәй ҡалмай. Әлбиттә, был осраҡта уның башҡа милләт балалары менән аралашыуы мѳһим.

Ҡала башҡорттары балалары күбеһе рус мәктәптәрендә белем ала. Туған тел - улар ѳсѳн ят нәмә. Үҙ телендә “атай”, “әсәй” тип әйтеүҙән мәхрүм улар, күңелдәренә яҡын кешеләре тарафынан милли тойғоларға орлоҡ һалынмаған. Хатта ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәптә балаһына туған телендә уҡытыуҙан баш тартырға тартынмай. Мәҫәлән, ҡаланың рус мәктәбендә уҙғарылған йыйылышта башланғыс класта уҡыған башҡорт малайының әсәһе: “Башҡорт телен ѳйрәнеүҙән файҙа юҡ, уның менән алыҫҡа китеп булмай!” - тип уҡытыусыны, ата-әсәләрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Уҡытыусы был ата-әсәнең ризаһыҙлығына түбәндәгесә яуап бирҙе: “Башҡорт теленең дәүләт теле икәнлеген оноторға ярамай. Ул һәр мәктәптә лә уҡытыла! Башҡорт була тороп, үҙ телегеҙҙе һанға һуҡмауығыҙ тупаҫлыҡ”. Ошо рәүешле, милләтен хурларға маташҡан әсә уңайһыҙ хәлгә ҡалды. Ә бит урыҫ балалары ла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ѳйрәнә. Уларҙың ата-әсәләре үҙ ҡаршылыҡтарын белдермәне.

Ғѳмүмән, ҡала ғаиләләрендә туған телде үҙләштереүҙә ата-әсәнең роле ифрат ҙур. Ниндәй генә ҡатмарлы хәлдәр килеп тыумаһын, бѳгѳнгѳ кѳндә үтәй торған тѳп бурысыбыҙ - башҡорт милләтле уҡыусыларҙы бүтән милләт вәкилдәре араһында: “Мин башҡорт!” - тип ғорур рәүештә әйтә алырлыҡ итеп тәрбиәләү.
Теле барҙың - иле бар! Туған телебеҙ киләсәктә лә йәшәүен дауам итһен!

Лариса Әхмәтшина,
мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге методисы.
Оставить комментарий