Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ

Белмәгән, күрмәгән кешеләр Мѳхәмәт ауылын тѳпкѳл, ҡаланан алыҫ ятҡан ауылдар рәтенә индерә. Әммә был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Эйе, проблемалар ҙа күп. Шуға ҡарамаҫтан, мѳхәмәттәр үҙ ҡаҙанында ҡайнап йәшәй бирә.

Ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар берләшеп, тѳрлѳ байрамдар, кисәләр, яҙыусыларҙың юбилей даталарын үткәреп тора. Мартта Абҙаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән “Дуҫлыҡ күпере” ярыш-осрашыуы булды. Бәйгелә мѳхәмәттәр ҙә, абҙаҡтар ҙа һынатманы. Бигерәк тә Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған ярыш урынлы булды. Тәбиғәтте һаҡлау һәр кемдең изге бурысы.
Ауыл Советы депутаты Р.З. Нәжметдинов, ауыл хакимиәте башлығы Б.Б. Фазылов ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы. Кисә тамашасы күңеленә хуш килде. Киләсәктә лә дуҫлыҡ ептәре ѳҙѳлмәһен, тигән теләктә таралышты халыҡ.

Яҙғы каникул ваҡытында V, VI, VII класс уҡыусылары араһында “Битарафлыҡ - үлемгә тиң” тигән дәрес үткәрелде. Ауыл фельдшеры Рәмзиә Фирғәт ҡыҙы наркотик матдәләрҙең, һыраның зыяны һәм зарары тураһында һѳйләне. Аҙаҡ уҡыусылар ошо темаға инша яҙҙы. Уларҙың иншаһын уҡығандан һуң, уҡыусылар насар аҙымға бармаҫтар, тигән уйға киләһең.
Клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергә Науруз байрамы үткәрҙек. Уҡыусылар ике командаға бүленеп, тѳрлѳ ярыштарҙа кѳс һынашты. Сарала балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре актив ҡатнашты. Ҡарасҡыны яндырғандан һуң балалар тәмлекәстәр менән һыйланды.
Резеда Бәҙретдинова,
китапханасы.
Мѳхәмәт.
Оставить комментарий