Тәүге шиғриәт фестивале

1 июндә Ишембайҙа тыуып үҫкән шағирә Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге призға «Бәпембә» исемле тәүге республика балалар шиғриәте фестивале уҙҙы. Сараға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Шәйхзада Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағирәләр Әлфиә Әсәҙуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, «Аҡбуҙат» журналының баш мѳхәррире Тамара Юлдашева, эшҡыуар Фәниә Йәнбирҙина, Фәүзиә Рәхимғолованың ҡыҙы Лилиә Яхина һәм башҡалар саҡырылғайны.

Беҙ 5 кеше - Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан 3 уҡыусы, Межгорье ҡалаһынан 1 уҡыусы һәм мин ҡатнаштыҡ. Фестивалдә «Ирекле микрофон» майҙансығы эшләне. Беҙ унда үҙебеҙҙең шиғырҙарыбыҙҙы һѳйләнек.
Бүләкләүҙәрҙән һуң беҙҙе автобустарҙа Торатауға экскурсияға алып барҙылар.
Фестивалгә барыуым ҙур шатлыҡ булды. Уҡытыусым Вәсимә Ханнан ҡыҙы «Изгелек» номинацияһында Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста III урын алыуымды әйткәс, хатта тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом. Шатлығымдың иге-сиге булманы. Ишембай ҡалаһына барыр кѳндѳ түҙемһеҙләнеп кѳттѳм. 1 июнь таңғы сәғәт 6-ла Ишембайға юл тоттоҡ. Беҙҙең менән бергә конкурста Гран-при алыусы Межгорье егете Илһам Ғәлиастанов та барҙы. Беҙгә «Бәпембә» тип яҙылған футболка, икешәр бейсболка, Маҡтау ҡағыҙы, Дәүләт Думаһы депутатының Рәхмәт хаты, Тәнзилә Дәүләтбирҙина китап һәм фестивалдә еңеүселәрҙең шиғырҙары тупланған «Мин - шағир» тип аталған китапты бүләк иттеләр. Фестивалдә Гран-при алыусының беҙҙең яҡташыбыҙ булыуына ла сикһеҙ ҡыуандым. Илһамға Сәлиә Мырҙабаева шәп кеҫә телефоны бүләк итте. Ә мин Әлфиә Әсәҙуллина ҡулынан бүләк алдым. Яҙыусылар менән бергәләп фотоға ла тѳштѳк. Ошондай иҫтәлекле матур сараға алып барған уҡытыусым Вәсимә Ханнан ҡыҙына, Азат Нурулла улы Миһрановҡа ҙур рәхмәт әйтке килә. Азат ағай беҙҙе үҙ машинаһында алып барыу ғына түгел, тарихи урындар менән дә таныштырҙы. Фестивалдән дәртләнеп, рухланып, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо алып ҡайттыҡ.
Фәнияз Йомағужин,
Манышты мәктәбенең IV класс уҡыусыһы.
Оставить комментарий