Ысын йѳрәктән...

Үткән аҙнала Сосновка ауылы мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған матур сара үтте. Унда заманында ғүмер буйы колхозда эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда булған хеҙмәт ветерандарын һәм ололарҙы хөрмәтләп, ҡунаҡҡа саҡырҙылар.

Элекке хеҙмәт алдынғыларын, ә бөгөн иһә ихтирамлы ололарҙы Мөхәррәм Сәлимов, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Римма Йосопова, Сосновка ветерандары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Әхмәҙиева, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Земфира Кәримова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгиз Мусин, Рәшиҙә Зарипова, Рәмзиә Нәҙершина тәбрикләп, ысын күңелдән байрамдары менән ҡотланы. Ә инде мәҙәниәт йорто директоры Гөлсөм Мостафина кисәне йәнле итеп алып барҙы. Ҡыҙыҡлы интермедиялар, мәҫәлдәр ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрҙе, ә йыр-бейеүҙәр дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрҙе. “Гөрләп йәшәгән ауыл- даштарыма ҡарап ҡыуанам, бигерәк тә йәштәрҙең тормоштарын заяға уҙғармай, дәрт, ҡеүәт менән йәшәүе һоҡландыра. Сараны ойоштороусыларға беҙҙе, йәғни элекке колхозсыларҙы онотмай, ихтирам итеп саҡырыуҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм”, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәт ветераны Шәйхрахман Сөнәғәтуллин.

Байрамға тамашасы булып килгән Владимир Олизаренко кисәнән алған тәьҫораттары менән бүлешеп: “Мин Рәсәйҙең бик күп ерҙәрендә йәшәнем, ике йыл элек кенә Магнитогорск ҡалаһынан бында күсеп килдек. Бөгөн осраҡлы ғына афишаны күреп, тормош иптәшем менән байрамға килдек һәм иҫем китеп һоҡланып ултырҙым. Бындай матур, йылы сараны бер ерҙә лә күргәнем булманы. Кешеләрҙең бер-береһенә яғымлы мөнәсәбәтен, сағыу милли кейемдәрҙә юғары кимәлдә башҡарылған йыр һәм бейеүҙәр... Әйткәндәй, үҙем дә ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кешемен, шуға күрә ауыл мәҙәниәт йортоноң коллективы эшен баһаларға хаҡлымындыр” ,- тине һәм үҙе лә киләсәктә сараларҙа ҡатнашыу теләген белдерҙе.
Н. ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий