Ѳләсәйем минең

Ѳләсәйем Нәғимә Хәнәфиә ҡыҙы Ҡужәхмәтова йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡаһарман ауылы ҡыҙы.
50 йылдан ашыу Кѳньяҡ Уралда йәшәһә лә, тыуған тѳйәген иҫкә алмаған бер кѳнѳ лә юҡ. Һағынып йәшәүен хаҡлы ялға сыҡҡансы белем биреү усағында эшләүе лә, үҙешмәкәр артистка булыуы ла, халыҡ араһында ҡайнап йәшәүе лә баҫманы. Емеш-еләктәрен, татлы үләндәрен, ҡуян тубығы кеүек тамырҙарын һағына. Ул һѳйләгән емеш-еләктәрҙе, үләндәрҙе белмәгәс, аптырап ҡабат-ҡабат һорашабыҙ. Иң тәмлеһе - ҡайын ите, тип әйтеп тә ҡуя. Етмәһә, ул йыландарын да һағынып иҫкә ала.

Ѳләсәйем беҙҙе тыуған ауылына алып барҙы. Вәсилә инәйебеҙ иртәнге сәйгә уятты. Сәғәт 10-сы уҡ булһа ла, бик иртә кеүек күренә. Ағиҙелдең аръяғынан, мѳһабәт, ҡоластарын йәйеп, түбәләрен күккә сѳйѳп торған мәғрүр тауҙар, йәшел урман күренә. Бер аҙҙан тирә-яҡҡа ҡот, йәм, йәшәү дәрте уятып, күңелдәрҙе елкендереп, Ҡара үгеҙ һыртынан ҡояш йылмайҙы. Бында шундай рәхәт! Саф һауа, тыныс.
Ҡаһарман иң матур ауылдарҙың береһе икән. Тирә-яҡҡа ҡараһаң, күҙ ҡамаша.Ҡояш менән күҙгә-күҙ терәшеп, танау остарын сәкәштереп торған Ҡыраҡа тауы - мѳһабәт тау бит ул.

Ѳләсәй уҡытыусыларын һағынып һѳйләй. Белорет районы мәктәптәрендә ДТ-54 тракторында ѳйрәтеп, танытма биргәндәр. Кино күрһәтеү ѳсѳн дә танытма алған. Сермән мәктәбе уҡытыусыларының шул тиклем тырышып, тѳплѳ белем биреүгә һәм уҡыусылары ѳсѳн ѳҙѳлѳп тороуҙарын иҫендә ҡалдырған. Киләсәктә лә уларҙың ѳлгѳһѳндә эшләргә тырышҡан яҡыныбыҙ.
Атай-әсәйһеҙ ҡалғас, ѳләсәйем бишебеҙҙе лә үҙ ҡанаты аҫтына алды. Миңә йәш ярым ғына булған.
Ѳләсәйемде ихтирам итәбеҙ, күңелен асырға тырышабыҙ. Тормош бит ул тѳрлѳ яҡлап һынай. Ѳләсәй улын ерләһә лә, бер ваҡытта ла кеше алдында иламаған, зарын һѳйләп йѳрѳмәгән, ныҡ булған. Ошо ныҡлығы менән беҙҙе тәрбиәләүгә иреште. Әсәй урынына ҡалған ѳләсәйебеҙгә мең-мең рәхмәтлебеҙ. Ҡаһарман ауылында тыуғанғалыр, ул ҡаһарман йѳрәкле, күрәһең.

Луиза БАЙДӘҮЛӘТОВА.
Мәләүез ҡалаһы.
Оставить комментарий