Балалар йөрәгенә юл

Балалар йөрәгенә юл
Был көндө балаларҙың шат тауышынан Белорет балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе айырыуса яңғырап торҙо. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни?! Уларға бит байрам алдынан өлкән апай-ағайҙары килде. Ҡунаҡтар ҙа бит буш ҡул менән килмәгән. Балалар ҙа уларҙы ят итеп тормай, апайҙары ҡулынан бүләктәр, тәмлекәстәр алды.
Балаларҙың, кеменеңдер ҡулында “Хоккей” өҫтәл уйыны, икенсеһе, бәләкәйерәге, үҙенә оҡшаған уйынсыҡ - медицина инструменттарын алған, хәҙер иптәш ҡыҙын “дауалаясаҡ”, уҡырға яратҡандары төҫлө, сағыу китаптарҙы тотҡан. Ғөмүмән, уйынсыҡтар, китаптар, тәмлекәстәр, һуттар барыһына ла етте.
Белорет приютына килгән ирекмәндәр, бағымсылар, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған апай- ағайҙар балаларҙың көтөп алған ҡунаҡтары. Уларҙың приютҡа килеүен тәрбиәләнеүселәр ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан да ҡунаҡтар көттөрмәне. Был юлы уларға “Аверс информ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре исеменән урман тармағында программа продукттарын ҡулланыусыларға ярҙам итеү һәм күтәреү бүлеге белгестәре - Ольга Сергеева, Дарья Буслаева, Айнур Ибраһимов, Яков Голубевтар килеп, балаларға кейем-һалым, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр таратты.
“Аверс” йәмғиәтенең был тәүге изге эше. Махсус бүленгән 45 мең һумға апай-ағайҙары көндәлек кәрәк-яраҡтар алыуҙы хуп күргән һәм яңылышмаған. Балалар ҙа бүләктәрҙе ихлас күңелдән ҡабул итеп алды.
- Был эште башлап ебәрҙек һәм һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ. Артабан да изге эштәрҙе ошон- дай учреждениеларға йышыраҡ ойошторорбоҙ тигән ниәттә ҡа- лабыҙ. Социаль приюттың 4 йәштән 16 йәшкә тиклемге 50 тәрбиәләнеүсеһенә бүләктәр алып барҙыҡ. Был йәһәттән етәксебеҙ - йәмғиәттең башҡарма директоры Альберт Юрьевич Балаков ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, - тине йәмғиәт белгестәре.
Ярҙам ҡулы һуҙыусыларға приют мөдире Татьяна Логинова, тәрбиәселәр һәм балалар рәхмәттәрен еткерҙе, ҡыуаныстарын йәшермәне.
Еңел булмаған, ауыр заманда йәшәйбеҙ, тибеҙ. Эйе, был ысынлап та шулай, әммә, изгелеклек, миһырбанлыҡ, иғтибарлы мөнәсәбәттә булыу бөгөн дә кешеләргә хас сифат. Быға беҙ үҙебеҙ даими инанабыҙ һәм “Аверс информ” йәмғиәте лә быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий