“1 тонна ҡағыҙ 10 ағасты һаҡлай”

- Уйлап ҡына ҡара, беҙ тапшырған 5 тоннанан ашыу макулатура 50 тѳп ағасты һаҡлап ҡаласаҡ! Шәп бит!
- Шәп, әлбиттә. Тағы ниндәй пландар менән янып йѳрѳйһѳң?
- Эш етерлек. Был беҙҙең ҡағыҙ йыйыу буйынса икенсе акция. Тәүгеһендә ни бары 350 килограмм йыйғайныҡ, был юлы бик күп булды. Киләһе акцияла пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар йыйып тапшырасаҡбыҙ.

Экология китапханаһы мѳдире тынғыһыҙ йәнле Ләйсән Әбсәләмованы башҡаса күҙ алдына килтереп тә булмай. Ерҙән ул атлап йѳрѳмәй, осоп ҡына үтә, эшен эш итеп кенә ҡарамай, ә матурлап, яратып башҡара.
Февраль айы экологик китапхана ѳсѳн бик кѳсѳргәнешле эш осоро була. 13-сѳ мәктәп, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, лицей-интернат, 18-се, 13-сѳ, 16-сы мәктәптәр, 14-се гимназия уҡыусылары, Белорет металлургия колледжы студенттары ҡағыҙ тапшырыу акцияһына дәррәү ҡушыла. Акцияны шулай уҡ БР Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты, үҙәк китапхананың абонемент бүлеге яҡлап сыҡты. Йыйылған макулатура “Таҙа ҡала” шәхси компанияһына оҙатылды. Һәр ойошма, мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар менән кѳнѳн-сәғәтен килешеү, ҡалдыҡ сеймал менән эшләүсе “Әмир Йәғәфәров” шәхси предприятиеһы менән һѳйләшеү - барыһы ла Ләйсән Әбсәләмова иңендә. “Бер урындан шунса-шунса килограмм макулатура булһа ғына техника бирәбеҙ”, - ти эшҡыуар ҙа. Шуға күрә күп урындарҙан йыйылған ҡағыҙҙы барып алып булмай, ти Ләйсән. Айлыҡ тамамланыу менән һѳҙѳмтәләр буйынса урындар билдәләнгән.

Экокитапхананың һуңғы ике йылдағы изге эштәрен күреүселәр, ярҙам ҡулы һуҙыусылар бар. Мәҫәлән, эшҡыуар Юлия Шукурова үҙе теләп ярҙамға килә. Был юлы еңеүселәргә бүләккә “Фаберлик” фирмаһы биҙәнеү-тѳҙәнеү әйберҙәрен бер йәшник итеп килтерә. Ул шулай уҡ башҡа социаль проекттарҙа теләп ҡатнаша, балалар приютына ярҙам итә.
- Беҙҙең тѳп бурыс - үҙебеҙҙең арттан йәш быуынды эйәртеү, таҙа һауа, таҙа ер, саф һыуҙы һаҡлауҙың әһәмиәтен эш менән күрһәтеү, аңлатыу, - ти Ләйсән. - Уҡытыусылар, балалар шул тиклем дәррәү тотондо ошо эшкә.

Мәҫәлән, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Зѳлфиә Хәмзина олатай-ѳләсәйҙәре, инәйҙәре, ата-әсәһе ярҙамы менән бер үҙе 47 килограмм ҡағыҙ тапшырған.
Ысын күңелдән әйтелгән һүҙ, башҡарылған эш башҡаларҙың йѳрәгенә үтеп инә, яҡты уй-фекер тыуҙыра, инициативаны эләктереп алыусыларын таба. Ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейын да экокитапхана урамдарҙы, ҡаланың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса ѳмәләр менән ҡаршылай. Ошо изге эше ѳсѳн Ләйсән Әбсәләмова муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Шәмбе һайын тиерлек Бѳтә Рәсәй буйынса үткән “Субботка-переработка” ѳмәләре ойошторола. “Дармарка” йәрминкәләре ҡалабыҙҙың тѳрлѳ ҡатлам кешеләре ѳсѳн дә хәҙер киң билдәле. Әйткәндәй, тырышлығы менән алдырған йәш китапханасы үҙе лә һѳнәрмәндәрҙән тѳрлѳ һѳнәргә ѳйрәнә. Хәҙер ул йѳндән матур итеп мунсаҡтар, башҡа әйберҙәр баҫа белә, башҡа шѳғѳлдәре лә бар.
“Тәбиғәт. Кеше. Тормош. Киләсәк” исемле программа буйынса эш дауам итә. Ҡушылығыҙ изге акцияларға, таҙартығыҙ йылға-урам буйҙарын, ярҙам итегеҙ туған тәбиғәткә”, тип саҡыра яҡташтарын, йәштәрҙе Ләйсән Әбсәләмова.

З.Абзалова.
Һүрәттә: балалар макулатура тапшыра.
Оставить комментарий