Күңел йылыһын ѳләштеләр

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳ алдынан Белорет район-ара прокуратураһы, Суд приставтарының Белорет район-ара бүлеге, Белорет урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Сермән, Үҙән балалар йорттары, Белорет приюты һәм ҡаланың махсуслаштырылған балалар йортонда булды һәм, тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Был мәрхәмәтлек акцияһында республиканың Архангел, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат ҡала-район прокуратуралары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты, бүләктәр алыу ѳсѳн аҡса күсерҙе.

Бер ҡосаҡ уйынсыҡтар тотоп ингән ҡунаҡтарҙы күреү менән: “Күпме бүләк!” - тип һоҡланды балалар.
- Исемең кем? - тип ҡыҙыҡһынды Суд приставтарының Белорет район-ара бүлеге начальнигы Әсләм Камил улы Ҡасҡынбаев алда ултырған малайҙан.
- Данил. Тағы ла ҙур Данил бар, - тип эскерһеҙ яуап бирҙе бала һәм иптәштәре менән таныштыра ла башланы.

Бына шулай йәнле аралашыу менән башланып китте Сермән балалар йортондағы осрашыу. Әсләм Ҡасҡынбаев, прокуратуранан Денис Исламов, Юлиә Әфләтунова, урмансылыҡтан Елена Орехова тәрбиәләнеүселәрҙе ҡотлап, киләсәктә яҡшы кешеләр булып үҫеүҙәрен теләне. Сермән балалар йорто директоры Нурия Шаһиморатова балалар йортона һәр саҡ ярҙам итеп торғандары ѳсѳн ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.

Үҙән балалар йортондағы осрашыу ҙа йылы мѳхиттә үтте. Балалар ҡунаҡтарға һәләттәрен күрһәтеп, концерт ҡуйҙы. Балалар йорто хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү шарттары, ҡул эштәре менән таныштырҙы.
Һуңғы йылдарҙа бала тәрбиәләүсе махсус учреждениеларға Хѳкүмәтебеҙ ҙур иғтибар бирә, бағыусылар ҙа ярҙам итеп тора. Ошо ышанысты балалар аҡлаһын, ерҙә изгелектең һәр саҡ еңеп сығыуын аңлап, яҡшы кешеләр булып үҫһендәр, тип теләргә ҡала.
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий