Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?

Был һүҙ барыһына ла таныш. Инглиз телендә - тәү башлап аристократ, мещан, аҡһөйәк затына ҡараған кеше мәғәнәһендә ҡулланыла башлай. Бармы ул бөгөн ысын джентльмендар? Йәмәғәт транспортында урын биргән, гөлләмәләр бүләк иткән, ишек асып алдан үткәреүсе, етмәһә, үҙенең ҡатын-ҡыҙына ғына түгел, ғөмүмән, бар гүзәл заттарға иғтибар күрһәтеүсе ир- уҙаман.
Европала аристократ ир-егеткә ҡатын-ҡыҙға ҡарата айырыуса иғтибарлы булыу, уның күңелен күреү, кәйеф-сафа ҡорғанда, ресторан-кафеларҙа улар өсөн дә түләү бурыс итеп ҡуйылған.
Баҡтиһәң, төрлө илдә төрлөсә икән. Ирландияла, Израилдә йәшәүсе ир-аттар йәмғиәт транспортында ҡатын-ҡыҙға урын бирмәй, улар өсөн түләй һалып бармай, супермаркеттарҙа балалары менән тороусы йәш әсәләрҙе сиратһыҙ үткәрмәй. Шул уҡ ваҡытта улар гүзәл заттарға йыш йылмайырға, комплименттар яуҙырырға әүәҫ.

Германияла ла ҡатын-ҡыҙ өсөн түләү ҡаралмаған. Хәйер, немкалар үҙҙәре үк ир-егеттәрҙең улар өсөн аҡса сығарыуҙарына ҡырҡа ҡаршы. Мин үҙаллы, финанс яҡтан тотороҡло ҡатын-ҡыҙмын һәм үҙем өсөн түләү мөмкинлегем бар, тип һанай улар.
Норвегияла ҡатын-ҡыҙ өсөн түләйҙәр, ләкин транспортта урын биреү күренеше бик һирәк. Ауырлы булмаһаң, ирҙәр урындарынан да тормай.
Француздар комплименттар әйтергә, гүзәл зат менән әңгәмә ҡорорға әүәҫ. Шул уҡ ваҡытта улар бер аҙ һараныраҡ та, имеш. Һөйгәндәренә бүләк алып, улар өсөн түләй һалып бармайҙар.

АҠШ - ысын джентльмендар иле. Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға иҫ киткес иғтибарлы: лифтҡа етәкләп индерәләр, комплименттарға һаран түгел, бүләктең дә иң ҡиммәтлеһен алырға тырышалар. Сиратта ауыр сумкалы ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрәләр.
Таиландта ирҙәр транспортҡа бер кемде лә -ҡатын-ҡыҙ булһынмы, ҡарт-ҡоромо, бала-сағамы - аямай һәм этешә-төртөшә салон үҙәгенә ынтыла. Әйткәндәй, Японияла ла ошо уҡ хәл.

Англияла, джентльмендар йәнтөйәгендә, ысын ир-егеттәр бөтмәгән әле. Бында үҙен аристократтарса тотоусылар һирәк түгел.
Чехияла иһә, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға хатта иғтибар бирергә лә ҡурҡа. Гүзәл заттар, ирҙәренә ике-өс бала табып та, кафе-ресторандарҙа, кинотеатрҙарҙа үҙҙәре түләй. Шулай уҡ был илдә ирҙәр уларҙы сиратһыҙ үткәрмәй, ауыр сумкаларын ҡулдарына алмай.
Рәсәйҙә иһә ир-егеттәр, финанс хәле ниндәй генә булмаһын, йәмәғәт урындарында сығымдарҙы үҙҙәре түләргә тырыша. Барыһы ла түгел, әлбиттә, әммә күбеһе. Тимәк, беҙҙең ирҙәр ысын джентльмен булып сыға түгелме?

Э. МѲХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Оставить комментарий