Студенттар тураһында

* Студент I курста уҡырға өйрәнә, II курста яратырға өйрәнә, III курста яратырға өйрәтә, ә иң һуңғы курста иң башта нимәгә өйрәнгәнен хәтерләргә маташа.
* Бары тик ятаҡта ғына юҡтан винегрет яһарға һәм уны тәмләп ҡарарға ла өлгөрмәй ятып ҡалыуың бар.
* Студент кеҫәртке кеүек. Уға ҡойроҡто һаҡлауҙың кәрәге юҡ, кәрәк икән, тағы ла үҫеп сығасаҡ.
* Деградацияға бирелгән студенттар хатта бишәр ҡойроҡ менән сессияға килә.
* Зачет тапшырғанда студенттар бөтә нәмәне лә белгән, ә профессорҙар ышанған булып ҡылана.
* Имтихандарға тиклем көндәрҙе, имтихандан һуң стипендияны, яҙғыһын студенттарҙы һанайҙар. Балыҡ башынан сереһә, студент ҡойроғонан.
* Студенттар ҡапма-ҡаршы ике категорияға бүленә: бер нәмә лә белмәгән һәм белергә лә теләмәгән, икенсеһе - бөтә нәмәне лә белгән һәм тағы ла күберәк белергә теләгән.
Оставить комментарий