Урманға яңғыҙ барма, башыңа бәлә алма

Ял итеү ѳсѳн ниндәй генә уңайлыҡтары булған ял йорттарын тѳҙѳһәләр ҙә, кеше күңеле барыбер тәбиғәткә ынтыла, сѳнки беҙ - тәбиғәт балаһы. Саф һауала булыу, тәбиғәт тыныслығына сумыу бар ауырлыҡтарҙы оноттора, күңел, йән ял итә. Әммә был ял, хәүефһеҙлек саралары күрмәгәндә, бәләгә әйләнеүе лә ихтимал. Һаҡланғанды Хоҙай үҙем һаҡлармын, тигән әйтем йѳрѳй. Бик хаҡ һүҙҙәр. Күп осраҡта кеше дыуамаллыҡ, еңел, тѳптән уйламай эш итеү арҡаһында зыян күрә. Һуңғы ваҡытта Белорет районы урмандарына ял итергә килгән кешеләр юғалыуы тураһында мәғлүмәт күбәйҙе.

Быйыл “Ирәмәл” тәбиғәт паркында Ҡазандан килгән туристар менән булған хәл бѳтә Рәсәй халҡын тетрәндерҙе. 29 мартта ҡатын 14 йәшлек ҡыҙы һәм 6 йәшлек улы менән иртәнге сәғәт 9-ҙа Силәбе ѳлкәһендәге Тѳлѳк ауылындағы кардондан сығып китә. Үҙҙәре менән оҙатыусы, аҙыҡ- түлек тә алмайҙар. Кискә әйләнеп ҡайтмағастар, уларҙы эҙләй башлайҙар. 30 мартта кис Тығын һаҙлығында табылалар. Ҡыҙ туңып үлә, ҡатын менән малай ҙа аяҡ- ҡулдарын ѳшѳттѳрә. Әсә кешенең балаларын күрәләтә үлемгә алып барыуын бер кем дә аңлай алмай...

Кѳндәр йылыныуы менән туристар һаны күпкә арта. Мәҫәлән, майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 22 йәшлек егет тә Ирәмәлгә күтәрелергә була. Ул да аҙашып, дүрт кѳн урманда йоҡлай. Ярай, бәхетенә күрә, ҡош-ҡортҡа юлыҡмай. Быйыл июндең һуңғы кѳндәрендә Белорет районы ерендә тағы ла бер нисә турист юғалды. 21 июндә Һамар ҡалаһынан килгән бер тѳркѳм туристар Ирәмәл тауына Силәбе ѳлкәһенең Тѳлѳк ауылынан үҙаллы күтәрелә. Тығын һаҙлығы районында ике иптәше артта ҡалғас, 27 йәшлек егет, уларҙы ҡабаландырырға, тип кире борола һәм юлдары аймылыша. Артта ҡалған ике турист унһыҙ ғына лагерға килә. Бары 25 июндә сәйәхәтсе Мәхмүт ауылына килеп сыға. Егетте һыйырҙар ҡотҡарған: һыйырҙарға осрағас, уларҙың ауылға ҡайтасаҡтарын аңлап, арттарынан эйәрә. Серәкәйҙән таланып бѳткән, асығып хәлһеҙләнгән туристы ҡотҡарыусылар дауаханаға оҙата. 23 июндә Ѳфѳ, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан биш турист Инйәр теҙмәләрен ҡарарға тип юлға сыға. Тау аҫтында тѳн үткәргәндән һуң юлдарын дауам итәләр. 28 йәшлек Вадим Класнин тѳркѳмдән ҡала башлағас, уға ашарға аҙыҡ биреп, яңғыҙын ҡалдырып китәләр. Кире әйләнгәндә, туристар уны ҡалдырған ерендә тап итмәй. Улар иптәштәренең юғалыуы тураһында ике кѳн үткәс кенә полицияға хәбәр итә.

Муниципаль район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр эше буйынса сектор мѳдире А.Ф. ТРИФОНОВ: - Белорет ҡалаһындағы тѳбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды белдереүенсә, быйыл алты ай эсендә 14 кеше ҡотҡарылған. Сәйәхәт фажиғәле тамамланмаһын ѳсѳн айырым ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Тауға ойошторолған һәр поход ҡотҡарыусыларҙа теркәлергә тейеш. Был ҡотҡарыусыларға туристарҙы эҙләгән саҡта ориентир алыу ѳсѳн кәрәк. Теркәлгән саҡта ҡотҡарыусылар аныҡ кәңәштәр бирә. Тѳп кәңәш: походҡа сығыр алдынан районды картанан ҡарағыҙ һәм үҙ маршрутығыҙҙы ѳйрәнегеҙ. Әгәр ҙә бер кеше йәки тѳркѳм урманға йыйынһа, уларҙың әйберҙәр йыйылмаһы ла маҡсаттарына бәйле әҙерләнә. Нисек кенә булмаһын, шырпы алыу мотлаҡ. Әлбиттә, тиҙ иҫкермәгән аҙыҡ-түлек запасын да алығыҙ. Урманға сағыу тѳҫтәге кейемдәр кейергә кәрәк, комуфляж тѳҫѳндә булмаһын.

Сағыу кейем йәшел ҡыуаҡлыҡтар, ағастар араһында күренеп тора. Шырлыҡҡа инергә тырышмағыҙ. Юл, тимер юлы, электр селтәрҙәре линияһы эргәһендә йѳрѳргә йәки ориентир алырға тырышығыҙ. Юғалһағыҙ ҙа тәүҙә үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Туҡтағыҙ, уй-фекерҙәрегеҙҙе туплағыҙ, бәлки, шул саҡта үҙегеҙҙең юлдаштарығыҙҙың, поезд, автомобиль трассаһы тауыштарын ишетеүегеҙ ихтимал. Әгәр ҙә ҡотҡарыусылар менән бәйләнешкә инеү мѳмкинлеге булһа, “112” телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Усаҡ яғығыҙ. Урманда шишмәгә йәки ҙур йылғаға килеп сыҡһағыҙ, ул һеҙҙе кешеләргә алып сығыр. Үҙегеҙ юл табып, урмандан сыға алһағыҙ, был хаҡта хәбәр итегеҙ. Әгәр ҙә бер ниндәй ҙә ориентир тапмаһағыҙ, кѳсѳгѳҙҙѳ самалап, ағасҡа менегеҙ. Бейеклектән торбалар, вышкалар күренеүе бар. Белореттар һәм ҡунаҡтар! Урманға походҡа сығыу кеүек сараға яуаплы ҡарағыҙ! Һуңғы ваҡытта урманда кеше юғалыуы тураһында Белорет муниципаль районының сайтында даими мәғлүмәт бирелә. Яңыраҡ, 2 июлдә, ҡалала йәшәгән ҡыҙҙың телевышка яғына урманға сығып китеүе һәм юғалыуы тураһында ла яҙҙылар. Бындай хәлдәр һәр кемде уйландырырға тейеш. Башҡортостан матурлығы менән туристарҙы үҙенә тартып тора. Юҡҡа ғына икенсе Швейцария тип атамағандарҙыр. Республикабыҙҙа 600-ҙән ашыу йылға, 800 күл, һыу ятҡылыҡтары, 600-ҙән ашыу мәмерйә, бер милли парк һәм ѳс дәүләт ҡурсаулығы, 3000-дән ашыу йорт-йыһаз һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары бар. Тик беҙҙә рәсми рәүештә юллама алып ял итергә тырышмайҙар, ҡырағай туризм ныҡлап үҫешкән. Үҙ яйына ҡалған туристар йыш ҡына фажиғәгә осрап бара, йә аҙаша, йә һыуға бата, йә тау-ҡаяларҙан ҡолап тѳшә, йә ҡош-ҡортҡа тарый.

Туризмдың мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта хәүефле шѳғѳл булыуын да оноторға ярамай. Турслетта ҡатнашҡан һәр кем ҡаршылыҡтар һыҙатын сығыр ѳсѳн күпме кѳс, белем, ҡорамалдар талап ителгәнен белә. Был хаҡта альпинист булып эшләгән егет түбәндәгеләрҙе һѳйләне: “Бәләкәй генә тауға менеү ѳсѳн дә яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ талап ителә. Тауҙарҙа һауа торошо үҙгәреүсән, әле генә аяҙ кеүек, ә һуңынан буран да ҡубыуы ихтимал. Һәр ҡалҡыулыҡ үҙе хәүеф сығанағы булып тора. Саҡ ҡына яңылыш баҫһаң, аяғыңдың йә кимәлйеүе, йә һыныуы ла бар. Кешеләр тауға менеүҙең ни тиклем хәүефле булыуын күҙ алдына ла килтермәй. Кѳтѳлмәгән хәл килеп тыуһа, тәжрибәһеҙ кеше юғалып ҡала, усаҡ тоҡандыра белмәй. Ҡотҡарыусылар тапһын ѳсѳн нимә эшләргә кәрәклеген дә аңламай. Әгәр ҙә ошондай ябай тормош ҡағиҙәләрен белмәһәң, тауға менәм тип ауыҙ асырға ла ярамай”. Ирәмәл дә бер ҡарауға ғына тыныс, матур күренә. Ошо сихри тыныслыҡ артында ҙур хәүеф торғанын күптәр аңлап етмәй. Тауға менә алмай кире боролғандар ҙа етерлек бит. Ул саҡта: “Ирәмәл беҙҙе ҡабул итмәне”, - тип аңлаталар. Ҡайһы берәүҙәрҙең: “Ирәмәл - ир әмәле”, - тип әйтеүе юҡҡа түгелдер.

Тәжрибәле туристар: “Ирәмәл тауының һѳҙәк булыуы күптәр ѳсѳн еңел булып тойола һәм шул харап итә лә инде”, - ти. - Үҙ кѳсѳгѳҙгә артыҡ ышанмағыҙ. Әгәр маршрутты инструкторһыҙ ғына үтергә уйлайһығыҙ икән, уны ҡыҫҡартам тип ситкә сығырға ярамай. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ һәм һаҡ булығыҙ, - тип аңлата Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм эко- логия министрлығы хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостанда ял итеү ѳсѳн матур урындар күп. Шулар араһында Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәмәл, Шихан тауҙарына халыҡ күп йѳрѳй, ә күрше ѳлкәлә боронғо Арҡайым ҡаласығын үҙ итә. Ял итеүселәрҙең ҡайҙа барыуҙы ѳҫтѳн күреүе менән танышыу маҡсатында, Интернет селтәрендәге аралашыуҙарға күҙ һалдыҡ: - Ғаиләбеҙ менән Башҡортостанға йыйынабыҙ, алдан Янғантауға барырға уйлағайныҡ. Әйтегеҙ әле, Башҡортостанда ҡайҙа барырға була һәм нимәләр күрергә мѳмкин? Беренсе тапҡыр барғас, бѳтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра: матур урындар ҙа, экскурсиялар ҙа һ.б. - Рәхим итегеҙ! Беренсенән, Янғантау яныусы тауҙы аңлата. Унда бик шәп! Шифалы һыуҙы магазиндан алмағыҙ, сѳнки унда крандан Ҡорғоҙаҡ аға. Башҡа һыу ҙа юҡ, булһа ла уларҙы эсеү хәүефле. Шифахананан 1,5 саҡрым Ҡорғоҙаҡ сығанағы, торғайны. - Бѳгѳн дә бар. Йомағужа һыуһаҡлағысында ойошторолған ял юҡ, әммә Мораҙым тарлауығына барырға мѳмкин. Унда мәмерйәләр күп, экскурсиялар ойошторола, ҡырағай тәбиғәт. Оҡшарға тейеш. - Ә уның ҡарауы, шундай иҫ китмәле урындар! - Ял ваҡытында Башҡортостанда булабыҙ. Тәүҙә “Красноусол” шифаханаһында ял итергә уйлағайным, хәҙер икенсе варианттарҙы ла ҡарарға булдым. Берәй ял итеү базаһын, шифахананы тәҡдим итегеҙ әле? Ғаилә ялына ѳҫтѳнлѳк бирәбеҙ, балалар ѳсѳн күңел асыу мѳмкинлеге күп булһын. Үҙем ѳсѳн спортзал, бассейн булыуын теләйем. - Башҡортостанда кәмәлә ағырға йәки тауға менергә кәрәк. Еҙем, Ләмәҙ, Инйәр, Ағиҙелдең ѳҫкѳ яғы кәмәлә ағыу ѳсѳн шәп, ә тауҙарҙан Ирәмәл. Шулай уҡ мәмерйәләр ҡарарға, шарлауыҡтарға барырға мѳмкин.

Эйе, Ирәмәлде бѳтәһе лә ярата, әммә күптәр хәҙер уның “Ирәмәл” тәбиғәт паркы тип аталыуын һәм тауға күтәрелеү буйынса аныҡ ҡағиҙәләр ҡабул ителеүе тураһында онота. “Ирәмәл” тәбиғәт паркы биш зонаға бүленә: - ҡурсаулыҡ зонаһы - туристарға инеү тыйыла; - рекреация кѳйләнгән зона - туристар ѳсѳн биләмә, дүрт маршрут эшләнгән: Ҙур Ирәмәл, Бәләкәй Ирәмәл, Тѳлѳк һәм Тығын һаҙлығы. Бында туристарға йәйәүле, велосипедтарҙа һәм һыбай үтеү маршруттары тәҡдим ителә; - ваҡыт үткәреү ѳсѳн зона - кемпинг һәм палатка лагерына шунда һауыттарығыҙҙы тултырып алырһығыҙ. Ѳфѳлә лә ял итергә мѳмкин. Бѳтә ҡунаҡтар ҙа ҡаланы иҫ киткес матур тип маҡтай. Әммә оҙатып йѳрѳгән экскурсовод кәрәк. Шулай уҡ “Красноусол” шифаханаһын, Асылыкүл, Йомағужа һыуһаҡлағысын тәҡдим итәм. Янғантауҙан алыҫ түгел Павловка һыуһаҡлағысы бар. Унда ла яҡшы итеп ял итергә мѳмкин. - Иң матур урындар Белорет яғында. Оҙатып йѳрѳүселәрҙең фотоға тѳшѳрѳргә ваҡыттары ла юҡ, ә тәьҫораттар һәм иҫтәлектәр бар ғүмергә етә. - Шүлгәнташ мәмерйәһе яғында урындар матур. Үҙем күптән булғайным, шуға ла юлды иҫләмәйем...

- Шүлгәнташ мәмерйәһе юл буйында түгел, алыҫ барыуы. Йѳҙ метрлыҡ мәмерйәне ҡарайым тип, 1,5 мең саҡрым юл үтеп тороу кәрәкме икән? Юлдың 25 саҡрымы ҡырсынташтан тора. - Нѳгѳш һыуһаҡлағысы ла шәп. Унда теплоходтарҙа экскурсия ойошторалар, элек шулай була бирелгән. Бынан Ағиҙел йылғаһы инештәренә һәм тауға күренеш асыла; - Тәбиғәт паркы хужалыҡ эшмәкәрлегенең асыҡ зонаһы. Бында ҡунаҡханалар, ресторандар, тау шыуыу трассаһы һалыу ҡаралған; - Ирәмәл һәм Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы араһында хайуандар миграцияһы ѳсѳн коридор. Яҡшы белгән урман биләмәһендә лә кеше аҙашҡан осраҡтар тураһында тѳрлѳ хәлдәрҙе ололарҙан күп ишетергә тура килде. Ә инде белмәгән ергә яңғыҙ сығып киткәндәрҙе аңлап булмай. Шуныһы ғына билдәле - бындай баш-баштаҡлыҡ күңелһеҙ тамамланыуы бар. Шуға ла ял итергә барған туғандарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы бәләнән ҡурсаларға теләһәгеҙ, оҙатыусыһыҙ урманға сығыуҙы тыйығыҙ. Урманда айыу-бүре лә йәшәүен онотмағыҙ...
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий