Ҡышҡы Нардуған

Декабрҙә, йылдың иң оҙон тѳнѳ менән иң ҡыҫҡа кѳнѳ үтеп китеп, ҡояш ергә аҙ ғына булһа ла оҙағыраҡ ҡарай башлағас, ата-бабаларыбыҙ ҡышҡы Нардуған байрамын үткәргән.

Йәш-елкенсәк, туған-тыумаса, күрше-күлән, ауылдаштар бергә йыйылып, тѳрлѳ уйындар ҡорған, тамашалар ойошторған. Шау-шыулы байрам ҡышҡы селләнең тәүге яртыһында үткәнлектән, күмәк уйындарҙың тѳп геройы Селлә бабай - Ҡыш бабай була.

Яңы йыл алдынан әҙәм балаһы йыш ҡына киләсәк хаҡында уйлана, бәхет-ырыҫҡа, яңы һѳйѳнѳстәргә ѳмѳтләнә. Моғайын, шуғалыр ҙа Нардуған уйындары араһында иң таралғаны фал асыу булған. Аулаҡ ѳйҙәрҙә ҡыҙҙар, йѳҙѳк һалып, яҙмышын юраған. Әлбиттә, уларҙы күберәк “Быйыл кейәүгә сығаммы?”, “Ниндәй кешегә йәр булырмын икән?” кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырған. Йѳҙѳк һалыуҙан һәм йыр менән юрауҙан тыш, күрәҙәлек итеүҙең башҡа ысулдары ла булған. Мәҫәлән, ҡыҙҙар ҡапҡа аша быйма ырғытҡан - имеш, уның башы ҡайһы яҡҡа ҡараһа, шул тѳбәккә килен булып тѳшәһең. Фал асыу ѳмѳттѳ аҡламаһа, ҡыҙҙар йыр менән йыуанған, йәйге Нардуғанға ѳмѳт бағлаған.
Оставить комментарий