Урманға хәүеф янай

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй һәм сит ил баҙарына урман продукцияһын экспортлаусы ҙур тѳбәктәрҙең береһе. Башҡортостан урман фонды 5,16 млн. гектар тәшкил итһә, уның 1,13 млн. гектары Белорет районына тура килә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан буйынса Россельхознадзор хеҙмәтенән, «Башрефцентр» үҙәгенән инспекторҙары экспортҡа киткән ағасты контролдә тотоу, ил территорияһындағы урмандарҙы хәүефле ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлау, ағасты тейәгән һәм бушатҡан урындарҙа карантин контролде тәьмин итеү маҡсатында тикшереүҙәр үткәрә.

2012 йылдың 11 айында сит илгә һәм Рәсәйҙең башҡа тѳбәктәренә сығарылған 5082 кубометр ағас, 11779 кубометр таҡта, 31800 берәмек поддон ҡаралды һәм сертификатланды.

Ағас һәм таҡта материалдары һатыу тѳрлѳ шарттарҙы, шул иҫәптән ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар менән зарарланғанлығын тикшереүҙе талап итә. Шуға ла заман баҙарында урман карантинына бәйле һорауҙар ҙур әһәмиәт ала. Рәсәйҙең 14 тѳбәгендә ҡоротҡостар буйынса карантин һалынған. Башҡортостан был исемлеккә инмәй.

2012 йылда Республиканың 18 урмансылығында карантин ҡоротҡостар һәм урманды ҡуҙғытыусылар буйынса тикшереү үтте. Тикшереү һѳҙѳмтәһендә Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән урмансылыҡтарында карантинлы урман ҡоротҡостары - ҙур ҡара мыйыҡса (ҡуңыҙ), бәләкәй ҡара мыйыҡса, ҡара ҡарағай мыйыҡсаһы булыуы асыҡланды.

Үрҙә әйтеп үтелгән ҡоротҡостар ылыҫлы ағас тѳрѳнѳң хәүефле карантин объекттарына - кѳсһѳҙләнгән, ҡырҡылған ағастарға, таҡта материалдарына, ҡырҡынды ҡалдыҡтарға күсеүсе икенсе урман ҡоротҡостарына ҡарай. Ҡоротҡостар күп булған урында ағастар ҡулланыуға яраҡһыҙға әйләнә. Бынан тыш, мыйыҡса ылыҫлы ағастарға ҡурҡыныслы паразит булып торған ҡарағай ағасы селәүсенен күсереүсе лә булып тора. Халыҡ-ара талаптарға ярашлы, Рәсәйҙән ЕС илдәренә килгән ағаста мыйыҡлылар һалған соҡорҙар 3 миллиметрҙан артмаҫҡа тейеш.
Ҡурҡыныс таралыуын бѳтѳрѳү маҡсатында БР Россельхознадзор идаралығы карантин ҡоротҡостар буйынса БР урмансылыҡтарҙа карантин иғлан итеү тәҡдиме менән сығасаҡ.

Карантин һалыу Респуб-ликанан ағас материалдарын сығарыуҙы контролдә тотоу системаһын камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Термоэшкәртеүҙән һуң йәки бысылған ағастарҙы, әҙер продукцияны (йәшниктәр, поддондар һ.б.) законға ярашлы рѳхсәт алғандан һуң ғына сығарырға мѳмкин буласаҡ.
Гүзәл НӘБИУЛЛИНА,
1-се территориаль бүлек начальнигы.
Оставить комментарий