Һәр саҡ тәбиғәт һағында

Бына тағы ла йыл һѳҙѳмтәләрен барлау ваҡыты етте. Эштәребеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтарын барлап, алдағы эш пландарын күҙалларға ла мѳмкин. Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ѳсѳн 2012 йыл нимәһе менән һѳҙѳмтәле булды һуң? Әллә ни үҙгәрештәр булманы, бурыстар һәм маҡсаттар, ҡурсаулыҡ сиктәре шул килеш ҡалды, коллектив, һәр ваҡыттағыса, ауыр һәм кәрәкле булған тәбиғәтте һаҡлау эшен намыҫ менән атҡарҙы.
2012 йылдың йәйе ныҡ эҫе тороу сәбәпле, апрелдән авгусҡа тиклем дѳйѳм майҙаны 40 гектар тәшкил иткән 10 янғын осрағы һүндерелде. Ҡурсаулыҡ ѳсѳн еңел булмаған осорҙа туристар һәм ял итеүселәр күп кенә мәшәҡәттәр килтерҙе. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре урманды янғындан һаҡлау эше менән мәшғүл булды.
Бѳтә Башҡортостан һәм район буйынса янғынға ҡаршы айырым режим булдырыу тураһындағы ҡарарҙан һуң ғына беҙҙең эш бер аҙ еңеләйҙе. Был документтарға ярашлы, урманға йѳрѳү сикләнде һәм ҡурсаулыҡ территорияһында йѳрѳү һәм усаҡ яғыу тыйылды.

2012 йылда ҡурсаулыҡҡа 731 кеше килгән. Нигеҙҙә улар беҙҙең хеҙмәткәрҙәр оҙатып барыуында музейҙы, визит-үҙәкте һәм «Бәләкәй Ямантау» һуҡмағын күрергә килеүсе балалар һәм студенттар. Әлбиттә, бейеклектәрҙе яуларға, ташҡын Инйәрҙе буйһондорорға тырышҡан «ҡырағай» туристар ҙа етерлек. Күберәген республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан, күрше региондарҙан киләләр.
Ошо йыл эсендә 5 телевизион тапшырыу тѳшѳрѳлгән, 3 профессиональ фотоға тѳшѳрѳүҙәр үткәрелгән. Ҡурсаулыҡтың визит-үҙәгенә реконструкция тамамланды. Хәҙер бында беҙгә килеүселәр Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән генә түгел, Башҡортостандың башҡа айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары менән дә таныша ала.
Бына 17 йыл инде ҡурсаулыҡтың «Руда үлсәүҙәре» эко-аҡланы тирә-яҡ мѳхитте традицион булмаған рәүештә ҡабул итеүселәр ѳсѳн 10 кѳнгә энергетик оазисҡа әйләнә.
Халыҡ ѳсѳн үткәрелгән саралар тѳрлѳлѳгѳ лә киң. «Парктар маршы», «Йәшә, Шыршы», «Тағараҡ», «Умырзая», «Һыу кѳнѳ», «Ер кѳнѳ» кеүек акциялар дүрт район балалары ѳсѳн кѳтѳп алынған байрамдарға әүерелә. Ҡурсаулыҡ командаһы йыл да уҙғарылған экофестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар алып килә. Уҙған йыл ҡала юбилейына арналған ҙур күргәҙмәләр ойошторолдо, Ѳфѳлә һәм Белоретта үткән һабантуйҙарҙа ҡатнаштыҡ.
2013 беҙҙең ѳсѳн юбилей йылы - ҡурсаулыҡ ойошторолоуға 35 йыл. Ул һеҙҙең дә, беҙҙең дә ѳмѳттәрҙе аҡлар, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гѳлназ Бәхтиәрова,
ҡурсаулыҡтың экологик яҡтыртыу бүлеге белгесе.
Оставить комментарий