Ташҡынға әҙерләнәбеҙ

Былтыр, ҡар апрелдең беренсе декадаһында дәррәү иреүе һѳҙѳмтәһендә, йылғалар ташты. 7-10 апрелдә боҙ китте. Ҡар һыуҙарының йылғаларға ағып тѳшѳүе тығындарҙың барлыҡҡа килеүенә, йылғаларҙың ярҙарынан сығыуына алып килде. Һыу кимәле ҡайһы бер йылдарҙағынан түбәнерәк булыуына ҡарамаҫтан, республиканың 14 районында 27 тораҡ пунктын һыу баҫты. 20,857 млн. һумлыҡ зыян күрелде. Белгестәр күҙаллауынса, быйыл ташҡын кѳслѳ буласаҡ.
Беҙҙә яҙ әлегә календарҙа ғына. Апрель башында йылыта башлаясаҡ.
21 мартта муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында ташҡынға ҡаршы комиссияның район-ҡала хеҙмәттәренең ташҡынға әҙерлеге буйынса ултырышы булып үтте, ә 28 мартта хәбәр итеү системаһы тикшерелде.
Ташҡын, һыу баҫҡан осраҡта хәүефһеҙлек сараларын иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ: паникаға бирелмәҫкә; эвакуацияланған ваҡытта һыу үткәрмәгән материалға тѳрѳп, документтар, ҡиммәтле әйберҙәр, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ, бер нисә кѳнгә етерлек аҙыҡ-түлек алығыҙ; йортта газды һәм электр утын һүндерегеҙ, ишек-тәҙрәләрҙе ныҡ итеп ябығыҙ; һыу баҫҡан урындан үҙаллы сығыу мѳмкинлеге булмаһа, йорт ҡыйығына йәки бейегерәк урынға менеп, ярҙам килеүен кѳтѳгѳҙ; үҙ-үҙеңде эвакуациялау ѳсѳн кәмә, һал һәм башҡа йѳҙѳү саралары менән файҙаланырға мѳмкин (автомобилде, мотоциклды кѳслѳ һыу ағымы түңкәреүе ихтимал); һыу ҡайтҡандан һуң ѳҙѳлгән электр сымдарынан һаҡ булыу, һыу тейгән аҙыҡ-түлекте файҙаланмау һәм санитар тикшереүһеҙ ҡоҙоҡтан һыу эсеүҙән тыйылып тороу зарур; ташҡындан һуң йортоғоҙға ҡайтҡас, хәүефһеҙлек сараларын онотмағыҙ: торлаҡты елләткәнсе ут тоҡандырмағыҙ (шартлаусы газдар йыйылыуы ихтимал), электр селтәрҙәрен тикшермәйенсә электр ҡорамалдарын ҡабыҙмағыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә - 01, 112 телефондарына шылтыратығыҙ.
Р. Ғимранов,
“БР Белорет районы Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәт”енең методист-инструкторы.
Оставить комментарий