Йыландың аяғы бармы?

Мин ҡәһәрле һуғыш килтергән Аҡ йылан йылында тыуғанмын. Ә 2001 йылда сираттағы Аҡ йылан йылын ҡаршылап, арыу ғына итеп оҙаттым. Әллә ошо билдә аҫтында тыуғанғамылыр, бала саҡтан килгән йылан тураһындағы хәтирәләрҙеғүмер буйы һаҡлайым. Еңеүҙең беренсе йылы булды, буғай. Беҙҙең урамдың үрге осонда йәшәгән әбейҙәр бик татыу йәшәне: шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашып хәл иттеләр. Урманға еләккә, балтырғанға, һарынаға, хатта утын, суғырмаҡҡа (серегән ҡайын ағасының туҙы) бергә йѳрѳнѳләр. Беҙ, балалар ҙа, уларға эйәреп барабыҙ. Һәр беребеҙҙең йѳкмәүе бар.

Шулай бер кѳндѳ үрге ос әбейҙәре, бәләкәй балаларҙы ла эйәртеп, утынға киттек. Беҙ, әсәйем, Хәтижә менән Әҡлимә апайҙарым дүртәүләп барҙыҡ. Ҡороған ағас ботаҡтары, йығылған ҡайын ағасынан, серей барған түңгәктәрҙән суғырмаҡтар аҡтарып, һәр кем кѳсѳ еткәнсе йѳкмәүҙәргә тигеҙләп кенә һалып алып ҡайттыҡ. Аласыҡ янында йәшел сиҙәмгә ятып йѳкмәүҙәребеҙҙе сисеп, утын аҫтынан бауҙарыбыҙҙы тартып алып ҡына торғанда Хәтижә апайым ҡысҡырып ебәрҙе: “Йылан, йылан! Ана ҡасты, ана!”. Китте тауыш, ҡысҡырыш. “Ана, кесерткән араһына шыуышты! Ҡара йылан! Юҡ, һоро йылан!”. Апайҙарым тырыша-тырыша йыланды эҙләй башланы, ләкин ул юҡ булды. Әле генә булған хәлдән ҡот осоп, күтәрмәгә барып ултырҙым, апайҙарым да шымып ҡалды. Күҙҙәремде йомоп, ҡалтырап-ҡалтырап алам, нисек әсәйемде саҡмаған. Ҡот осорлоҡ! Тѳнѳн йоҡларға ятҡас та йылан шыуып инер кеүек, оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. 2-3 кѳндән теге йыланды табып үлтерҙеләр.

Йылан менән икенсе тапҡыр осрашыуым бик сәйер булды. Атайымдың һуғыштан ҡайтыуының икенсе йәйе булғандыр. Ауылдан 2-3 саҡырым ерҙә бесән эшләйбеҙ. Сабынлыҡҡа барғас та ашарға алған ризыҡтарҙан һѳттѳ, майҙы һауыты менән күл ситенә һыуға ҡуябыҙ, картуфты йыуып, ҡоро-һары утын килтереп ут яғырға әҙерләйбеҙ. Шулай бер кѳн бесән йыя килһәк, шырпы алмағанбыҙ. Хәниф ҡустыбыҙ сәңгелдәктә йоҡлай, атайым, әсәйем, Хәтижә апайым бесән йыя, ә Әҡлимә картуф йыуа. Тимәк, ауылға ҡайтып шырпы алып килеү миңә тѳшә инде. Туранан ҡайтһаң, ике ерҙән Инйәрҙе кисеп сығырға кәрәк. Эҫе йәйҙә йылға һайыға, билемә етә, күлдәкте күтәреп, һыуҙы кисеп сығам. “Оҙаҡ йѳрѳмә”, - тип әсәйем ҡысҡырып ҡала. Йүгерҙем. Икенсе кисеүҙе сыҡтым тигәндә генә яр ситендә ҙур ҡараһыу сыбар йылан ята. Әллә ат батыра баҫҡан, әллә ѳҫтѳнән арба үткән, йылан урта ѳлѳшѳ менән соҡорға ҡаҙалған кеүек тулап ята. Таяҡ алып йыланды ҡуҙғата башланым, йылан телен сығарып болғай, ыҫылдай. Соҡорға батҡан ере яралы. Ҡуҙғата башлағас, баш яғы салҡатан әйләнде, әллә шул саҡ ауыртҡан еренә тейҙем, бер баш аралығындай урындан ҡапыл ике саталы нәмә пружина һымаҡ һуҙылып килеп сыҡты ла шунда уҡ эскә инделәр. Күҙ асып йомған арала булды был хәл. Ап-аҡ, тауыҡ бармаҡтары кеүек ѳс бармаҡ. Ауыл яғынан кешеләр килгәнен күреп, нимәгә ҡайтып барғанымды иҫләп, ары йүгерҙем. Беҙҙең ѳй урамдың үрге осонда, ѳләсәйемдеке түбәнге оста. Ауылға ингәндә ѳләсәйем ҡапҡа тѳбѳндә йѳн иләп ултыра ине. Ѳләсәйем, ҡайтып йѳрѳмәҫкә, шырпыны унан ғына алып китергә ҡушты. Мин шул арала йылан тураһында һѳйләп ѳлгѳрҙѳм. Ѳләсәйем: “Йылан аяғын күргәнһең, балам. Йылан аяғын күреүсе бик һирәк. Бар йүгер, әсәйеңдәр кѳтәлер, бер ерҙә лә туҡтама, ә йылан аяғын күреүең тураһында бер кемгә лә һѳйләмә, бәхетең ҡасыр, ярамай”, - тип оҙатты.

Мин кисеүгә килеп еткәндә йылан урынында юҡ ине. Ѳләсәйем әйткәнен тыңланым, бер кемгә лә һѳйләмәнем. Ышандым.
Бәләкәй саҡта бик ҡаты сирҙән медицина ярҙамынан тыш, арындым, хатта бер “үлеп тә алғанмын ”. Үлде, тип, ѳҫтѳмдѳ япҡандар, ѳйгә кеше йыйылып, илашып бѳткәндәр, мулла ясин да уҡыған. Урманда аҙналап ятып ағас ҡырҡҡан атайымды ла, Шәрғиә үлде, тип, Нары яғынан алып ҡайтҡандар. Уларын мин белмәйем, әммә битемдән нимәлер тейеп-һыйпап киткән һымаҡ булғанға уянып китһәм, баш осомда атайым эйелеп ҡарап тора. Әллә күҙ йәше, әллә мыйығынан туңған ҡар иреп битемә тѳшѳп, мине уятты. “Һағыҙ алып ҡайттыңмы?” - иң беренсе һорауым шул булды. “Алып ҡайттым, ҡыҙым, алып ҡайттым!” Пинжәгенең түш кеҫәһенән миңә ҡарағас һағыҙҙары килтереп сығарҙы. “Үлмәгән, үлмәгән!” тигән шатлыҡлы тауыштар ишетәм.
Бынан һуң да әллә күпме, үлемесле хәлгә ҡалғанса, сирләргә тура килде. Йылдар үткән һайын - уйлайым. Миңә, әллә теге йыландың, бәлки, Хоҙайҙың рәхмәттәре тѳшкәндер. Ѳләсәйемдең һүҙҙәренә әле һаман ышанам, аяғын күрһәткән яралы йыланға рәхмәттәр уҡыйым. Ат йылында ла бар ғәләмгә уңыш теләйем.
Шәрғиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА.
Инйәр.
Оставить комментарий