«Йәшәргә тырышам»

Егеттәр кеүек тура баҫып йѳрѳгән, йәштәр кеүек кѳр тауышлы Малыбай Дәүләтша улы МѲХӘМӘҘИЕВтең 94 йәштә булыуына ышанғы ла килмәй. Гәзит-журнал уҡып, телевизор ҡарап, ил, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йәшәй ул. Һуғыш ваҡытында ауыр эштән күңеле һыҙлаған мәлдәрҙә: «Эй, Хоҙайым, исмаһам, 50 йәшкә етһәм ине», - тип хыяллана. Тормошто яратҡан изге күңелле, эшһѳйәр, егәрле егеттең уй-теләктәрен фәрештәләр ишетеп торғандыр. Үҙенең 94 йәшкә етеүен Малыбай Дәүләтша улы бер мѳғжизә итеп ҡабул итә.

- Мин күргән ауырлыҡтарҙы дошманыма ла теләмәйем. 1921 йылда Кѳйѳк ауылында тыуҙым, әммә паспортыма 1922 йылда тыуған тип яҙғандар. Миңә 6 ай тигәндә әсәйем мәрхүмә булып ҡала. 12 йәшкә тиклем үгәй әсәй тәрбиәһендә үҫтем. 1932 йылда «кулак» мѳһѳрѳ тағып, атайымды алып киттеләр. Шулай итеп, 13 йәштән миңә үҙаллы тормош башларға тура килде. Хеҙмәт юлымды Егәҙе леспромхозының Ѳскәзә участкаһында күмер йыйып башланым. Барактарҙа йәшәнек. Беҙ Кѳйѳктән Ғѳбәйҙулла Саттаров менән икәүләп эшләнек. Кѳйѳктәге башланғыс мәктәптең II класын ғына тамамларға тура килде. Беҙҙе Исмаҡайҙан килгән Сәлимйән Хафизов тигән кеше уҡытты. Ул саҡтарҙа Кѳйѳктә лә, Сырышҡыла ла мәктәп, магазин булды. Хәҙер ошо ауылдарҙа бер йорт та ҡалмауына ышанғы ла килмәй. 18 йәшем тулғас, мине Зилим участкаһына ағас ҡырҡырға ебәрҙеләр. Ѳйрәнеп китеүе бигерәк ауыр булды, әммә астан үлмәҫ ѳсѳн бѳтәһенә лә түҙҙек, сѳнки норма үтәгәндәргә карточка менән 800 грамм арыш икмәге бирҙеләр. Мин бәләкәйҙән эшкә шәп булдым, бында ла тырышып эшләнем, хатта ике норма үтәй башланым. Үтә тырышлығым арҡаһында һуғышҡа алманылар. Үтенеп һораһам да, һинең һымаҡ эшләгәндәр бында ла кәрәк, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Ауыр эштән, аслыҡтан күптәр шешенеп йѳрѳнѳ, хатта үлеп ҡалғандар ҙа булды. Шулай уҡ кѳс еткеһеҙ эшкә түҙә алмай, һуғышҡа китеүселәр ҙә булғыланы. Һуғышта ла, тылда ла берҙәй ауыр булды ул саҡтарҙа. Яҙғы һыуҙан бүрәнә ағыҙғанда заторщик булып йѳрѳүҙәре үҙәккә үтте.

Боҙло һалҡын һыуға инеп йѳрѳ әле. Һыуҙан сыҡҡас 100 грамм спирт биргән булалар. Ҡырҡылған утынды ла үлсәп кенә йѳрѳнѳләр, 1 метр 25 сантиметрҙан оҙон да, кәм дә булмаҫҡа тейеш. Миңә һәйбәт эшләгән ѳсѳн металлургия комбинатының мартен цехы быҙау биргәйне, шуны үгәй әсәйгә алып ҡайтып бирҙем. Ул һыйыр булып киткәс, беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Бигерәк тә һуғыштан һуңғы йылдарҙа кеше аслыҡтан ҡырылды. Бары 1950 йылдан алып тормош һәйбәтләнә башланы. Хоҙайбирҙенән бер танышым һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, аслыҡҡа түҙә алмай, аҫылынып үлде. 1944 йылда үгәй әсәй мине Сырышҡыла йәшәгән Бәғиҙә Абдулла ҡыҙын димләп ѳйләндерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 12 баланың әле бишәүһе генә тере. Ѳсәүһе тыуғас та ауырып вафат булды. Яҡшыбай, Уразбай, Миңлебай улдарым да 50-гә лә етмәй мәрхүм булып ҡалдылар, йәндәре йәннәттә булһын. 1979 йылда тормош иптәшем ҡапыл вафат булды. 1980 йылда Ғәлиә Ғилман ҡыҙына ѳйләндем.

13 йыл йәшәгәндән һуң ул да яҡты донъянан китеп барҙы. Ярай әле балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем һәйбәт, хѳрмәтләп, тәрбиәләп ҡарайҙар. Иң ѳлкән ҡыҙым Мәүсиләлә йәшәйем, ул БМК-ла эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Улдарым Миңлебай, Яҡшыбай, Уразбай ҙа заводта эшләне. Улым Буранбай ҙа БМК-нан хаҡлы ялға сыҡты, Шәмсинур ҡыҙым да ошонда эшләп ялда әле, ейәнем Альберт та комбинатта эшләй. Бѳтәһе лә һәйбәт эшләне, хатта Миңлебай улыма Ленин премияһы бирҙеләр. Эшһеҙлек күптәрҙе тормош һаҙлығына батыра, ғүмер ҡәҙере китте. Бына 94 йәшкә еткәндә лә, йәшәргә тырышам, бер күҙемә операция эшләттем, тағы икенсеһенә лә яһатырға уйлап торам.

- Атайым шул тиклем кѳслѳ рухлы, күтәреңке күңелле кеше, - тип һѳйләй Малыбай ағайҙың ҡыҙы Мәүсилә. - Ул бер ваҡытта ла тик ятмай, үҙенә ниндәйҙер шѳғѳл табырға тырыша, хатта бер килке сабата, кәрзиндәр үрә башланы. Ултыра торғас, йырлап та ебәрә ул. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе дәртләндереп, алға әйҙәп йәшәй. «Һуғыш ветераны» таныҡлығы булыуға ҡарамаҫтан, нишләптер уға бер ниндәй иғтибар юҡ. Тол ҡатындарға фатир биреп бѳттѳләр, ә уны хатта учетҡа ла алмайҙар. Зарланып, илап, һоранып йѳрѳргә яратмай шул ул.

Әммә закондар бѳтә кешегә лә бер тигеҙ булырға тейеш. Атайым йәшендәгеләр районда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бәлки, Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына уны ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫтар, тип ышанам. Бѳтә булмышы менән тормошто яратҡан аҡһаҡалға ысын күңелдән ярҙам итке килә. Илебеҙ тап ошондай кешеләр менән һуғышты һәм унан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңгән. Беҙ уларҙы ҡәҙерләргә, хѳрмәтләргә һәм яҡларға тейешбеҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий