Сырышҡы бѳркѳтѳ

2014 йылдың ноябренән Рәсәйҙә ≪Быуындар йѳрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ≫ тип аталған федераль проект эшләй башланы. ≪Еңеү исемдәре≫ тип аталған тѳбәк компоненттың маҡсаты — Оборона министрлығының ≪ОБД-Мемориал≫ базаһы күрһәткестәре буйынса хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың яҙмышын асыҡлау.

Бѳгѳнгѳ кѳндә Межгорьела Владимир Волков етәкселегендәге ≪Бейеклек≫ эҙләнеү отряды ағзаларының әүҙем эшмәкәрлеге һѳҙѳмтәһендә Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса ≪Иҫтәлек≫ китабына индерелгән, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған 88 кешенең яҙмышы асыҡланған. Һәләк булған яугирҙәрҙең исемлеге, уларҙың һуңғы тѳйәге тураһында тулы мәғлүмәттәр бар, тик туғандарының күбеһе был турала белмәй. Улар менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында беҙ Владимир Сергеевичтың телефонын бирәбеҙ һәм эҙәрмәндәренең тырышлығы менән данлы хәрби юлы тергеҙелгән яҡташыбыҙ Мансур Байегет улы Байегетов тураһында һѳйләйбеҙ. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы, ≪Рәсәйҙең эҙләнеү хәрәкәте≫ Бѳтә Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәтенең Башҡортостан Республикаһындағы тѳбәк бүлексәһе етәксеһе, ≪Бейеклек≫ отряды командиры Владимир Волковтың телефоны: 8-961-051-99-83.

Мансур Байегетов Белорет районының Ботай ауыл Советына ҡараған Сырышҡы ауылында 1915 йылда тыуа. 1937 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Летчик, гвардияның ѳлкән лейтенанты Мансур Байегетов 225-се штурмлаусы авиация дивизияһының 810-сы штурмлау авиаполкында хеҙмәт итә. 1945 йылдың 9 мартында хәрби осош үтәгән саҡта вафат була. Латвияның Миттавск районында ерләнгән. Мансур Байегетов 1942 йылдың 28 мартынан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1942 йылдың 9 сентябрендә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Биш ай һуғышта ҡатнашыу осоронда 187 хәрби осош, 194 сәғәт 15 минут һѳжүм яһаған, 20 меңдән ашыу листовкалар ташлаған. Уның командалығындағы звено доттарҙы, дзоттарҙы һәм фашистарҙың тере кѳсѳн юҡ иткән.

1942 йылдың 29 мартынан 30 мартына ҡарай звеноһы Глебовщина тигән ерҙә дошман аэродромын бомбаға тота. 34-се армияның хәрби һауа кѳстәре штабы раҫлаған мәғлүмәттәр буйынса, 10 самолет юҡ ителгән, 7 Ю-52 самолеты сафтан сыҡҡан. Байегетов звеноһы тѳньяҡ-кѳнбайыш фронтының иң ҡыҙыу участкаларының береһендә - «Рамушев коридоры» тип аталған Демянск ҡасабаһы районындағы Вермахтың 16-сы армияһының 2 армия корпусын берләштергән урынды бомбаға тота. 28- 29 апрелдә, немец частары Ҡыҙыл Армия ҡамауын тулыһынса ѳҙгәс, Рамушево - Омычкино юлында Байегетов звеноһы пехота һәм боеприпастар менән 15 немец автомашинаһын ҡыйрата. 30 апрель - 1 майҙа полк Сольцы ҡасабаһында урынлашҡан аэродромға һѳжүм итеүҙә ҡатнаша. 10 дошман Ме-109 самолеты юҡҡа сығарыла. Бер кѳн Байегетов самолетының ҡанатына зенитка снаряды тейә, шуға ҡарамаҫтан, пилот машинаны үҙ территорияһына алып барып еткерә һәм самолет һаҙлыҡҡа ҡолай. Летчик еңелсә яралана һәм тиҙҙән сафҡа баҫа. Был ваҡытта Байегетов У-2 самолетында оса. Һуңынан Ил-2 самолетына күсә. 1944 йылдың яҙында Ил-2 самолетында 16 уңышлы хәрби осош яһап, дошмандың 8 автомашинаһын, 3 зенит орудиеһын, 2 миномет батареяһын һәм 40-тан ашыу немецты юҡ итә. 1944 йылдың 18 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. 1944 йылдың апреленән октябргә тиклем тағы ла 20 хәрби осош яһай. Симани ауылы янында дошмандың алғы һыҙығын бомбаға тотоп, 2 орудиеһын, 10-дан ашыу офицер һәм һалдатын юҡ итә. Сентябрҙә Огреға һѳжүм иткәндә пушка һәм пулемет уты менән дошмандың 1 автомобилен, 3 ылауын, 10-лаған һалдатын юҡ итә. Яугирҙең еңеүҙәре һәм ҡаһарманлыҡтары башҡа экипаждар тарафынан раҫланған. 1944 йылдың 20 октябрендә I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мансур Байегетовтың һуғышҡа тиклемге тормошон яҡшы белгәндәр баҡыйлыҡҡа күскән.

Егәҙе мәктәбе музейында уҡытыусы Миңлегѳл Мостафа ҡыҙы Тѳхвәтуллина тырышлығы менән Мансур Байегетовтың һуғыштан яҙған берҙән-бер хаты һаҡлана. Хаттың күп ѳлѳшѳн хәҙер уҡып та булмай. Бына ул нимәләр яҙа: «…Беҙҙең Ҡыҙыл Армия еңеүсе буласаҡ. Беҙ яңғыҙ түгел, тимәк, бѳтә совет халҡы, минең һымаҡ комсомолецтар, улар бѳтәһе лә үҙ теләктәре менән фашистарҙы ер йѳҙѳнән юйырға ынтыла. Бына мин хәҙер тѳнгѳ осоу техникаһын ѳйрәндем, бѳгѳн осабыҙ. Иртәнге кѳндә фашистарға «кәнфит»ar а1096 ша1090 та1073 бы1177 .. Ҡ1241 .ҙ1077 ер1083 леәсәй, энекәштәр, ҡәрендәштәр!
Һеҙ һис бер ваҡытта моңаймағыҙ һәм ҡайғырмағыҙ минең һуғышта булыуым ѳсѳн, сѳнки мин әллә ҡасандан бирле һуғышҡа барыу теләге менән яна инем. Үҙебеҙҙең Ватан самолеттары менән дошман пираттарын бик ҡырғым килә ине. Быларҙың бѳтәһе менән һеҙ маһайырға ғына тейешһегеҙ, сѳнки улығыҙ һәм ағайығыҙ дошманды аяуһыҙ ҡыра.
… 2 һәм 4 йәшегеҙҙән етем ҡалдығыҙ, һеҙгә ҡыйын булыр инде оло кешеләр сафына ингәнсе. Мин дә һеҙҙең һымаҡ уҡ 2 йәштән атайҙан ҡалдым, әммә мин уҡырға тырыштым. Тѳрлѳ ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, тѳрлѳ мәктәптәрҙә, курстарҙа булдым. Йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаштым, ярҙам иттем. Рус телен ѳйрәндем, рус егеттәре араһында бик күп дуҫтарым булды. Нимә әйтергә теләйем, энекәштәр һәм ҡәрендәштәр! Һеҙҙең бѳтәгеҙҙең дә намыҫлы, сознательный булыуығыҙҙы, актив рәүештә дѳйѳм эштәрҙә ҡатнашыуығыҙҙы, үҙ ѳҫтѳгѳҙҙә эшләүегеҙҙе, белемегеҙҙе күтәреүегеҙҙе, ялҡауланмауығыҙҙы, оло кешеләрҙең әйткәндәрен тыңлауығыҙҙы һорайым, сос һәм үткер булығыҙ. Сәләм менән - Мансур».

Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң тѳпкѳл ауылдан сыҡҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ ѳсѳн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерәһең. Мансур Байегетовтың Белоретта йәшәгән туғаны Рәйлә Сәғәҙиева алып килгән фотолағы һомғол кәүҙәле, һылыу һалдатҡа ҡарап, ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш тула. Летчик Байегетовтың йәне, моғайын, да, бѳгѳн дә тыуған яҡтарының зәңгәр күген бѳркѳт булып иңләйҙер. Миңлегѳл Тѳхвәтуллинаға туғандары Мансур Байегетовтың Белорет аэроклубына йѳрѳп осорға ѳйрәнеүен, һуғышҡа тиклем Куйбышевта (Һамар), Хабаровскиҙа хеҙмәт итеүен, һәр йәй ҡайтып йѳрѳүен, ѳлкәндәргә, бала-сағаға бүләк-күстәнәстәр алып ҡайтыуы тураһында һѳйләгән. Белоретта йәшәгән аҡһаҡал Малыбай Дәүләтша улы Мѳхәмәҙиев ҡайнағаһының, батыр летчиктың Сырышҡыла башланғыс белем алғандан һуң Ғафури районы Толпарҙа уҡып йѳрѳүен (Мансурҙың апалары Хәйриямал менән Сәхибъямал Толпарҙа кейәүҙә булғандар), малай сағынан Исмаҡайҙа алтын приискыһында, һуңынан Инйәр леспромхозында эшләүен, һуғышта медсестра булып йѳрѳгән Зѳлфирә исемле ҡыҙға ѳйләнеүен, ҡыҙҙары Рима тыуыуы тураһында һѳйләне. Бѳгѳнгѳ кѳндә улар тере түгел. Риманың ҡыҙы Рәүзилә лә фажиғәле үлеп ҡала. Хәҙерге ваҡытта Рәүзиләнең ҡыҙы Резеда
Бѳрйәндә, улы Алмаз Рысыҡайҙа йәшәй, Айгиз менән Илгиз мәрхүмдәр. Батыр яугирҙең бүлә-бүләсәрҙәре беҙҙең менән бәйләнешкә инер тигән теләктә ҡалабыҙ һәм ҡурҡыу белмәҫ летчик тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡандарҙың һәммәһенә лә, «Эҙләнеү» отряды командиры Владимир Волковҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий