Тәҡдире лә шау бәхеттән булды

Радиоалғыстан ағылған “Сибай кантон” йыры алыҫ үткәндәрен иҫкә тѳшѳрҙѳ Зияда апайҙың. Ҡасандыр үҙенә генә атап йырланған йыр күңелен болартты, күҙҙәрен йәшкәҙәтте. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер иткән Мортазаһы яратып йырлар ине был йырҙы, тик Фатима урынына шаяртып Зиядаҡай тигән булыр ине.

Эй, ғүмер тигәнең, ҡаш менән күҙ араһындай шаулап үтә лә китә шул. Тулы һыулы йылғаның ике ярылай, ишелмәй генә, бер-береңдән һуңғы кѳнгәсә айырылмай, тап ҡарттарса, һәүетемсә генә йәшә лә йәшә ине лә, тик тәҡдиреңдән аша һикереп булмағандай, яҙмышҡа ла буйһонмай сара юҡ.
Шулай ҙа уфтанырлыҡ ғүмер кисермәне Зияда апай. Мортазаһы уны, йѳҙѳк ҡашындай, ҡәҙерләп ғүмер иттерҙе. Уңғанлыҡтары, сослоҡтары арҡаһында етеш тормошта йәшәнеләр. Үҙе етем үҫкәнгәме, Мортазаһы етем туғандарына миһырбанлы, ә балаларына йомшаҡ телле, матур холоҡло булды. Ете балаһын, һѳт ѳҫтѳндәге ҡаймаҡ кеүек, ҡәҙерләп үҫтереште. Тормош йѳгѳн тигеҙ тартҡанда ғына алға тәгәрәрен ҡара йәшенән аңлаған Зияда апай ҙа үҙ йәһәтенән иренә терәк тә, кәңәшсе лә, хеҙмәттәш тә, яратҡан ҡатын да була белде. Шулай булмаһа Мортазаһы гелән: “Һинһеҙ эскән сәйемдең һис тәме юҡ”, - тип һѳйләр инеме ни? Уңған, сискен ине йәш сағынан Зияда апай. Шәл бәйләһенме, сәсәкле оло шәлдәр һуҡһынмы, умарта-умарта бал ҡорттары тотһонмо, мѳгәрәп тулы бәшмәк тоҙлаһынмы, емеш-еләк йыйһынмы, бѳтәһенә лә күңел биреп ѳлгѳрѳр ине ул. Уның араһында бер-бер артлы тыуған балаларына мейес-мейес икмәк һалыр, тѳндәр буйы ойоҡбаш, бейәләй бәйләр ине. Унан ғәййәр, Хѳкүмәт эшенә лә сығырға кәрәк. Мортазаһы менән икәү-ара ярышып тубырсыҡ йыйыу, тѳндәрен лесхоз ѳсѳн һепертке бәйләүҙәр... Һанай китһәң, башҡарған эштәренән дәү тау ѳйѳрлѳк булған шул.
Эштән саҡ ҡына арынһалар, береһе мандолина, икенсеһе ҡурайын тотоп клубҡа китерҙәр ине. “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзалары ла булдылар заманында.

Бѳгѳн Зияда апай Шәйәхмәтова Шығай ауылында иң хѳрмәтле кешеләрҙең береһе. 1970 йылдан 1983 йылға ҡәҙәр хужалыҡ-ара лесхозда тѳрлѳ эштә эшләп, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған хеҙмәт ветераны Зияда Рәхәдил ҡыҙы Шәйәхмәтова бѳгѳн дә йәштәрсә дәртле итеп донъя кѳтә.
Гәзит-журналдар уҡый, мәҙәни осрашыуҙарҙа матур итеп телмәр тота. Әйткәндәй, бер туған ҡустыһы, мәшһүр ҡурайсы, күренекле композитор Абдулғәфи Хәлфетдиновтың ижад кисәләрен үткәрешеүҙә уның, һис шикһеҙ, ѳлѳшѳ ҙур. Быны Зияда апай үҙенең бурысы итеп һанай, сѳнки затлы Хәлфетдиновтарҙың нәҫелен тоташтырып тороусы ул ғына бит. Ҡайғы-хәсрәттәрҙе байтаҡ күрһә лә, хеҙмәт ветераны һығылып тѳшмәй, иҫәндәренә доғалар уҡып, мәрхәмәтлеккә ѳндәп йәшәй.

Йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән күҙ нурындай ейәнсәре һәм ейәненең, ғәзиз ҡыҙының да рухтарын онотмай, аяттар уҡыта, хәйерен ѳләшә.
Тап тәүге тамсылар тамған кѳндә - 8 Мартта тыуғанғамы, Зияда апай әле лә күтәренке рухлы, һәр нәмәнән ҡыуаныс табып йәшәй.
Әле лә, ана, алты балаһының, 11 ейәненең, 19 бүләһенең ҡайһыһы килеп етер икән, тип ѳтәләнеп аштар бешерә, борхолдап ҡайнаған самауырын яңынан “терелтә”. Эргәһендә генә йәшәгән балаларының кеме булһа ла инмәй тормай, шулай ҙа кѳтѳп ултырыуға ни етә, ти ул. Ана, тиҙҙән гѳрләшеп бѳтәһе лә килеп инерҙәр, ѳй тулаһы булып бүләләре йүгерешер, һәр ҡайһыһы ҡотлар, бүләктәрен дә бирер...
Зияда апай бала сағындағы күңелле ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереп торған арала тыпылдашып игеҙәктәре Зинаф менән Айгѳл килеп инде. Инде иллегә етеп килгән балаларын әүәлгесә арҡаларынан ҡағып түргә әйҙүкләне. 80 йәшен, елле йәшен билдәләйбеҙ тип, әҙерләнергә килгән кинйәләренә сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп, ихлас йылмайҙы әсә.
Тәҡдиренән уңған бәхетле әсә, ѳләсәй, ҡартѳләсәй Зияда Рәхәдил ҡыҙы Шәйәхмәтоваға бѳтә балаларының рәхмәт тойғоларын еткереп, йән-тән сихәтендә оҙон ғүмерҙәр теләйем.
Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Оставить комментарий