Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы

Абҙаҡ мәҙәниәт йортонда тѳрлѳ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар йыйылышы уҙҙы.
Унда тѳрлѳ тарафтарҙан 57 хәрби хәрәкәт ветераны килде. Йыйылыштың тѳп маҡсаты - ҡала-район территорияһында Башҡортостан Респуб-ликаһы региональ йәмәғәт ойошмаһының Белорет филиалын (Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы) булдырыу, идаралыҡ составын, идаралыҡ рәйесен, уның урынбаҫарҙарын һәм ревизия комиссияһын һайлау.
Йыйылышта ҡатна-шыусылар бер тауыштан Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы Фазыловты филиалдың рәйесе итеп һайлап ҡуйҙы.
- Был вазифала миңә ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары тѳп ярҙамсы булыр тигән ниәттәмен,- тине Байрас Фазылов. - Әйткәндәй, районда 3 хакимиәт башлығы - хәрби хәрәкәттәр ветераны. Был йәмәғәт ойошмаһын булдырыуға ыңғай ҡараштамын, сѳнки ҡала, ауыл һәм ҡасабаларҙа кѳн итеүсе хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға иғтибар һәм ярҙам кәрәк. Үҙемәүрһәтелгән ышанысты аҡларға тырышасаҡмын.
Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу-сыларҙы бер-ләштергән йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеүе ыңғай күренеш. Был һәр ауылда тиерлек йәшәүсе хәрби хәрәкәттәрҙә ҡат-нашыусыларға йәшәү стимулы һәм аралашыу мѳмкинлеге бирәсәк.
З.Сѳләймәнова
Оставить комментарий