Ике яҡҡа ла файҙалы

Сермән балалар йортонда Еңеү байрамына ҡарата ветерандар менән осрашыу
Һәйбәт традицияға тоғро ҡалып, һуғыш ветерандары - Белореттан Д.К.Трофимов, Әхмәрҙән Ғ.Х.Хәмзин, Сермәндән А.Ф.Ғабдуллин, хеҙмәт ве-терандары В.Е.Зеркина, Е.В.Осипова, отставкалағы полковник Ю.П.Матрохин, һуғыш йылы балалары Д.Ғ.Ғилманов, М.И.Әҙелмырҙина, Х.М.Мырҙаҡаева Сермән балалар йортона килде. Белореттан килгән делегацияны В.В.Бирюкова етәкләгән. Осрашыу балалар йорто директоры Н.М.Шаһиморатова кабинетында башланды. Ул балалар йорто менән таныштырғас, ҡунаҡтарҙы бүлмәләр буйлап йѳрѳттѳ.

Музейҙы, тегеү мастерскойын, медицина блогын ҡарап сыҡҡандан һуң һәммәһе лә тамаша залына йүнәлде. Балалар ҡунаҡтарҙы аяғүрә баҫып, кѳслѳ алҡыштар менән ҡаршыланы. Һәр ҡунаҡ сығыш яһап, балаларҙың һорауына яуап бирҙе. БМК ветерандар советы ағзаһы В.В.Бирюкова ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо һәм еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Балалар йортона икенсе тапҡыр килеүсе отставкалағы полковник Ю.П.Матрохин 10 йәшен тултырған Александр Хисмәтуллинға кеҫә телефоны бүләк итте һәм ай һайын аҡса һалып торорға вәғәҙә бирҙе. Осрашыу барышында ҡунаҡтар үҙҙәренең күстәнәстәрен, китапханаға китаптар бүләк итте. Сара бик күңелле һәм йәнле үтте. Балалар ғына түгел, ветерандар ҙа йырлап-бейеп, ҡурайҙа уйнап йәм ѳҫтѳнә йәм ѳҫтәне. Һуңынан балалар һәр ҡунаҡҡа үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе тапшырҙы. Осрашыу бергәләп «Катюша» йырын йырлау менән тамамланды. Йомғаҡлау һүҙендә Нурия Мәүлижан ҡыҙы Сермән ветерандар советына һәм бѳтә ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙе. Балалар ҡунаҡтар менән бергә фотоға тѳштѳ.
Ветерандар советы рәйесе булараҡ, район ветерандар советы рәйесе Н.Н.Сафонова һәм В.Н.Ульяноваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм.
С.Сиражетдинов.
Сермән.
Оставить комментарий