Оҫта ҡуллы апай

Гѳлсирә Салауатова 1949 йылда Ғәбдѳк ауылында Ислам һәм Рәхимә Ғәлиуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ул бала саҡтан һүрәт тѳшѳрѳргә ярата. Ғәбдѳктә мәктәп булмағас, Йѳйәк мәктәбенең интернатында белем ала. VIII класты тамамлағас, Салауат ҡалаһында һѳнәрселек училищеһында ташсы һѳнәрен үҙләштерә һәм ошо ҡалала 3 йыл эшләй.
Зариф Нѳғәмән улы Салауатов менән ғаилә ҡорғас, Йѳйәктә тѳпләнәләр.
Салауатовтар ѳс бала тәрбиәләй. Гѳлназ ҡыҙҙары тормош иптәше Руслан менән Алексеевкала йәшәй, ике ул үҫтерәләр. Тѳпсѳк ҡыҙҙары Айгѳл һәм кейәүе Джон Шотландияла тѳпләнде, ѳс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улы Булат һәм килене Әминә Йѳйәктә тора, улар ҙа ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул үҙенең яратҡан шѳғѳлѳнә ныҡлап тотондо. Балсыҡтан, пенопластан тѳрлѳ ҡоштар, хайуандар, ҡурсаҡтар кеүек тѳрлѳ сувенирҙар эшләй. Йәй баҡсаһын тѳрлѳ сәскәләргә күмә. Ә сәскәләр эргәһенә балсыҡтан эшләгән ҡоштарын ултырта. Гѳлсирә апай тегергә, һырғаҡ менән бәйләргә, сигергә, һүрәт тѳшѳрѳргә ярата. Бәләкәс кенә ҡурсаҡтарға күлдәктәр тегә. Башҡорт, татар, урыҫ милли күлдәктәренең һәр береһе үҙенсәлекле. Ҡурсаҡтарҙы тәүҙә күргәс, мин уларҙы һатып алғандыр тип уйлағайным. Ә уларҙың барыһы ла уңған оҫта Гѳлсирә апайҙың күҙ нурын һалып теккән ижады. Иренмәйенсә ҡурсаҡтарға түшлек, ҡашмау, елән тегеп кейҙергән. Үҙенә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәре, елән, камзулдар теккән, уларҙың һәр береһе күҙҙе ҡамаштыра. Боронғо орнаменттарҙы файҙаланып, алъяпҡыстар сиккән. Урын тартмаһы тегеп, үҙенең мендәр-яҫтыҡтарын йыйыштырып ҡуйған. Ырғаҡ менән салфеткалар бәйләй. Бәйләгән кәрзиндәрен сәскәләр менән биҙәй. Эштәрен балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә исемләп бәйләй һәм бүләк итә.
Һүрәт тѳшѳргәндә майлы буяуҙарға ѳҫтѳнлѳк бирә. Бәләкәс ѳйѳнә тѳшѳргән һүрәттә матур тәбиғәт ҡосағында егет ҡурай тарта, ә уның эргәһендә ҡыҙ. Эшендә күберәк сәскәләрҙе, тѳрлѳ ҡоштарҙы, хайуан-йәнлектәрҙе ҡуллана. Халыҡ ижадын да онотмай.
Кейеҙ ҙә баҫа ул. Кейеҙҙәрендә лә башҡорт орнаменты ҙур урын ала. Ғѳмүмән, Гѳлсирә апайҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Хатта ҡарама, йылала үҫкән тәбиғи бәшмәктәрҙе алып, уларға һүрәт тѳшѳрә һәм бына тигән сувенирҙар барлыҡҡа килә.
Гѳлсирә Ислам ҡыҙы ауылыбыҙҙың йәме ул. Йѳйәк ауылының мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ҡул эштәрен килтереп сәхнәбеҙҙе биҙәп йѳрѳүсе лә ул. Башҡаларға үрнәк булып, гѳр килеп, тормоштоң йәмен тойоп йәшәй. Бына шулай уңған, егәрле, алтын ҡуллы ул Йѳйәк килене Гѳлсирә Ислам ҡыҙы.
Айгѳл Закирова,
Йѳйәк мәҙәниәт йорто мѳдире.
Оставить комментарий