Атай, атаkайым! Һуғыш яланында ятып ҡалған 32 йәшлек атайыма 75 йәшлек ҡыҙы Наилә Нуретдинованан асыҡ хат

Атай, атаҡайым! Ҡайһылай ҙа матур һүҙ икән ул ауыҙ тултырып әйткән кешегә. Тик миңә ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа “атай” тип әйтергә яҙманы. Ҡәһәрле һуғыш мине, беҙҙең йәштәге миллиондарса баланы, ул бәхеттән мәхрүм итте.

Атайымды һуғышҡа 1941 йылдың 1 сентябрендә алып киткәндәр. Беҙ биш бала - 32 йәшлек әсәйем Рәхимә ҡулында тороп ҡалғанбыҙ: Зәйкәт ағайыма 10 йәш, Нәзирә апайыма - 7, Наил ағайыма - 5, миңә 2 йәш ярым, һеңлем Рәйхана 18 кѳнлѳк кенә.
Олатайым атайым менән әсәйемде 25 саҡрым ергә ат менән алып киткән. Әсәй Рәйхананы ла тѳрѳп алған. Ул кѳндѳ эшелон китмәгән. Беҙҙе йәлләп, олатай менән әсәй кире әйләнеп ҡайтып, иртән иртүк тағы юлланғандар. Станцияға килеп еткәндә һеҙҙе, һуғышҡа китеүселәрҙе, вагондарға ултыртҡан булғандар. Әсәй бәпесен күтәреп, бар кѳсѳнә йүгерә, олатай ҙа әсәйҙе “тиҙерәк тә тиҙерәк” тип ашыҡтыра икән.

Улар килеп тә етә, эшелон да ҡуҙғала. Күпме генә тырышһалар ҙа атай һинең менән хушлашып ҡалырға насип булмай уларға...
Йѳрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды,
Урталай ярылды тормоштар.
Яртышар, яртышар ҡалдыҡ беҙ, нишләргә
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар.
Ниҙәр генә кисерҙе икән әсәкәйем был минутта.
Ошо кѳндән башлап донъяның бѳтә ауырлығы әсәйҙәргә, ҡарттарға һәм балалар елкәһенә тѳшә. Әсәй эштә, беҙ бәпесте ҡарайбыҙ. Ул, баҫыуҙың ҡайһы ерендә туҡтаһалар ҙа, тѳшкѳ ялға йүгереп ҡайтып, Рәйхананы имеҙеп китә. Шулай кѳндәр, айҙар үтеп торҙо. Әсәйҙәр кѳнѳ-тѳнѳ эштә. Улар иртән беҙ торғансы китә, беҙ йоҡлағас, ҡайта ине. Бер ваҡыт мин, нисектер, ул ишектән сығып киткәндә уянып киттем дә, илап уның артынан эйәрҙем. Ураҡ ѳҫтѳ. Ялан аяҡ эҫелә ҡамылда йѳрѳнѳм. Аяғымды сәнсеп ҡанатып бѳтһәм дә, түҙҙем.

Ана шулай йәйҙәр, ҡыштар үтеп кенә торҙо. Әсәйҙәр ураҡ та урҙы, бесән дә сапты, бәләкәй сана менән һѳйрәтеп утын да ташыны. Ѳйҙә балаларҙы ашатырға, мал ҡарарға ла ѳлгѳрҙѳләр. Әсәй тире лә иләне. Кисен беҙҙең ойоҡбаштарҙы систереп ала ла, иртәнсәккә бәйләп тә кейҙерә. Ҡасан йоҡлағандыр, белмәйем. Ул ирҙәр эшен дә эшләне, хатта салып биреүсеһе булһа, малды үҙе һыҙырыр ине. Ағайым да унан ѳйрәнде. Әсәйемдең бер генә тапҡыр зарланғанын иҫләйем. Ҡышын утындан ҡайтҡас, аяғына йәбешеп туңған сабаталарын сисә алмай аҙапланғанда әрнеп: “Нишләп һаман ҡайтмайһың, инде, күпме түҙергә була”, - тип бѳгѳлѳп тѳшѳп иланы. Ул, атай, һиңә шулай ѳндәшкән инде, үҫкәс кенә аңланым. Ағайым үҫә тѳшкәс, һине алыштырҙы. Бѳтә эште әсәй менән бергә тигеҙ тартты. Ѳйҙә тәртип ҡаты, кемгә ниндәй эш ҡушылһа, шуны эшләргә тырыштыҡ. Һыйырҙан ѳҙѳлмәнек, шуға күрә бишебеҙ ҙә иҫән ҡалдыҡ.
Һине кѳттѳк, атай, ѳмѳттѳ ѳҙмәнек.

Бер яҙ ағайым “Һуғыш бѳткән!” тигән шатлыҡлы хәбәр алып килде. Кешеләрҙең атайҙары ҡайта башланы. Ул йылдарҙа “атай” тип һѳйләшеүсе булмаған, күрәһең. Рәйхана ишетеп ҡалған да әсәйҙән: “Атай нимә ул, ашай торған нәмәме?” - тип һораған. Үҫкәс тә шуны һѳйләп кѳлѳп ала инек әле. Һуғыш осоро балаларының бар ҡайғыһы нисек тә ашап, үлмәҫкә, иҫән ҡалыу булғандыр.
Һине кѳтә-кѳтә айҙар, йылдар үтте. Барыбыҙ ҙа үҫеп, уҡып, тормошта үҙ урыныбыҙҙы, яратҡан шѳғѳлѳбѳҙҙѳ таптыҡ. Балаларыбыҙ үҫеп буйға етте. Минең улым Афған яуында ҡатнашты.
Әсәйемә пенсия юллағанда загс бюроһында һинең “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙыңды алып күрһәтергә тура килде.

Шул мәл ҡулыма утлы ҡуҙ тотҡандай булдым. “Йә, Хоҙай, беҙгә ошондай ҡағыҙҙар алырға тура килмәһен,” - тип ялбарҙым. Оҙаҡ та булмай, улым госпиталгә эләкте. Унан тағы Афған еренә ебәрҙеләр. Улыҡайым иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, атай.
Әсәйебеҙ һине теүәл 50 йыл кѳттѳ, атай. Унан һуң һүнә башланы.
“Атайығыҙҙы бер ҡасан да онотманым, уны бер кемгә лә алыштырманым”, - тине әсәйем.
Атай, һин бер хатыңда әсәйгә:
Ай яҡтыһы яҡты, тиеп,
Ташҡа баҫып һыу алма.
Йыраҡ китте, ишетә алмаҫ, тип
Яттар менән сыуалма, - тип яҙғанһың.
Ул һине 50 йыл кѳттѳ, беҙҙе ят кеше күҙенә ҡаратманы.
Ят ҡошто пар итмәй аҡҡош, яңғыҙ ҡанат ҡаҡһа ла, тип йырлағандай һинең исемеңә тап тѳшѳрмәне. Тормош гѳлѳңдѳ белеп һайлағанһың икән. Ул һиңә ғүмере буйы тоғро булды.
Әсәйҙе ноябрҙә ерләнек. Ҡап-ҡара ҡәбер ѳҫтѳндә кинәт ел иҫеп, аҡ ҡар бѳртѳктәре ѳйѳрѳлѳп алды. Тәбиғәт яңғыҙ ғүмер иткән әсәйҙең тупрағын аҡ сәскәләр менән күмгеһе килгәндер, ахырыһы.
Тағын килер кѳҙҙәр, күлдән китер ҡоштар,
Һарғайырҙар зифа ҡамыштар.
Үҙәктәрҙе ѳҙә, бәғерҙәрҙе телә
Яңғыҙлыҡта уҙған яҙмыштар!
Бишебеҙҙең дә тормош юлы ейәндәрең хаҡында тәфсирләп яҙҙым. Уларын - һуңынан.
Бына шулай, атай, тиҙҙән Еңеү байрамы.
Һѳйәктәрең ҡайҙарҙа ғына ятһа ла, рухың, һының беҙҙең менән.

Ф. Вәлиуллина
әҙерләне.
Оставить комментарий